Даирә
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кем нимә менән бай, шуның менән бүлешә...

Бер ир үҙенә яңы йорт һатып ала. Ҙур һәм матур, ти өйө. Ҙур емеш баҡсаһы ла бар икән. Ә көнсөл күршеһе, иҫке өйҙә йәшәгән...

Кем нимә менән бай, шуның менән бүлешә...
Кем нимә менән бай, шуның менән бүлешә...

Бер ир үҙенә яңы йорт һатып ала. Ҙур һәм матур, ти өйө. Ҙур емеш баҡсаһы ла бар икән. Ә көнсөл күршеһе, иҫке өйҙә йәшәгән. Һәм ниндәй ҙә булһа насарлыҡ эшләп, күршеһенең кәйефен боҙорға тырышҡан: йә ҡапҡаһы аҫтына сүп-сар ташлаған, йә тағы ла башҡа күп әшәкелектәр ҡылған...

Бер ваҡыт ир кеше яҡшы кәйефтә уянып, ихатаһына сыҡһа, унда сүп-сар тулы бер биҙрә ултыра ти. Ул биҙрәне ала, сүбен түгә, һауытын ялтырап таҙарта һәм иң ҙур, өлгөргән, ҡыҙыл, тәмле алмаларҙы тултырып күршеһенә индерә.

Күршеһе ишеген шаҡығас: "Ниһайәт, мин уның маҙаһына тейҙем!" - тип ҡыуана. Ирешергә әҙерләнеп ишеген асһа, ә теге уға алмалар һалынған биҙрәһен бирә лә:

- Кем нимә менән бай, шуның менән бүлешә инде! - тип, алма тулы биҙрәһен күршеһенә һуҙа.

Автор:
Читайте нас: