Даирә
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
16 Февраль , 09:52

Күҙ тейеү хаҡ

Унан айырыуса балалар зыян күрә...

Күҙ тейеү хаҡ
Күҙ тейеү хаҡ

“Күҙ тейеү хаҡ”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Ысынлап та, бының дөрөҫ­лөгөн белеп-күреп торабыҙ.

Ҡаты күҙле кеше­ләрҙең кире көсө әҙәм балаһына ла, малға ла тейеүсән. Был йәһәттән айырыуса сабыйҙар зыян күрә. Шуның өсөн дә ниндәйҙер гүзәллекте, хайран ҡалмалы сафлыҡты күргән ваҡытта “сөбхәналлаһ” тип әйтергә онотмайыҡ. Был “Аллаһ Тәғәләнең матур бер заты”, “Хоҙай тарафынан яралған гүзәллек” тигән төшөнсәне бирә.

Ә күҙ тейеүҙән һаҡланыу өсөн “Әл-Ҡәләм” сүрәһенең аҙаҡҡы 51-се, 52-се аяттарын уҡырға кәрәк, тип өйрәткән Пәйғәм­бәребеҙ.

51-се аят: "Үә ий-йәкәәдү-лләҙиинә кәфәруу ләйүзлиҡуунәкә биәбсаариһим ләммәә сәмиғүҙҙикра үә йәҡуулүүнә иннәһү ләмәджнүүн".

52-се аят: "Үә мәә һүүә илләә ҙикруль-лилғәләмиин".

 

Автор:Дилбәр Ишморатова
Автор:
Читайте нас: