Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тик иң яҡшыһын ғына алығыҙ!

Ошо помидорҙарҙы 10 көн буйына үҙҙәре менән алып йөрөтөргә ҡушкан.

Тик иң яҡшыһын ғына алығыҙ!
Тик иң яҡшыһын ғына алығыҙ!

Бер ваҡыт хәҙрәт үҙенең уҡыусыларынан дәфтәр битенә үҙҙәре күрә алмаған кешеләҙең исемдәрен яҙыуҙарын һораған.
Улар быны эшләгәс, хәҙрәт икенсе көнгә мәҙрәсәгә яҙылған исемдәр иҫәбенә тап килгән тиклем помидорҙар һалынған пакеттар алып килергә ҡушҡан.
Ҡайһы бер шәкерттәр ике помидор һалынған пакет, ҡайһылары өс помидор, биш, хатта ун помидор һалынған пакет килтергәндәре лә булған.
Хәҙрәт уҡыусыларҙы ошо помидорҙарҙы 10 көн буйына үҙҙәре менән алып йөрөтөргә ҡушкан.
Тик ике көн тирәһе ваҡыт үткәс, шәкерттәр серей башлаған йәшелсәләрҙән һаҫыҡ еҫ сығыуына зарлана башлайҙар.
Ҡайһы бер уҡыусыларға үҙҙәре менән көн һайын 10 помидор алып йөрөүе еңел булмаған. Насар еҫ бик көслө булған.
Бер аҙнанан уҡытыусы класты йыйып алып, уларҙың зарҙарын тыңлағандан һуң әйтә:
-Был хәл, һеҙ ҡайһы бер кешеләрҙе оҡшатмаған,хатта күрә алмаған саҡта йөрәгегеҙгә кереп урынлашҡан нәмәгә оҡшаған.
Нәфрәт кешенең йәнен ашай һәм уны ауырыу итә. Һеҙ боҙолған помидор еҫенә бер аҙнанан сыҙай алмай башлайһығыҙ, ә хәҙер күҙ алдына килтерегеҙ: нисек итеп һеҙ яуызлыҡтан, көйөнөстән торған «хуш еҫте» үҙегеҙҙең йөрәгегеҙҙә көн һайын йөрөтәһегеҙ?!
Йөрәк ул- гүзәл баҡса, тик уны ҡый үләндәренән даими таҙартып тороу фарыз, йәғни, һеҙҙе асыуландырған кешеләрҙе ғәфү итергә кәрәк.
Был, ысынлап та, һеҙҙең өсөн яҡшы булған нәмәләргә урын бушата.
Тормоштан бөтә нәмәне лә алмағыҙ, тик иң яҡшыһын ғына алығыҙ!

Автор:
Читайте нас: