Береһе үҙенең камиллығы менән ғорурланған, ә сатнағаны етешһеҙлегенән кәмһенгән, тулы һыу алып ҡайта алмағанына оялған, үҙен кәрәкһеҙ тойған.
Ике йылдан һуң сатнаған Көршәк хужабикәһенә былай тигән:
– Һыуҙың яртыһы юлда уҡ ағып бөтә. Шуның өсөн миңә бик оят.
– Үҙең бер нәмәгә иғтибар итмәнеңме ни: һинең яҡтағы юл ситендә сәскәләр үҫеп ултыра, ә икенсе яҡта улар юҡ, – тигән ҡатын. – Ошо үҙенсәлегеңде белеп, шул яҡҡа сәскә орлоҡтары сәскәйнем. Һин көн һайын ҡайтышлай уларҙы дымға туйындырҙың. Ике йыл инде ошо сәскәләр тормошобоҙҙо биҙәй, кешеләрҙе ҡыуандыра. Әгәр һин ошолай булмаһаң, әлеге матурлыҡ та үҫмәҫ, өйөбөҙ ҙә сәскәләрҙән балҡып ултырмаҫ ине.
Һәр беребеҙҙең ниндәйҙер етешһеҙлектәре, сәйер яҡтары бар. Әммә шулар ҡайһы саҡ тормошобоҙҙо матурыраҡ һәм лайыҡлыраҡ итә. Хатта физик кәмселектәре булған, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә һау-сәләмәт тиңдәштәренә ҡарағанда күпкә файҙалыраҡ ғүмер кисерә, тормошта ҙур уңыштарға өлгәшә. Кешеләрҙе нисек бар, шулай ҡабул итергә кәрәк.
А. ЛОҠМАНОВ.
https://henek.info/articles/%2B%2B%2B-/2024-05-15/k-mselekt-r-n-k-m-energ-me-3766458