Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
12 Ғинуар , 22:10

Әсәйемдән быны көтмәгәйнем...

Шундай бер төрлө тормош менән йәшәй торғас, эсеүгә әүәҫләнгәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Бөтәһе лә контролдә, мин үҙемде беләм тип йөрөй инем ошоғаса, ҡайһы ваҡыт иртәгәһенә өйгә нисек ҡайтып еткәнемде хәтерләмәй башланым...

Әсәйемдән быны көтмәгәйнем...
Әсәйемдән быны көтмәгәйнем...

Әсәйем һәм ике апайым араһында үҫкән малай мин. Мәктәптә туғандарыма арҡаланып уҡып сыҡтым. Армиянан тороп ҡалдым: бәләкәйҙән йөрәк сирлемен (әсәйемдең тырышлығы ла булғандыр). Район үҙәгендәге һөнәрселек училищеһын тамамланым да яңынан ауылға әсәй эргәһенә ҡайттым.

Белеп тораһығыҙ, унда эш юҡ, кем ниндәй ҡалымға әйтә, шуға йөрөп ваҡыт үткәрәм. Бындай урында бик тиҙ эсергә өйрәнеп алаһың, сөнки ауыл халҡының артыҡ аҡсаһы юҡ, ә өй беренсә осһоҙло иҫерткесе һәр саҡ табыла. Апайҙар ҡалала төпләнеп, һәр береһе башлы-күҙле булып бөттө. Шулай ул ауылда: ҡыҙҙар мәктәпте тамамлау менән уҡырға китә лә шунда тороп ҡала йә башҡа райондарға кейәүгә сыға. Беҙҙә әле өйләнмәгән 10-15-ләп егет бар. Ысынлығын әйтә алмайым, бер осор 40-ҡа ла еткән тип һөйләйҙәр ине.

Шундай бер төрлө тормош менән йәшәй торғас, эсеүгә әүәҫләнгәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Бөтәһе лә контролдә, мин үҙемде беләм тип йөрөй инем ошоғаса, ҡайһы ваҡыт иртәгәһенә өйгә нисек ҡайтып еткәнемде хәтерләмәй башланым. Күрәм: әсәйем бигерәк ныҡ ҡайғыра, төрлөсө һөйләшеп ҡарай, уянып киткәнемдә китап тотоп баш осомда ултырған мәлдәре йышайҙы. Бындай халәтем үҙемә лә оҡшамай, әлбиттә, ялҡытты. Күпмегә һуҙылыр ине икән ялҡытҡыс бер төрлөлөк, әгәр әсәйем быға нөктә ҡуймаһа. Гел ипле генә һөйләшкән әсәйемде бер көн алмаштырып ҡуйғандар тиерһең, шул тиклем ныҡ ҡыҙғайны: "Бынан кире үҙ көнөңдө үҙең күр!" - тип миңә, төпсөк улына, ишеккә төртөп күрһәтте. Был һүҙҙәргә ныҡ үпкәләп, "Аяҡ та баҫмайым бүтән!" тип әсәйемә үпкәләп, рәнйеп сығып киттем тыуған йортомдан.

Ҡалала йәшәп ятҡан апайымдарға килеп һыйындым, оҙаҡламай еҙнәй төҙөлөшкә эшкә урынлаштырҙы. Бында тәртип ҡаты: эскән, урлашҡан, ялҡауланғандарҙы тотмайҙар икән. Ҡулдан бөтә эш килә, шарттарына ла тиҙ өйрәндем. Шунда уҡ эшләгән ҡатындың фатирындағы бер бүлмәһен ҡуртымға биреүе тураһында ишетеп, уның менән танышып алдым. Икенсе көндә үк шунда үҙ ғүмеремдә тәүгә әсәйҙән, туғандарҙан айырым йәшәй башланым. Хужа апай тәртипле, итәғәтле булып сыҡты: ашарға бешерһә, мине лә саҡыра, керҙәремде йыуып бирә, үҙем дә уға ярҙамлашам. Шулай һиҙмәҫтән бергәләп йәшәп алдыҡ та киттек...

Яҡшы булған, тиергә ашыҡмағыҙ. Миңә - 28 йәш, ә уға - 46, әсәйемдән саҡ ҡына йәшерәк. Өҫтәүенә үҙаллы йәшәгән өлкән улы һәм ҡыҙы бар. Улар ҙа беҙҙең бергә торғанды белә. Малайы һалҡын аҡыллы икән, быны ирҙәрсә ҡабул итте, ҡыҙы ғына әсәһен килгән һайын оялтырға тырыша. Уныһына ғына түҙербеҙ, тип уйлайым. Бер-беребеҙгә "Алла", "Максим" тип шаяртып өндәшеп тә алабыҙ. Әлегә миңә ошолай йәшәү уңайлы, тыныс, тик бындай тормоштоң оҙаҡҡа бармаҫын аңлайым, киләсәгем ҡараңғы әлегә. Әйткәндәй, эсеүҙе ташланым. Тимәк, апайым әйтмешләй, артабан барыһы ла яҡшы булыр. Әсәйем дөрөҫ эшләгән: ваҡытында ҡыуып сығарған тип уйлайым хәҙер.

 

 (Өфөлә төҙөлөштә эшләгән ирҙең һөйләгәндәренән).

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас в
Автор:
Читайте нас: