Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
10 Ғинуар , 09:28

Кешегә изгелек эшләгән һайын яуызлыҡты ла күберәк алаһың. Ни өсөн шулай?

Был һорауға психолог яуап бирә.

Кешегә изгелек эшләгән һайын яуызлыҡты ла күберәк алаһың. Ни өсөн шулай?
Кешегә изгелек эшләгән һайын яуызлыҡты ла күберәк алаһың. Ни өсөн шулай?

АҢЛАҒАНҒА ИШАРА
Кешегә изгелек эшләгән һайын яуызлыҡты ла күберәк алаһың. Ни өсөн шулай? - тигән һорауға психолог яуап бирә.

Ябай ғына миҫал аша аңлатам. Бер һәйбәт директор ай һайын хеҙмәткәрҙәренә премия биреп торған. Был, әлбиттә, бөтәһенә лә оҡшаған. Ярайһы ғына сумма, эш хаҡына өҫтәмә! Әммә бер аҙҙан хеҙмәткәрҙәр эштәренә илке-һалҡы ғына ҡарай башлаған, ҡаршылашырға ла әүәҫләнеп алғандар. Асыуы килгән директор бер айҙа быларға премия яҙмаған.

Үәт шунда башланған да инде! Директорҙы нимәлә генә ғәйепләмәгәндәр, өҫтөнә ниндәй генә бысраҡ өймәгәндәр, артынан ниндәй генә исемдәр ҡушып әрләмәгәндәр. Ахыр сиктә, бер уҫалыраҡ ханымды эргәһенә индереп ебәргәндәр, ә ул туп-тура һораған: “Һеҙ беҙгә ни өсөн штраф һалдығыҙ?”

Берәү ҙә штраф һалмаған, берәүҙең дә эш хаҡын ҡырҡмағандар, ни бары... бүләк бирмәгәндәр. Премия. Әммә премияға шул тиклем өйрәнгән кешеләр үҙҙәрен таланған кеүек хис иткән. Улар “бирмәү”ҙе “тартып алыу” менән бутаған.

Изге күңелле кешенең үҙ теләге менән ҡылған ярҙамына, яҡшылығына, баш тарта белмәүенә башҡалар шул тиклем өйрәнә. Әгәр инде бирә алмай башлаһа – этләшеүсе, талаусы, бур һәм бурысын ҡайтарырға теләмәүсе булып күренә. Бына кем хәҙер теге директор!..

Шуға күрә бүләктәрегеҙ, премияларығыҙ менән һаҡ булығыҙ. Изге ниәттәрегеҙ менән дә... Әгәр даими рәүештә, үҙ теләгегеҙ менән кемгәлер нимәлер эшләйһең икән – бер аҙҙан уның ғәйепләүҙәренә лә әҙер бул. Хатта "Штраф нимә өсөн?” - тигән һорауына...

Анна Кирьянова.
Тәржемә: Рәхимә Мусина

 

ЫНЙЫ

Автор:
Читайте нас: