Күберәк йылмайығыҙ
«Пәйғәмбәребеҙҙән (салаллаһу ғәләйһи үәссәләм) дә йышыраҡ йылмайған кешене мин күрмәнем»
📚 Тирмиҙи.
Кеше йылмайған ваҡытта уның тәнендә тәбиғи антидеприссант – серотонин гормоны күрһәткестәре күтәрелә. Һөҙөмтәлә кеше үҙен бәхетле итеп тоя, ҡәнәғәтлек тойғоһо барлыҡҡа килә. Быны ғалимдар иҫбатлаған.
Ябай ғына йылмайыуҙың ниндәй ҙур роль уйнауын беҙ аңлап еткермәйбеҙ шул.
Һине уратып алған кешеләр менән яҡшы мөнәсәббәт булдырыуҙың уңышлы бер алымы бит ул - йылмайыу.
Кәйефте генә күтәреп ҡалмай, ә Пәйғәмбәребеҙ (салаллаһу ғәләйһи үәссәләм) кеүек рәхмәтле, мәрхәмәтле булып йәшәргә лә өйрәтә.
https://vk.com/utkarma_yasin?from=search&w=wall-219376564_22422