Даирә
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
13 Ғинуар , 19:04

Ата-әсәһен малай алдаған...

Шул тиклем һәләтле бала әрәм булды.

Ата-әсәһен малай алдаған...
Ата-әсәһен малай алдаған...

Башҡортостанда 16 йәшлек водитель һәләк булған ҡот осҡос юл фажиғәһе тураһында өҫтәмә мәғлүмәттәр билдәле булды.

Асыҡланыуынса, “Рәсәйҙең иң көслө балаһы” 16 йәшлек Сергей Батяев һәләк булған автомобиль Өфөлә һатып алынған. Ул ҡәһәрле көндә үҫмер тыуған көнөнә бүләк эшләргә ҡарар итә һәм Өфөгә автомобиль һатып алырға бара. Октябрьскийға юлға сыҡҡанда “ВАЗ” “М-5 Урал” автомобиль юлының 1394-се километрында улар хәрәкәт иткән транспорт һүнә. Шуның арҡаһында Сергей һәм уның дуҫы транспортты трассала ҡалдырырға ҡарар итә.

Икенсе көндө машина көйләп, юлдарын дауам итәләр. 40 саҡрым самаһы юл үткәндән һуң, йәштәр юл фажиғәһенә тарый.

Һәләк булған туғыҙынсы класс уҡыусыһының ата-әсәһе әйтеүенсә, улар улдарының машина һатып алыуы тураһында белмәй. Шул фажиғәле кистә бәлиғ булмаған ата-әсәһенә дуҫында йоҡлайым тип әйткән.

Хәҙер тикшереүселәр бәлиғ булмаған спортсыға кем машина һатҡанын асыҡларға тейеш.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 16 йәшлек Сергей Батяев Юлдузлы ауылы янында аварияла һәләк булды. Ул 2019 йылда "Рәсәйҙең иң көслө балаһы" була.

Сергей Батяев менән 11 ғинуарҙа Октябрьскийҙа хушлаштылар... Ҡыҙғаныс хәл, киләсәге ҙур булған үҫмер үҙен һәләк итте.

Фото: https://t.me/c/1601276259/13336

 
Автор:
Читайте нас: