Даирә
+24 °С
Ямғыр
Аңлағанға – ишара
31 Октябрь 2023, 10:36

ӘСӘЙҘӘРҘЕ КҮСЕРМӘГЕҘ!

Ошондай мәҡәлә сыҡҡандан һуң, әсәйемдең дә кәңәш һорап килгән кешеләргә, күсеү-күсмәү тураһында биргән нәсихәттәре иҫкә төштө.

ӘСӘЙҘӘРҘЕ КҮСЕРМӘГЕҘ!ӘСӘЙҘӘРҘЕ КҮСЕРМӘГЕҘ!
ӘСӘЙҘӘРҘЕ КҮСЕРМӘГЕҘ!

ӘСӘЙЕМДЕҢ НӘСИХӘТТӘРЕ
12 ”.ӘСӘЙҘӘРҘЕ КҮСЕРМӘГЕҘ!”
Ошондай мәҡәлә сыҡҡандан һуң, әсәйемдең дә кәңәш һорап килгән кешеләргә, күсеү-күсмәү тураһында биргән нәсихәттәре иҫкә төштө. Ул,“ҡыҙым (улым) ҡалаға алып китергә итмәкселәр, бик аптырап йөрөйөм әле, бармаһам балам йәл, барһам-ауылымды һағынырмын”, тип килгән кешеләргә дөрөҫ кенә кәңәштәр бирә ине: “Үҙ аяҡтарығыҙ менән йөрөгәндә, үҙегеҙҙе үҙегеҙ ҡарай алғанда, күсмәгеҙ”тип әйтер ине.

Иҫтә ҡалған бер миҫал: Суфия апай (исемен үҙгәрттем) , үҙе 60 йәштәрҙә, 80 йәштәрҙәге әсәһе менән матур ғына йәшәйҙәр ине. Әсәйемдән һорай, улыма ҡалала торлаҡ биргәндәр (яңы өйләнгән ине үҙебеҙҙең ауыл ҡыҙына), алып китәм ти, нишләргә икән? Әсәйем : “Эй, Суфия, кеше ҡулына ҡалырға өлгөрөрһең әле, насарланһағыҙ-алып китерҙәр, аяҡ-ҡулың иҫән, колхоз ярҙам итеп тора (ул элек “актив “ булды, медале лә бар ине), яңы ғына өйләнешкән балаларға һеҙ бик мәшәҡәтле булырһығыҙ, аралары боҙолор...”-тип кәңәш бирҙе. Барыбер күстеләр, бик оҙаҡ ике комнатлы хрущевкала ике бала булғансы торҙолар. Унан һуң торлаҡтың ҙурын алдылар. Әбей бер 10 йылдарҙан һуң вафат булды. Суфия апай бер үҙе ҡалды, айырым бүлмәһе бар ине; әсәйем, беҙгә килгәндә , уға ла бара ине. Мин дә барып хәйер биреп йөрөнөм. Шуға күрә тормоштарын яҡындан беләм . Апайҙың да, килендең дә үкенгән саҡтары күп булды. Килен өс бала, ике ҡәйнә менән мәш килде. Ә Суфия апай ҡәҙерле бер бөртөк улының әсәһе булып йәшәй белде, хужа -ул. Беренсе ҡарауҙа тыныс торҙолар (барыһы ла бер мөхиттән сыҡҡанғалыр), һыҙланғандарын кешегә күрһәтмәнеләр. Апайҙы ерләгәс, квартирҙарын бүлгәләп улдарына биргәндән һуң, өй хужалары бер-бер артлы йәш көйө теге доньяға күстеләр. Эстән һыҙып,көсөргәнешле йәшәү ғүмерҙе ҡыҫҡарталыр ахыры.

Ҡайһы бер балалар әсәйҙәрҙе ни өсөн үҙҙәре янына ҡалаға алалар? Сөнки уларҙың ҡаланан ҡайтып,утын хәстәрләгеләре, баҡсаны ҡаҙып бирәһеләре, картуфын алышаһылары килмәй, ә былай бер бүлмәгә яп та, кәрәк саҡта ашат (айырымдыр әле ул), керен машинкаға һал...рәхәт, ҡайғы юҡ! Ҡай береһе ҡасан әсәһенең теге доньяға китерен көтөп йөрөй...

Әсәйем был турала башҡаларға кәңәш биреп ултырһа ла, үҙе лә ауылынан күсергә мәжбүр булды. Уны оло апайым менән еҙнәм үҙ ауылдарына алып ҡайтып, айырым өй алып урынлаштырҙылар, йәнәһе, күҙ алдында булһын, тип әсәйҙе ризалаштырғандар. Мин дә аҡса биреп ярҙамлашып йөрөнөм бит әле, сөнки үҙебеҙҙең өй иҫке ине. Шул эште уның үҙ ауылында башҡарырға кәрәк булған беҙгә. Йәш саҡта бер ни ҙә аңламағанбыҙ, ә әсәйем ныҡлап төшөндөрмәгән, барыһын да Аллаһҡа тапшырып өйрәнгән кеше ине шул. Һаман шундағы иҫһеҙлегемә үкенәм. Беҙҙең әсәйҙәргә ҡарата иғтибарһыҙлығыбыҙ, хаталарыбыҙ арҡаһында аҙаҡ әсенеүҙәребеҙҙе мин ерҙәге тамуғ түгелме икән? –тип уйлап ҡуям. Теге доьяла ла яуабын һорарҙар..."Ожмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында" -тигән бит Пәйғәмбәр с.ғ.в.
Йәш булған әле ул- алмыштарҙа ғына. Был ауыл халҡы ла уны хөрмәт итеүенә ҡарамаҫтан, үҙ нигеҙен, ауылдаштарын һағынып аптыраны инде. Бында ла мәжлестәрҙә Ҡорьән , мөнәжәттәр уҡып динде иҫтәренә төшөрөп йөрөүсе булды әсәйем.. Шунда үлер алдынан 20 көн больниста ятҡанда, 20 әкиәт, ривәйәт, пәғәмбәрҙәр ҡыйссаһын һөйләне, ти бер палатала ятҡан ҡатын.
Мин тормошҡа сығып, машинабыҙ булғас, йәй һайын тыуған ауылына бер алып барып ҡалдыра инек. Бөтә таныштарын, әхирәттәрен кереп күреп сығыр ине. Йырҙары ла бар(магнитофонда ҡалған,үҙе сығарғанға оҡшай):
Аҡ быйманы беҙ кейәбеҙ
Күбәләк ҡар яуғанда.
Артыма әйләнеп ҡараным
Тыуған илем ҡалғанда.

Әсәйемдең теләге гел шул булды: “Бала ҡулына ҡалдырмаһын!”,”Бәндәгә бәндәселек булырға яҙмаһын!”,”Кеше ауыҙына ҡарап, интегеп ятырға яҙмаһын!” Шулай ҙа булды. Иманлы, динле кешенең теләге лә ҡабул була икән.Больнистан һуң әсәйем миндә дурт кенә көн ятты. Аҙаҡҡы көн врачтар уҡол яһап , хәле еңеләйеп ҡалғас: “Врачтарға рәхмәт.Ҡыҙым, уларҙы сәй эсереп ебәр”-ти. Шул ваҡытта ла үҙенең изге күңеллелеген күрһәтә алған. Шуғалыр ҙа уның йөҙө ерләгәнсегә саҡлы нурланып ятты.
Бар кеше лә шундай юғары рухҡа өлгәшә алмай.
Үҙ ауылынан, нигеҙенән айырылған кешеләр был хәлде ауыр кисерәләр.

Икенсе миҫал. Бер ирҙең ҡатыны 10 йылға алдан вафат булды. Бераҙ ауыл өйөн тәрбиәләп , балаларҙы төп йортта ҡаршы алып йәшәне. Матур ғына үҙен ҡарап тора ине әле. Улдарының береһе ҡалаға күсереп алып ҡайтты. Оҙаҡ торманы уларҙа, балалар бик тынғыһыҙ, тауыш , тип, икенсе улына китте...Шулай алмашлап йөрөй башланы. Бер килене былай тип һөйләй: Ко мне приехали родственники издалека, поэтому отправила его к другому брату. А вот, как только мои гости уехали, день не прошел, хотела отдохнуть, его опять привезли! Я открыла дверь, они стоят! Говорю: “Опять ко мне что ли?!”.
Атайға шуларҙы ишетеп тороуы бик ауыр булғандыр инде. Малайҙары уңғандар, эштәре һәйбәт.. Кульминация шунда булды: тәртипле генә ғаиләлә (киленнән дә уңған) торғанда үҙҙәре эштә саҡта нимәнелер ялғыш тейеп төшөргән дә, ҡыйммәтле генә ҡоролма ватылған. Үҙенең әрпешлегенә лә ,балалар алдында ғәрләнеп тә бик оялғандыр инде. Бер ни менән дә ауырымаған атай ике көндән һуң ҡапыл ауырып китеп, вафат була...
Шулай, балаңда торһаң да,үҙ өйөңә етә мени?! Кеше ҡулдарына ҡалып, тилмерергә насип итмәһен!

Бөгөн генә бер ҡатын күршеһе тураһында һөйләгән ине, иҫтән сыҡмай. Күрше ҡатындың ҡыҙы үҙ кәрәк ярағына кредиттәр алып-алып, әсәһенән поручительствоға ҡул ҡуйҙырған. Ваҡытында түләй алмағас, әсәһенең квартираһын һатып, банк менән иҫәпләшеп, үҙенең 5 комнатлы йортона күсереп алған, йәнәһе, урын күп, беҙҙә торырһың тип. Әҙме –күпме торғас, әсәһе уға кәрәкмәй, ҡыуып сығара. 80 йәшлек бисара әбей бер ниһеҙ урамда тороп ҡала. Был турала миңә һөйләгән ҡатын, ярҙам итеп осһоҙға арендаға торлаҡ табып, әбейҙе урынлаштыра. Тыныслап ҡына тороп китһә бахыр әбей, уның янына ейәне ғаиләһе менән өсәүләп күсеп килә. Икеһе лә эшләмәй. Артыҡ тамаҡтарҙы әбейҙең ҡыҙы өйөнән ҡыуып сығарған, ә үҙҙәре 5 комнатлы йортта икәү генә рәхәтләнеп, ҡайғыһыҙ йәшәп яталар,ти. Ҡыҙы әсәһен ҡартайған көнөндә кеше тупсаһында йөрөтөп, үҙ балаларын да уның елкәһенә йөкмәтә. Ул әсәнең йөрәгендә ниндәй генә уттар янмайҙыр...Башҡа һыйырлыҡ түгел был хәл.
Әсәйем утырған ҡыҙ (ваҡытында кейәүгә сыҡмаған) менән бергә торған әсәләрҙе лә йәлләй торған булды. “Балаларҙы шуға саҡлы ҡарағанда ғына беҙ уларға кәрәк, Ходай шулай яратҡан. Унан һуң уларҙың донъяға ҡарашы үҙгәрә, араларында күп ҡаршылыҡтар тыуа” тигәне лә бик дөрөҫ. Хәҙерге ваҡытта бындай хәл һирәк, ҡыҙҙарға торлаҡ алып,башҡа сығарға, ирһеҙ ҙә үҙ тормошын көтәргә була.

Тағы ла бер хәл. 1990 йылдар башында беренсе тапҡыр күргән матур олпат апай һаман да күҙ алдымда. Ул минең таныш инәйҙә ултыра ине. Сәй эстек. Апай күп һөйләмәй, һәр һүҙе аҡыллы, сабыр ҙа, гилемле лә күренде.
Был йорттоң хужаһы, минең эштә етәксе ине, яңыраҡ вафат булғас, ҡатынының хәлен белергә бара торған инем.
Хужабика оҙата сыҡҡас, ҡунағының кемлеген һораным. “Ҡунаҡ түгел ул, ә минең менән тора, үҙ торлағы юҡ, әхирәтем булғас, керттем. Ғүмере буйы алдынғы уҡытыусы булды, өс улының балаларын үҫтерешергә ауылдан килтергәндәр ине, ейән-ейәнсәрҙәрҙе үҫтереп , кеше иткәс, әсәйҙе бер килене лә һыйҙырмай, береһендә торһа, икенсеһенә ҡыуып тигәндәй ебәрәләр. Ә беҙҙә бергә тороуы уңайлы, бер беребеҙгә иптәш тә, серҙәш тә”- тип һөйләне. Аҙаҡ уның кемдәрҙең әсәһе икәнен һорап белгәс, йығылып китә яҙҙым. Ҡалала бер береһенә оҡшашлы, күркәм өс бер туған бар ине. Барыһы ла төплө аҡыллы ,күренекле хөрмәтле етәкселәр булдылар. Шул йылдар бер прогулкала йөрөгәндә береһенең ҡатыны күрергә тура килде, минең менән сыҡҡан дуҫтың танышы булып сыҡты. Шул арала, ниндәйҙер 20 минут эсендә, уның тәккәберлек менән һөйләгән буш һүҙ бутҡаһы мине йөҙәтте. Теге иптәшем аҙаҡ әйтә: “Әйе, фәләновтар үҙҙәре һәйбәт булһа ла, ҡатындан уңманылар...”-тип. Бына бит ҡайҙа эштең башы. ("Ээх, шул ҡәйнәләр булмаһын, улы ғына булһын ине!").

Фәһем алығыҙ, йәштәр! Әсәйҙәрегеҙ үҙе теләгәс ( аяҡтан ҡалғас) кенә күсереп алығыҙ. Үҙен үҙе ҡарай алһа, ауылында торғаны яҡшы. Олоғайғас икенсе мөхиттә йәшәп китеүе бик ауыр уларға.Аҙаҡ үкенергә тура килмәһен.

Бында фәһем өсөн килтерелгән миҫалдарҙа бәлки берәйһе үҙен таныр, миңә үпкә белдерерҙәр. Мин уларҙы кешенең “күҙен асыр” өсөн яҙам (исемһеҙ, торған төйәген күрһәтмәй). Исламда ғибрәт өсөн шулай һөйләү, яҙыу рөхсәт ителә. Уларға яҙыусыны ғәйепләргә түгел, ә үҙҙәренә аңлап, аҫылына төшөнөп, әсәй-атай алдында ғәйептәре өсөн Аллаһу тәғәләнең ғәфү итеүен һорарға кәрәк.

Был темаға ҡағылышлы шиғырҙы ла уҡып иҫкә төшөреп алыу языҡ булмаҫ (былтыр интернеттә бик күп баһа алды):
БЕР АНАНЫҢ ЯЗМЫШЫ

Яшьлегемдә ялгыз калып, өч баламны үстердем,
Үсеп җиткәч балалардан рәхәт күрермен дидем.
Ике малай, бер кыз булып үстеләр балаларым,
Бала бәгыръ ите бит ул үстеләр багалмаларым.
Ач- ялангач итмәдем, суыкка туңдырмадым,
Миһербансыз булырлар дип һич кенә уйламадым.
Өйләндердем, туйлар иттем, игелекләрен көттем,
Балаларын да үстереп, миһербан- шәфкать көттем.
Язмышы читтә булгандыр, кызны бирдем еракка,
Ике малай арасында үзем калдым чиратка.
Шулай чират йөри торгач, бер-бер артлы көн үтә,
Ай аралары утыз көн бигрәк тә тиз үтә.
Озатып калам, каршы алам хезмәт итеп торамын,
Утыз көнлек ай узганын сизмичә дә каламын.
2нче бүлек
Яшьләр зиһенле булалар, көнне санап торалар,
Бүген аең тулды диеп йөземә дә оралар.
Аем тулгач берсендә дә артык торып булмыйдыр,
Ике арада йөрүләрем йөрәгемне тырныйдыр.
Әйтерсең лә улларыма кунак булып килдем мин,
Ирекле иде көннәрем, санаулыга калды бит.
Әйтер хәл юк, бу бер айда артык кадерсез түгел,
Аем тулганның соңында торырга мөмкин түгел.
Бер-бер артлы көннәр уза,кече улымда ай тордым,
Кайларга гына китим дип төрле планнар кордым.
Тәртип буенча шулай, олы улыма бардым,
Картлык көннәремдә шулай санаулы көнгә калдым.
Бүлмә җыйдым бар да тәртип, эштән кайтып керделәр,
Барыбыз да утырыштык, аш та бүлеп бирделәр. Ашарга килеп утыргач, кашык алдым кулыма,
Ашны кабыйм дигәч кенә, исәп төште улыма
Әни, үзең беләсеңме, килгәнеңә ай тулды,
Улымнан моны ишеткәч күзләремә яшь тулды.
Шулай мени балакаем, сизми калганмын, дидем,
Көне кичкә таба булса да ярар китәрмен, дидем.
3нче бүлек
Кашык алгач кулыма, кулым дер-дер калтырый,
Чыгып киткәндә кич булгач газиз башым аптырый.
Аш хакы бар өчен генә ике кашык аш каптым,
Сиздермәстән генә торып киемнәремне таптым.
Тамагымнан үтми, булмый, йоталмадым ашымны
Балаларым сыйдырмыйлар, кая куйыйм башымна?
Кич булса да китми булмый, таяк алдым кулыма,
Китәм инде балакаем, рәхмәт дидем улыма.
Әни, ашап кит инде дип киткәнемне күргәчтен,
Калдырып китү ярамый тәлинкәгә булгәчтен.
Салган ашны, ашамыйча, әнкәй, кая барасың,
Уйламый да анасының караңгыга каласын.
Килгәч ашатырсың балам, иртәрәк әйтер идең,
Көн караңгыга калганчы иртәрәк китәр идем.
Сау булыгыз балакаем, тыныч яшәгез дидем,
Мин киткәчтен тынычланып утырып ашарсыз, дидем.
Кич караңгы булганда чыгып киттем кайтырга,
Кайтыргамы-барыргамы, белмим ниләр уйларга.
Барам дисәм кунак түгел, кайтам дисәм көтмиләр,
Безнең әни кайда диеп исәпкә дә кертмиләр.
4 нче бүлек
Кайтыр юлга чыгып киттем көн караңгы булса да,
Ике күзем сөртә-сөртә канлы яшькә тулса да
Балалар үскәч рәхәт күрү мескен ана теләге,
Ничек таштай ката икән балаларның йөрәге.
Сезнең дә бар балагыз, күзегезнең карасы,
Сез үстергән баланың картаймасмы анасы?
Чәчкән ашлык тишелеп чыгар, бер көн урып алырсыз,
Сезгә дә килер ул картлык, сизмичә дә калырсыз.
Барам, барам, барган саен кан- яшь ага күземнән
Әби, адаштыңмы әллә, дип сорашалар үземнән.
Зифа буйлы бер яшь хатын чиләкләрен куйды да,
Йөгереп килеп хәлем сорый: барасың әби, кая?
Әллә әби адаштыңмы, бик аптырап киләсең?
Барыр ңирең ерак булса, әйдә, безгә керәмсең?
Адашмадым балакаем, барыр ңирем, беләмен,
Бераз гына соңга калдым, шуңа аптырап йөримен.
Аптырама әби җаным, әйдә безгә керәбез,
Өйләребез дә бик тыныч, бер сөйләшеп кунарбыз.
Киленем түгел, кызым түгел, я бер туганым түгел,
Шундый ялварып чакыра, кермичә мөмкин түгел.
5нче бүлек
Бер яшь ханым алып кайтты, каршы чыкты иптәше,
Шундыйматур гаилә икән, чын мәхәббәт чишмәсе.
Ике матур бала чыгып, кайттыңмыни әни, ди,
Менә сезгә кунак итеп алып кайттым әби, ди.
Өйләрендә күгәрчен күк матур күркәм балалар,
Әбекәем дип киләләр, кочаклап ук алалар.
Бик пөхтә дә, бик күркәм дә килеп чыкты бер абзый
Бәрәкалла, кунак килгән, түрдән үк узыгыз, ди.
Әби, менә бу безнең әтиебез була ,ди,
Өйдә олы кеше булгач өй нур белән тула, ди.
Менә монда су әби, менә монда утыр, ди,
Укыйсың килә икән, һич тартынып торма, ди.
Менә монда була безнең пешерә торган бүлмәбез,
Инде хәзер зал ягына чәй эчәргә чыгабыз.
Чәй эчәргә утырдык, өстәл янын тутырдык,
Күңелле булды бу табын, шау-гөр килеп утырдык.
Якты, шат йөзләр булса да, миннән бер тәгам үтми,
Улларымда капкан ашым тамак төбеннән китми.
Бераз җаным тынычлангач, сөйләдем ни булганын,
Малаем санап торганын, бүген аем тулганын.
Бу рәхимле гаиләнең күзләренә яшь тулды,
Тамагымнан аш китте, йөрәгемдә боз эреде.
6 нчы бүлек.
Чәй артыннан аш булды, бөтен өй нурга тулды,
Ятырга вакыт җитте,шулай итеп кич булды.
Иртә белән торалар, эшкә китеп баралар,
Әби пешереп ашарсың, дип үземә тапшыралар.
Әниләре кадерле, тәртипле балалары,
Киендереп бакчага алып китә аналары.
Өйдә бер ялгызым калдым, тузанны сөртеп алдым,
Эштән кайтуларына чәй куеп каршы алдым.
Бар да кайтып керәләр, ни булганын күрәләр,
Өй җыелган, чәй куелган, өйгә нур тулган, диләр.
Чәйгә утыргач бу хатын, бер сүз әйтим сәнә, дип,
Күңелеңә авыр алып рәнҗемәсәң генә, ди.
Бик уйлап сүз башлагач шикләнеп тә куйдым мин,
Малаем күк кичләтеп куа икән мине, дип.
Ике чигәмне тоттым да, ни әйтәсең балам, дим,
Бүген генә куныйм инде, тагын кичкә калам дим.
Әби җаным, курыкма, ди, ник кичләтеп китәргә?
Теләгебез шушы йортка сине хуҗа итәргә.
Әби җаным бөтенләйгә бездә генә кал, диләр,
Сине әни итәргә теләгебез бар диләр.
Мин боларга бер җавап та кайтарырга белмәдем.
7 нче бүлек
Бу вакытта ниләр генә булмады икән башымда,
Үз улларым торган кебек булды минем каршымда.
Кайнаган су сипкән кебек булды минем өстемә,
“Әни, бүген аең тулды”- шул сүз төште исемә.
Бер ай бик тиз узып китә балаларга баргач та
Әни аең тулды диләр ашарга утыргач та.
Хезмәтләр күрсәтеп йөрдем, балаларын үстердем,
Балалары үсеп җиткәч шушы хәлләрне күрдем.
Бер улымда бер ай торгач, икенчесенә бардым,
Оясы тузган кош кебек ояга мохтаҗ булдым.
Әби җаным, риза бул, дип миннән җавап көтәләр,
Башкаемда төрле уйлар бер-бер артлы үтәләр.
Ярар, дидем, риза булдым шушы йортта калырга,
Ара ерак, юллар кыен улларыма барырга.
Шушы көннән балаларга белдермәдем үземне,
Чыгып киткәнем исемдә сөртә-сөртә күземне.
Бер-бер артлы көн үтә, ай хәзер үтеп китә,
Кече улым мин кайтмагач, абыйсына барып җитә.
Килеп керә, сәлам бирә, сездә нинди хәлләр булды,
Ник әнине җибәрмисез, бүген аңа ай тулды?
8 нче бүлек
Нинди әни сорыйсың син, әни бездән китте ул
Кая китте, кайчан китте, әни бездә юк бит ул
Кая барырга белмиләр, аптырашта калалар,
Ни уйларга да белмиләр бу шәфкатьсез балалар.
Кызы янына каиткән диеп шулай уйлап алалар,
Әни авырый, кайт диеп кызга хәбәр салалар.
Балаларым, бәгыръләрем белмәдегез кадеремне,
Бәлки исегезгә төшәр, тапмассыз каберемне.
Бавыр ите бит ул бала, ничек чыдасын ана,
Сабыр итим дип әйтсәң дә, һаман йөрәккәем яна.
И, матур кош, бире килсәнә, йөземнең сарысын күр сәнә,
Анагыз бик саргайган дип улларыма әйтсәнә.
Кимсетмәгез безне балакайлар
Олыгайган күңел пыяла.
Саксыз әйткән һәрбер сүзегездән
Җан кителә, йөрәк уала.
(шиғырҙың авторы Ибраһим Уразов)
Зәйтүнә Көҫәпова
2020

https://vk.com/public206431823?w=wall-206431823_1341 

Автор:
Читайте нас