Даирә
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яңғыҙ дуҫ ҡыҙҙарҙы тупһанан да уҙғармаҫҡа кәрәк...

Исемен дә үҙгәртмәйенсә яҙам, таныһа ла иҫем китмәй.  Бер тәнәфескә сыҡҡас, минең фатаны ябынып, Ирек менән фотоға ла төштө әле ул. «Беҙ икәү нисек күренәбеҙ икән?» – тигән булып. Барыбыҙ ҙа уны мәҙәккә һанап, көлдөк кенә. Дуҫ булғас, ул беҙгә, әлбиттә, гел ҡунаҡҡа килеп йөрөй ине. Ҡуна ҡалған саҡтары ла байтаҡ булды. Ирем алдында уның бик ҡыҫҡа халаттан йөрөүе күңелемә оҡшап бөтмәй ине, әлбиттә. Һәр ваҡыт үҙенекен алып килеп кейеп йөрөй ине. Асылып та китә, халат аҫтары ла матур ғына күренеп ҡуя... Ә эске кейемгә ул бер ҡасан да аҡса йәлләмәне – гел иң яҡшыһын, матурын, селтәрлеһен алды.

Яңғыҙ дуҫ ҡыҙҙарҙы тупһанан да уҙғармаҫҡа кәрәк...
Яңғыҙ дуҫ ҡыҙҙарҙы тупһанан да уҙғармаҫҡа кәрәк...

Яңғыҙ дуҫ ҡыҙҙарҙы тупһанан да уҙғармаҫҡа кәрәк...
(Исемен дә үҙгәртмәйенсә яҙам, таныһа ла иҫем китмәй.) Был ҡатын яҙғанса, беренсе кластан башлап мәктәпте тамамлағансы беҙ ҙә бер парта артында ултырҙык. Ата-әсәйҙәр ғаилә дуҫтары инеләр, бөтә байрамдарҙы бергә уҙғарҙыҡ. Гөлиә менән йыш ҡына бер-беребеҙҙә ҡуна ҡала инек. Тышҡы ҡиәфәт менән дә беҙ бер-беребеҙгә бик оҡшаган, шуға күрә йыш ҡына: «Һеҙ туғандар түгелме?» – тип һорайҙар ине. Әммә мин уны гел үҙемдән сибәрерәк тип һанай инем. Беҙ бергә булғанда, егеттәр миңә түгел, күберәк уға иғтибар итәләр ине. Хәҙер аңлайым инде, эш сибәрлектә генә булмаған, ул егеттәрҙе нисек үҙенә ҡарата белгән. Быны белеп, махсус эшләгәнме, юҡмы, уныһын әйтә алмайым.

Мәктәпте тамамлағас, мин юғары уҡыу йортона уҡырға керҙем, ә ул: «Уҡыуҙан туйҙым, миңә тиҙерәк булһын, шәфҡәт туташына ғына уҡыйым», – тине. Тик беҙҙең юлдар барыбер айырылманы. Аҙнаға бер булһа ла осраша инек.
Ирек менән беҙ стройотрядта таныштыҡ. Әгәр ул ваҡытта Гөлиә беҙҙең менән булһа, ул Иректе барыбер үҙенә ҡаратыр, миңә бирмәҫ ине. Быны хәҙер уйлайым. Сөнки көҙөн уларҙы таныштырғанда ул миңә: «Шундай шәп егетте эләктергәнһең, мин дә бындай егеттән баш тартмаҫ инем», – тине. Тимәк, ул Иреккә шул ваҡытта уҡ күҙ төшөргән булҡан. Ә мин, йүләр, быларҙың береһенә лә иғтибар итмәгәнмен.
Ирек менән беҙ шул йылды Яңы йыл байрамында инде өйләнештек. Гөлиә туйҙа, әлбиттә, бар ине. Бер тәнәфескә сыҡҡас, минең фатаны ябынып, Ирек менән фотоға ла төштө әле ул. «Беҙ икәү нисек күренәбеҙ икән?» – тигән булып. Барыбыҙ ҙа уны мәҙәккә һанап, көлдөк кенә.
Дуҫ булғас, ул беҙгә, әлбиттә, гел ҡунаҡҡа килеп йөрөй ине. Ҡуна ҡалған саҡтары ла байтаҡ булды. Ирем алдында уның бик ҡыҫҡа халаттан йөрөүе күңелемә оҡшап бөтмәй ине, әлбиттә. Һәр ваҡыт үҙенекен алып килеп кейеп йөрөй ине. Асылып та китә, халат аҫтары ла матур ғына күренеп ҡуя... Ә эске кейемгә ул бер ҡасан да аҡса йәлләмәне – гел иң яҡшыһын, матурын, селтәрлеһен алды. «Ирек алдында бындай ҡыҫҡанан йөрөмә инде», – тип әйтә алманым шул...
Ә беҙ ул саҡта йорт төҙөйбөҙ, һәр тинебеҙ иҫәптә. Ҡайҙа ул миңә уныҡы кеүек матур эске кейемдәр алыу? Йәшермәйем, халатына ла бик ҡыҙыға инем, «Ирек янында шулай йөрөргә ине», – тип. Ир-аттың матурлыҡҡа ҡыҙығыуын барыбыҙ ҙа белә инде.
Мин бик оҙак балаға уҙа алманым. Алты йыл көттөм! Ул саҡта ниҙәр кисергәнемде үҙем генә беләм. Уныһы башҡа тарих әле уның. Ситкә китеп, уныһын һөйләмәйем. Ниһәйәт, әсәй булаһымды белдем! Шулай тура килде, был хаҡта Иректән дә алда Гөлиәгә әйттем. Шатлығыңды яҡын дуҫ ҡыҙың менән уртаҡлашыу тәбиғи бит инде. Ул да был яңылыҡҡа һөйөндө. Һәр хәлдә миңә шулай тойолдо. «Һиңә булышам», – тип, беҙгә лә йышараҡ килә башланы. Беренсе айҙарҙы бик ауыр кисерҙем шул: аш-һыуға бөтөнләй яҡын килә алманым. Бер еҫте лә күтәрмәнем. Аҙнаға әллә нисә тапҡыр килеп Гөлиә ашарға бешереп китә. Ике аҙнаға сохранениеға һалып торҙолар – ул саҡта ла Гөлиә беҙгә барып иремә ашарға бешереп йөрөне. Мин уға бик рәхмәтле инем. Ирек үҙе хатта йомортҡа ла ҡыҙҙҙыра белмәй. Күңелемдән шуға күрә Гөлиәгә бик рәхмәтле инем. Ирем ас түгел бит, йәнәһе!
Мин үҙем бөтөнләй эсйәйем. Ә Гөлиә ҡыҙыл вино асып, шуны аҙ-аҙ ғына эсеп, оҙаҡ итеп кис ултырырға ярата ине.
Ауырым ете айлыҡ ине ул саҡта. Беҙ инде ике ҡатлы яңы өйөбөҙгә күсенгән инек. Мин ул көндө тәҙрәләр йыуҙым, бик арыным. Гөлиәнең алдан әйтмәйенсә генә килеп кереүенә ҡыуандым да әле. «Кискә ашҡа берәй нимә бешер инде, зинһар», – тим. Ул: «Ирек ярата», – тип балыҡҡа тотондо. Үҙе менән тағы вино ла алып килгән. «Бер пациент ҡалдырҙы, бик яҡшыға оҡшаған, Ирек менән тәмләп ҡарарбыҙ», – ти.
Ашағас-эскәс, бер аҙ һөйләшеп ултырҙыҡ та: «Ята торам әле, арыным», – тип йоҡо бүлмәбеҙгә кереп киттем. Гөлиә менән Ирек табын янында ҡалдылар. «Беҙҙең әле ярты шешә башланмаған, иреңде юғалтма», – тип көлдө Гөлиә. «Ярай», – тип тыныс ҡына кереп яттым. Һуңғы ваҡытта былай икәү ултырып ҡалыуҙары беренсе тапҡыр ғына түгел ине инде. Бер ҙә шикләнмәнем шул.
Уянғанда төнгө сәғәт бер ине. Телефонымды алып ҡараным, шуға яҡшы хәтерләйем. Иректең урыны буш. Бөтөнләй ятмаған да, юрғаны мин ҡуйғанса – йәйелмәгән. Әкрен генә тороп сыҡтым. «Һаман ултыралармы икән?» – тим. Кухняла ут һүнгән. Өй тып-тын. Башта аптырап ҡалдым. Һуңынан өҫкө ҡаттан тауыш килгәндәй булды – кемдер тыйылып ҡына көлә. Кем булһын, Гөлиә инде! Әкрен генә баҫып өҫкә мендем. Хатта бүлмә ишеген дә япмағандар! Утты ла һүндермәгәндәр! Иң ҡыҙған саҡтары ине – минең ҡарап торғанды һиҙеүсе булманы.
Бүлдермәнем...
Мин ул төндө керпеккә-керпек ҡаҡманым. Төнө буйы: «Ни эшләргә? Алға табан нисек йәшәргә?» – тигән һорауға яуап эҙләнем. Иртән иремде эшкә оҙатырға торманым, хәлем юҡ, тинем. Ишетеп яттым, улар Гөлиә менән икәү сығып киттеләр. Һуңынан торҙом да, мин дә әйберҙәремде йыйҙым. Иреккә оҙон ғына хат яҙып өҫтәлгә ҡуйҙым да, мин дә бөтөнләйгә тип йортобоҙҙан сығып киттем. Кинолағы кеүек. «Мине эҙләмә», – тинем. Ул эҙләмәне лә. Теләмәгәндер, теләһә, табыр ине.
Улымды яңғыз үҫтерәм. Атаһының уны бер тапҡыр ҙа күргәне юҡ! Алиментҡа биргән инем, уныһын түләй. Нисек үҙ балаһына бер күҙ төшөрөргә теләмәй, аңламайым.
Гөлиә менән улар, әлбиттә, бергә булманылар. Шул көндән һуң Гөлиәнең дә минең менән аралашҡаны юҡ – Ирек минең белгәнде әйткәндер. Мин үҙем уның менән аңлашманым. Кәрәк тип һанаманым. Ғүмер буйы әйтәһе һүҙҙәрҙе күңелдә йөрөткәнсе бер осрашып битенә бәреп әйтәһе булған да бит... Был хәлдән һуң беҙҙең ата-әсәйҙәр ҙә аралашмайҙар. Гөлиәнең кейәүгә сыҡҡанын, ике бала үҫтергәнен беләм. Ире етәксе урында эшләй, бик иркен йәшәйҙәр, Гөлиәнең һүҙенән сыҡмай тиҙәр. Ундайҙар ирҙе ҡулда тота белә инде.
Мин был осраҡта үҙемде күберәк ғәйепле һанайым. Үҙ ҡулдарым менән иремде уға бирҙем.
Бына был хатты яҙыусы ҡатын да минең хатаны ҡабатлап маташа. Дуҫ ҡыҙының иренә күҙ төшөрөүе ярылып ята, ә ул һаман да «буғай» ти. Тупһаңдан үткәрмә һин уны, ҡыҙғанма. Кәңәшемде тыңла. Һинең үҙеңде берәү ҙә ҡыҙғанырға йыйынмый ана.
Зөһрә булам мин.

http://syuyumbike.ru/news/otkrovenie/yalgyz-dus-kyzlarny-busagadan-da-uzdyryrga-yaramyy  

Автор:
Читайте нас: