Даирә
+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Күктән һорап алған улыҡайы

Уның был донъяға килмәүе лә ихтимал ине...      

Күктән һорап алған улыҡайы
Күктән һорап алған улыҡайы

Хаҡлы ялдағы Йәмилә апай улының Өфөнән алып ҡайтҡан күстәнәстәре менән күршеһе Зәлифәне  һыйланы:

–Ураҙа ғәйетендә кереп һәйбәт иттең әле, әхирәт. Улыма рәхмәт, алыҫ тип тормай, күмәкләшеп ғаиләһе менән дә, үҙе лә ҡайтып тора. Йәш саҡта бирешмәйһең ул, ҡартлыҡта терәк-таяныс кәрәк. Әхирәт, улым тыштағы эштәр менән булғанда һиңә бер серемде асайым әле. Ошо Таһир улымдың яҡты донъяларҙа булмауы ла ихтимал ине бит, - тип  әхирәтенең ҡыҙыҡһыныусан ҡарашын күреү менән бынан ярты быуат элек булған ваҡиғаны һөйләп алып китте.

–Күрше ауыл егете, Ринатҡа йәшләй генә ғашиҡ булып, яратып тормошҡа сыҡтым. Гармунда  уйнаған, ҡулы ағас эшенә оҫта егет күңелемә тиҙ  инеп ултырҙы һәм  сыҡманы ла ҡуйҙы. Эргәлә әллә күпме егеттәр уралһа ла, уларҙың белеме лә, атайҙарының вазифаһы ла, нәҫелдәренең шәплеге лә ылыҡтырманы. Ринаттан башҡаларҙы күҙем дә күрмәне, күңелем дә ҡабул итмәне.

Йолаһына тура килтереп туй үткәрҙек тә бергәләп донъя көтөп алып киттек. Бер-беребеҙҙең күҙенә генә ҡарап тора инек.  Тик ни  өсөндөр бергә йәшәүгә бер йыл ваҡыт үтеп китһә лә,  ауырға ҡала алманым. Был бигерәк тә мине хәүефләндерҙе. Шул тиклем  баламды ҡулыма алып яратҡым килде. Сүп өҫтөнә сүмәлә, тигәндәй, ҡышҡы киҙеү ваҡытында ҡаты итеп бер-бер артлы ауырып киттек. Ғәҙәттәгесә, йүткереү-сөскөрөү менән генә  үтмәне, аяғөҫтө эшкә йөрөү ҙә хәлде киҫкенләштерҙе. Үпкәгә һалҡын тейеп, ауырыу аҙып  китте. Көслө уколдар, дарыуҙар менән саҡ аяҡҡа баҫтым.

Шунда күремдең ваҡытында килмәүенә иғтибар иттем. Тәүҙә быны сирләүем арҡаһында организмдың көсһөҙләнеүе менән бәйләнем. Аҙаҡ  ашарға бешергән һайын күңел уҡшығанға шикләнеп дауаханаға барҙым. Йөккә уҙыуымды белеп шатланырға ла өлгөрмәнем табиптың һүҙҙәре йөрәгемде телеп үтте: “Ауырлы ваҡытығыҙҙа көслө дарыуҙар ҡаҙатҡанһығыҙ. Был сабыйҙың үҫешенә йоғонто яһауы бик ихтимал. Һеҙҙең осраҡта яралғыны алдырыу дөрөҫ булыр. Зәғиф булып тыуыу осраҡтары йыш осрай бит”. Был һүҙҙәрҙән ҡатып ҡалдым. Нисек алдырыу? Ундай һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел! Ирем менән ҡасандан бирле көттөк бит  был сабыйҙы!

Башым томаланып өйгә ҡайтып индем. Был хәбәремде тиҙерәк Ринатҡа еткерергә ашыҡтым. “Бәлки, табиптарҙы тыңларғалыр? Улар белеп кәңәш итә бит ”, – Иремдән терәк эҙләп йүгереп ҡайтҡан булһам, был өмөтөм бушҡа булды, бәғерем тағы ла  нығыраҡ телгеләнде. Илай-илай йоҡлап китһәм дә, таңда асыҡ зиһен менән уяндым,  башымда ныҡлы бер ҡарар бар ине. “Барыһын да  Аллаһ Тәғәлә хәл итә, шуға бөтәһен дә уға тапшырам. Ул теләһә, бала һау-сәләмәт булып тыуасаҡ”, –тинем. Иремә лә, табиптарға ла был ҡарарымды үҙгәртмәйәсәгемде әйттем.

Ниндәй тикшереүҙәр үтергә кәрәк, барыһын да эшләнем. Ваҡыты еткәс, был донъяға дүрт килограмға яҡын ауырлыҡтағы улым донъяға килде. Баламды ҡулыма алыу менән, ағзалары теүәлме икән, тип аяҡ-ҡулдарын ентекләп ҡарап сыҡҡаным хәтерҙә.

Улыбыҙ сәләмәт, аҡыллы булып үҫте, Аллаға шөкөр. Башҡаһын үҙең дә белеп тораһың. Мәктәптә яҡшы уҡыны, спорт менән шөғөлләнде. Ваҡыты еткәс, армияға ла барып ҡайтты. Юғары белем алып, эшкә урынлашты. Ғаиләһе өсөн өҙөлөп тора. Әсәй кеше өсөн тағы ла нимә кәрәк инде?

Бына бит бөгөн дә Ураҙа ғәйете менән ҡотлайым тип, күстәнәстәрен мул итеп тейәп ҡайтып төшкән. Уға ҡарайым да “Әлдә генә уны табырға батырсылыҡ иткәнмен әле” тип йыш ҡына уйлап алам. Ниндәй улдан ҡолаҡ ҡағыр инек бит! Атаһы ғына иртә китте, ҡартайғанында улының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй алманы.

Тағы ла шуныһын әйтмәгәнмен бит әле. Ринат улымдан һуң тағы ла бәпес алып ҡайтырға теләгебеҙ ҙур булды. Тик ни өсөндөр Аллаһ Тәғәлә беҙгә башҡа сабый насип итмәне. Әгәр йәшлегем менән тәүге сабыйымды алдыртырға ризалыҡ биргән булһам, бөгөн балаһыҙ, япа-яңғыҙ ултырыр инем бит, әхирәт.Бына шул ине һиңә һөйләр һүҙем”.

 Йәмилә апай оҙаҡ йылдар бер кемгә лә әйтмәгән серен шулай күршеһенә систе. Һырҙар менән ҡапланһа ла, йөҙөндә бәхет нуры балҡыған ҡатын шул тиклем дә мөләйем ине был ваҡытта.

Фото: mixyfotos.ru

 

Автор:
Читайте нас: