Даирә
+24 °С
Ямғыр
Аңлағанға – ишара
31 Октябрь 2023, 08:52

ҺАРАН, ҠОМҺОҘ КЕШЕНЕ НИ КӨТӘ?

Әсәйем әйтә ине...

ҺАРАН, ҠОМҺОҘ КЕШЕНЕ НИ КӨТӘ?ҺАРАН, ҠОМҺОҘ КЕШЕНЕ НИ КӨТӘ?
ҺАРАН, ҠОМҺОҘ КЕШЕНЕ НИ КӨТӘ?

Әсәйем нәсихәттәренән:
 ҺАРАН, ҠОМҺОҘ КЕШЕНЕ НИ КӨТӘ?
Әсәйем әйтә ине: “Һаран кеше бик оҙаҡ ыҙалап үлә”-тип. Ысынын да мин үҙем ундай хәлде күргәнем булды. Барыбыҙҙы ла Аллаһы тәғәлә ундай хәлдәрҙән үҙе һаҡлаһын инде. Күргәнем бар, түшәккә ятҡан кешенең бөтә тотҡан ризығын мендәр артына, юрған аҫтына йәшергәнен, аҡсаһын да төрлө ергә ҡыҫтырғанын. Ҡурҡа, күрерҙәр, алып ҡуйырҙар тип. Берәйһе постелде рәтләйем тиһә, уҫал итеп ҡарауын күҙәткәнем бар. Был күренеш уның тормошта һаранлыҡ менән йәшәгәненән килеп сығалыр тип уйлайым.
Ә бына һаран ҡомһыҙ кешене был тормошта ла, үҙе үлгәс тә тағын да ниҙәр көткәнен дин ғалимдәре былай ти:
- Аллаһ тәғәлә ҡомһыҙ хәким ебәрер, малын тартып алыр;
- башына ҙур мәшәҡәт, ҡайғылар килер ( янғын, авария, ҡараҡ , һыу баҫу...);
- үҙе боҙоҡлоҡ юлына керер, һәм бөтә малын шунда туҙҙырыр;
- ҡурҡыныс сиргә тап булыр, бөтә байлығын дарыуға тотор;
- башына бәрәкәтһеҙ пландар керер, малһыҙ ҡалыр;
- малын шул хәтле ныҡ йәшерер, ахырҙа үҙе лә онотор, хәйерсеккә төшөр.
- уның аҡсаһы, малы үҙе үлгәс насар бәндәләргә мираҫ булып ҡалыр.Тегеләр харамға туҙҙырыр.

Беҙҙә бик таныҡлы ғына һатыу өлкәһендә төрлө вазифаларҙа эшләгән ҡатынды миҫал итеп килтерергә була. Таныштары күп ине, бигерәк тә еттәкселәр, врачтар, ғөмөмән, кәрәк кешеләр. Беҙҙең кеүек ғади кешеләр (таныштар, дуҫтар) менән дә әйбәт мөнәсәбәттә булды, ләкин биреү өсөн түгел, алыу өсөн. Уның ҡомһоҙлоғо,һаранлығы (алып торһа ла бирмәй, үҙенә кәрәген эс-бауырыңа кереп һорап ала, түләрмен тигән була) тураһында һүҙҙәр күп йөрөнө. Хатта олоғайғас та, беҙҙе алдаштырып-йолдаштырып, йомоштарын хаҡһыҙ алмай китмәй ине.
Аллаһы тәғәлә ундайҙарға был доньяла ла шелтәһен биреп ҡуя шул. Уны бер иҫкәртте, ике, өс...ғөмөрөнең аҙағына саҡлы иман кермәне, аңламаны, үҙгәрмәне. Иң беренсе имән кеүек иптәше йәшләй авария менән вафат булды, унан һуң 30 йәштәрҙәге ҡыҙы... йәшләй улы... ейәне... Ә үҙе ҡартайып үлде, бер 5 йыл элек (Аллаһы мине лә , уны ла ғәфү итһен инде.Исемен әйтмәй фәһем өсөн яҙырға рөхсәт ителә) . Шулай итеп, ғүмер буйы харам юл менән йыйған аҡсаһы, 3-4 яҡшы квартиралары бер ялғыҙ килененә тороп ҡалды. ..

Ундай хәлдәр тормошта бик күренеп бармаһа ла, һәр көн телешоуҙар күрһәтеп торалар бит.

Хәҙистәр:
“Мәрхәмәтле,шәфҡәтле, миһрибанлы, йомшаҡ күңелле кешеләрҙе Аллаһ тәғәлә үҙ рәхмәтенә лайыҡ ҡылыр. Ерҙә булғандарға рәхмәт, шәфҡәт күрһәтегеҙ, Аллаһ тәғәлә һеҙгә мәрхәмәт ҡылыр”.

“Ас ҡалған кешегә ризыҡ бирегеҙ, тамағын туйҙырығыҙ, ҡоллоҡҡа эләккән кешегә, ҡоллоҡтан ҡотолорға ярҙам итегеҙ, ауырыу – сырхауҙарҙың барып хәлен белегеҙ”.
Халыҡ мәҡәлдәре:
"hаран кешенен малын эт ашар, йомарт кеше узенекен ашар"
"Елдән килгән, елгә осар"
Зәйтүнә Кусяпова. 31.03.18.

https://vk.com/public206431823?w=wall-206431823_1552 

Автор:
Читайте нас