Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ғүмерем шулай яңғыҙ үтәрме?..

Ҡасандыр Рәсилдең ҡайтыуын шулай һағынып, дүрт күҙ менән ашҡынып көтә ине ул, бөгөн иһә ваҡыттың иҫ китмәле тиҙ үтеп, тиҙҙән иренең килеп инмәҫ элек мыжыуын ишетеүҙән биҙеп, подъезд алдына төбәлде

Ғүмерем шулай яңғыҙ үтәрме?..
Ғүмерем шулай яңғыҙ үтәрме?..

Рәмзиә диванда бесәй балалары һымаҡ бер-береһенә һыйынып йоҡлаған сабыйҙарының һаҡ ҡына бит алмаларынан, аяҡ табандарынан алмаш-тилмәш үпте. Көн оҙоно йүгереп арыһаң, йоҡо шулай тәмле була шул, ҡатын улының бешкән арыш төҫлө, ҡыҙының, киреһенсә, сөм-ҡара бөҙрә сәсенән һыйпаны.

Яңғыҙ ҡартлыҡ көтмәһен

...Бөгөн ҡатындың тыуған көнө, кухня тәҙрәһе алдындағы ҡайын ботағына эленгән тағараҡты һырып алған сәпсектәрҙең күңелле сырҡылдашыуын күҙәтеп, ул газ плитәһенә сәй ҡуйҙы. Декабрь ҡышлығын итә, күп фатирлы йорттан йыраҡ түгел урынлашҡан күл өҫтөнән ап-аҡ боҫ күтәрелә, туҡталышта автобус көткән халыҡ та бит- танауын яғаһы, шарф менән ҡапларға маташа. Хәҙер нисә йыл инде йәйен-ҡышын кейем өҫтөнән оҙон ҡара халатын һалмаған урам һепереүсе Ғәйшә апай подъезд алдын көрәп таҙартып ҡуйған. Йорт алдын халыҡ йоҡлағанда йыйыштырып, сүп һауыттарына тиклем йыуып ҡуя был ҡатын. Ни сәбәптәндер, һөйләшеүе ауыр, һүҙҙәрен аңлауы ҡыйын. Тамаҡ төбөнән мөңрәү, ыңғырашыуға оҡшаш тауыш сыҡҡанда, артыҡ көсәнеүҙән күрәһең, бите буҙарып, муйынындағы тамырҙары бүртеп китә. Шунлыҡтандыр инде, йортта йәшәүселәр был апай менән осрашҡанда баш һелкеп иҫәнләшеп уҙыуҙы хуп күрә. Көндөҙ урамға бик һирәк сыға Ғәйшә апай, әллә балаларҙың инвалид ҡатынды үсекләп, артынан йүгереүҙәренән биҙгән, әллә йәш әсәйҙәрҙең тыңламаған сабыйҙарын иләмһеҙ ҙур кәүҙәле, бите салшайған ҡарсыҡ менән ҡурҡытыуҙарын теләмәй.

Рәмзиә күңелле һыҙғырған сәйнүкте һүндереп, балалар уянғансы тип, иртәнге ашҡа ултырҙы. Өҫтәлгә сәй яһап ултыртыуы булды, мәленә тура килеп, радионан йыр ағылды:

Ғүмерем шулай үтерме,

Гел һине генә көтөп,

Яңғыҙым өҫтәл янында,

Һыуынған сәйҙәр эсеп?...

Хәтирәләр, уйламаҫтан һибелгән мәрйен бөртөктәре һымаҡ, йәшлек йылдарына алып ҡайтты.

... Рәмзиә мәктәпте тамамлағас, район үҙәгендә урынлашҡан педагогия училищеһына уҡырға инде. Күршелә генә йәшәгән уҡытыусы Әҡлимә апайҙың һәр иртә ҡупшы кейенеп, мәктәпкә барыуын, дәрестә ап-аҡ туфлиҙа йөрөүе, хатта һәр көн тырнаҡтарын буяп, ирененә сағыу помада һөртөүе генә лә ҡыҙҙар араһында әллә һоҡланыу, әллә көнләшеү уята ине. “Бирһә бирә бит Хоҙай кешегә сибәрлекте, буй-һыны ғына түгел, атлап йөрөүе лә шул тиклем матур”, - тип күҙәтә уны ҡыҙҙар, ә йәш уҡытыусының өлкән класс малайҙарына бер һирпелеп ҡарауы әллә нимәгә торошло.

Ҡыҙ училищены “яҡшы” билдәләренә тамамланы, күптәре артабан уҡыуын дауам итеү теләгендә Өфөгә юлланһа ла, Рәмзиә ошо белеме менән сикләнергә булды.

Йүнәлтмә буйынса бөгөн йәшәгән ҡалаға килде. Беренсе йылдарҙа Әҡлимә апайға оҡшатып кейенергә, уныҡы һымаҡ ирен-тырнаҡтарын сағыу итеп буярға маташһа ла, был уйы бик тиҙ һүнде. Эстән генә түгел, тыштан күркәм булыу өсөн дә бер көс, теләк булырға тейеш икәнлеген төшөндө.

Буласаҡ тормош иптәше Рәсилде, беренсе уҡыу йылы тамамланғас, балалар менән тәбиғәткә сыҡҡанда осратты Рәмзиә. Йәшел күҙле, төҫ-башы менән бөтөнләй үҙебеҙҙең милләткә оҡшамаған водитель егеттең автобус көҙгөһө аша салондағы ҡыҙҙы күҙәтеүен һиҙмәмешкә һалышһаң да, иғтибар бирмәү мөмкин түгел ине. Йәш уҡытыусы уңайһыҙланыуҙан балалар менән әңгәмәгә ҡушылып маташты, бәләкәй сумкаһынан блокнотын алып, уҡыусыларҙы исемлек буйынса барланы, әммә йәшел күҙле егеттең ҡарашынын ҡотола алмай йонсоно.

Автобусын ағас күләгәһенә урынлаштырғас, ҡыҙҙың һәр аҙымын күҙәтеүен дауам итте, Рәмзиә биҙрә алып, шишмәгә йүнәлгәс, уңайлы мәл осрағанға шатланып, артынан ҡалманы. Беренсе осрашыуҙары тау ҡуйынынан урғылған шишмә буйында булды. Ябайлығы, йомартлығы ҡарашында сағылған Рәсил ҡыҙҙың биҙрәһенә сынаяҡлап һыу тултырғанда, әллә күпме һорау биреп өлгөрҙө. Ҡояш эҫеһенән ҡасып, дымлы ышыҡҡа йәшеренгән серәкәйҙәр кемуҙарҙан талай башлағас, йәштәр йәһәтләп уҡыусылар яғына йүнәлде.

Кискә тиклем балалар менән төрлө уйындар уҙғарып, усаҡта бешкән ризыҡтан һыйланып, самауыр сәйе эсеп ҡалаға йыйынғанда, ҡояш кискелеккә ауышҡан ине. Водитель автобусын гаражға алып китте. “Хатта хушлашманы ла”, - тип күңелһеҙләнде ҡыҙ. Күңелдәре булған балаларҙы йорттарына оҙатҡас, ҡапыл шып-шым булып ҡалған мәктәп ихатаһында бер үҙе ҡалды Рәмзиә. Ҡайтыр яҡҡа йүнәлгәс, ашығып атлаған аяҡ тауышын ишетте.

“Ниһайәт, ҡолағың тынып ҡалдымы, бигерәк шаяндар ҙа инде уҡыусыларың!” - тине шат йылмайып, өҫ кейемен алмаштырып өлгөргән Рәсил. Рәмзиә шунда ғына көн оҙоно башында кепка булған егеттең сәстәренең ваҡ бөҙрә икәнлегенә иғтибар итте. - Оҙатып ҡуяйым, хәҙер йәштәр уҫал",- тип һүҙ араһында ғына рөхсәт алып ҡуйҙы.

Отпуск башланғас, ҡыҙ ауылға ҡайтты. Рәсил киске поезға билет алған ҡыҙҙы оҙатырға килде. “Мин һиңә хат яҙырмын, тик бер үк кейәүгә сыға күрмә инде, йәме”, - тип һаҡ ҡына уның ирендәренән үпте.

Бына шулай ҡапыл, уйламағанда ике йәш араһында шағирҙар күктәргә күтәреп һүрәтләгән мөхәббәт уты ҡабынды.

Араларында хаттар йыш йөрөһә лә, йәйгеһен Рәсил бер нисә тапҡыр Рәмзиәнең ауылына килде. Әлбиттә, ҡыҙҙың йортона инмәне, хатта ихатаға ла уҙманы. Икеһе лә сентябрҙе түҙемһеҙләнеп көттө.

Балалар менән тағы ла тынғыһыҙ эш башланды. Рәсил икенсе ойошмаға күсеп, төньяҡҡа “оҙон аҡса” артынан юлланды. Хәҙер береһе ҡалала, икенсеһе машина, поезд юлы ла һалынмаған төбәктә һарыларға һабышты. Хат һайын Рәсим ҡайтыу менән һората барасаҡтары тураһында яҙҙы. Ҡаршы булмаһа ла, әҙәп һаҡлап, Рәмзиә был тәҡдимде кире ҡағып ҡыланды. Шулай ҙа ике яҡ та, бер кемгә өндәшмәй, туйға әҙерләнде. Иҫәп буйынса Яңы йылға вахтаһы тамамланырға тейеш Рәсил, байрам алдынан ҡыҙҙы һоратырға барырға тейеш ине.

Һауа торошо ҡапыл үҙгәреүенә бәйле, вертолет оса алмай, Яңы йылға ҡайтып етә алманы егет, был, әлбиттә, ҡыҙҙың күңеленә үпкә ноталарын һалды. Никах туйы шулай билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелде.

Ап-аҡ ҡарлы ҡышта түгел, юл өҙәрем апрелдә генә үткәрҙе улар туйҙарын. Вахтаһынан ҡалырға теләмәгән Рәсил, ике аҙнанан тағы эшенә осто.

Бына шулай аҡса эшләү теләге менән янған ир Рәмзиәнең янына бик һирәк, һағындырып ҡына ҡайтты. Улының, ҡыҙының тыуыуын, беренсе тештәре сығыуын, беренсе аҙым яһағандарын атай кеше һуңғыларҙан булып күрҙе. Рәсиләгә мәктәптә эшләү, ике баланы балалар баҡсаһына йөрөтөү ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Әленән-әле ауырып йонсота башлағас, яратҡан һөнәрен ташланы. Рәсил һаман да вахта буйынса эшләй. Ике-өс ай ситтә йәшәгәс, балалары унан, ул балаларынан ситләшә, ахырыһы. Һүҙ әйтеп булмай, ғаилә менән ҡайҙалыр барып ял итеү тураһында ишетергә лә теләмәй, аҡсаһын елгә осорғоһо килмәй, йәнәһе.

Бәхетле башланған ғаилә бына шулай яйлап ҡына ҡомға терәлгән кәмәгә оҡшап ҡалды. Һуңғы ҡайтҡанында, сәбәпле-сәбәпһеҙ ғауға сығарырға, Рәмзиәгә нахаҡ ғәйеп тағырға маташты. Һауыт кителһә, артабан сатнай, тигәндәй, мөнәсәбәттәр йылдан-йыл ҡатмарлашты. Рәсил үҙ-ара аңлашыу, ҡаршы аҙым яһауҙы көсһөҙлөк тип ҡабул итте.

Ҡатын һыуынған сәйен бер-ике уртланы ла тәҙрә янына килде. Ҡайындың ҡалын ҡар ҡатламына асыуланғандай, түбән эйелгән ботағына ҡунған сәпсектәргә тәҙрә аша икмәк валсыҡтары һипте һәм тағы юлға төбәлде. Ҡасандыр, Рәсилдең ҡайтыуын шулай һағынып, дүрт күҙ менән ашҡынып көтә ине ул, бөгөн иһә ваҡыттың иҫ китмәле тиҙ үтеп, тиҙҙән иренең килеп инмәҫ элек мыжыуын ишетеүҙән биҙеп, подъезд алдына төбәлде. Ирҙәрҙең аҡса ҡумтаһы тулы булған һайын, күңелдәрендәге хистәр һайыға икән шул.

Ҡатын-ҡыҙ яҙмышы һис кенә лә бер-береһенә оҡшамаған, һәр төрлөһө үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ. Ҡасандыр ул идеал итеп ҡабул иткән уҡытыусы Әҡлимә апай, меңәрләгән кеше артынан сүп, бысраҡты йыйыштырған Ғәйшә апай, ирҙәрен “оҙон аҡса” артынан ебәреп, донъя ауырлығын үҙ елкәһенә һалған “сибиряк” бисәләре, эсә-эсә аҡылын юйған ирҙән дөмбәҫләнгән ҡатындар... Радионан ишетелгән йырҙың һуңғы юлдарындағы һымаҡ, бөгөн яңғыҙы өҫтәл янында һыуынған сәйҙәр эскән ҡатындар әҙме?! Байлыҡ, аҡсаны беренсе урынға ҡуйған ир-егеттәребеҙҙе лә ҡартлығында һалҡын сәй көтмәҫме?

Авторы- Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Фото:stihi.ru

Автор:Карима Усманова.
Автор:
Читайте нас: