Даирә
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Атаның улына биргән нәсихәттәре

Килер быуындар өсөн бирә.

Атаның улына биргән нәсихәттәре
Атаның улына биргән нәсихәттәре

Атаның улына биргән нәсихәттәре
Ҡөрьән һабаҡтары

Һәр нәсихәтте изгеләр үҙ заманында йәшәгән халыҡ өсөн генә түгел, килер быуындар өсөн бирә.

Үҙенең кескәй генә улына мөрәжәғәт итеп әйтте Лоҡман-Хәким:
- Әй улым, Аллаһты бар тип бел. Уға һис кемде, һис нәмәне тиңдәш тотма. Уның тиңдәше юҡ. Күп аллаларға табыныу - ҙур гонаһ.

Ҡөрьәндә лә әйтелә: «Кешегә беҙ ата-әсәһенә яҡшылыҡ эшләргә әмер бирҙек. Баланы әсәһе бик ҙур ауырлыҡтар менән ҡарынында йөрөттө, ауырлыҡ менән тыуҙырҙы, ике йыл буйы имеҙеп йөрөнө. Кешегә Беҙ: «Миңә, ата-әсәңә шөкөр ит тип бойорҙоҡ. Ахырҙа бит барыбер миңә ҡайтасаҡһығыҙ».

«Әгәр ҙә (атаң-әсәң) башҡа берәр нәмәне миңә тиң ҡуйып, һине шуға инанырға бойорһа — буйһонма, миңә итәғәт иткәндәр менән бер юлда бул. Ләкин донъя эштәрендә ата-әсәңә игелекле бул. Ҡайтыр урынығыҙ - минең хозурым. Шул ваҡытта мин һеҙгә донъяла эшләгән эштәрегеҙ тураһында иҫегеҙгә төшөрөрмөн».

- Әй улым, — тине Лоҡман. - Эшләгән эштәрең - игелекме ул, яуызлыҡмы - гәрсис бөртөгө тиклем генә булып ул тау-таштар эсенә, күктәргә йәки ер аҫтына йәшерелгән булһа ла, Аллаһ уны һинең ҡаршыңа сығарып ҡуйыр. Аллаһ ул иң нескә, иң йәшерен эштәрҙе лә күреп-белеп тора. Ул - бөтә нәмәне хәбәрҙар.

- Балам, намаҙыңды уҡы, башҡаларҙы ла игелеккә өндә, яманлыҡтарҙан ваз кисергә саҡыр. Башыңа килгәнгә сабыр ит. Сөнки былар - Аллаһы Тәғәлә фарыз иткән нәмәләр.

- Тәкәбберләнеп кешеләрҙән йөҙ сөйөрмә, морон күтәрмә. Кәперәйеп үҙен генә һөйөүселәрҙе, маҡтансыҡтарҙы Аллаһ һөймәй. Ер йөҙөндә сабыр-һалмаҡ бул. Тауыш күтәреп һөйләшмә. Шуны онотма: донъялағы иң йәмһеҙ тауыш - ишәк тауышы».

«Лоҡман» сүрәһе, 13-19-сы аяттар

 

https://vk.com/bashdonya?w=wall-202792286_2030 

Автор:
Читайте нас: