Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тәкәбберлек өсөн яза

– Әгәр Маринаны ҡабул итмәһәгеҙ, мин ҡабат өйгә аяҡ баҫмаясаҡмын! – тип ярһып сығып киткәйне. Әле иһә бына...    

Ниһайәт, тыуған ауылына ҡайтып килә Хәлил. Теүәл өс тиҫтә йыл элек ата-әсәһе менән һүҙгә килешеп, “Башҡа бер ҡасан да тыуған йорт тупһаһына аяҡ баҫмайым” тип сығып киткәйне. Донъя баш эймәйем тигәнде лә бөгөп ҡуя икән. Тәкәбберлеген, артыҡ ғорурлығын еңә алмағайны заманында...

50 йәшлек ир бөгөн, башын эйеп, тыуған ауылына юлланды. Рулдә – улы Тимур. Атаһының ниәтен хуплаусы ла, әйҙәүсе лә ул.

Ауылы үҙгәрмәгән дә төҫлө. Шул тауҙар, туғайҙар... күңелдең иң нескә ҡылдарына тейеп-тейеп ала. Яҡындары  ғәфү итерме? Әсәһенең, тилмереп ҡарап: ”Сабыр бул, балам, ҡырт киҫмә!” – тигән һүҙен йығып, әйләнеп тә ҡарамай сығып киткәйне бит ул ауылынан. Йәнә хәтирәләргә бирелде Хәлил.

...Һуңғы тапҡыр ошо урамдарҙан утыҙ йыл элек үҙенең һөйгән йәре Марина менән үттеләр. Юғары уҡыу йортонда бер төркөмдә уҡыған ҡыҙ мөләйемлеге, ихласлығы менән күңелен арбаны, ә тиҙҙән бер-береһенән айырылмаҫ булдылар. Икенсе курсты тамамлағас, өйләнешергә ҡарар иттеләр.

Йөрәктәре һөйөүгә тулышҡан йәштәрҙең хисен Хәлилдең атаһы ғына аңларға теләмәне. Бәхетенән йөҙө балҡыған егеттең күңелен тиҙ төшөрҙө. “Үҙебеҙҙең ҡыҙҙар бөтмәгән. Урыҫ ҡыҙына өйләнеүеңә ҡаршымын. Ҡайҙа ҡабаланаһың кәләш алырға?” тине, ҡырт киҫеп. Ғәрсел, тәкәббер Хәлилгә был һүҙҙәр етә ҡалды. Шырпы һымаҡ гөлт итеп ҡабынып, атаһының әйткәненә ҡаршы шунда уҡ яуабын тапты.

- Әгәр Маринаны ҡабул итмәһәгеҙ, мин ҡабат өйгә аяҡ баҫмаясаҡмын! – тине, ярһып.

Бер нисә сәғәттән Маринаһын етәкләп ул ауылдан сығып бара ине инде. Әсәһенең: ”Улым, сабыр ит, атайың да күнер, үҙ балаһы бит”, – тигәнен ишетергә лә теләмәне.

Ситтән тороп уҡыуға күсте лә, яратҡан Маринаһына өйләнеп, алыҫ тарафтарға йәшәргә күсеп китте. Саманан тыш ғорурлығы ла булғандыр, ата-әсәһенә лә, туғандарына ла үҙенең ҡайҙалығын белдермәне.

Улдары Тимур тыуҙы. Ситтә йәшәһә лә, улына башҡорт телен  өйрәтте, иренең был ҡылығын Марина бары хупланы ғына. “Күп телдәрҙе белеү баланы төрлө яҡтан үҫтерә” тигән фекерҙә ине ул да. Фатир, машина алыу, бала үҫтереү мәшәҡәттәре менән донъя үҙ яйына аҡты, ваҡыт үтә торҙо. Марина әллә нисә тапҡыр Хәлилдең ата-әсәһе янына ҡайтайыҡ тип әйтеп ҡараһа ла, ғорурлығы аша үтә алманы, ләкин олоғая килә күңел тыуған ергә тартылды. Ауылы, ата-әсәһе, яҡындары йыш хәтеренә төшә башланы. Бер көн улы менән булған һөйләшеү мәлендә әллә нисә йыл буйы күңелендә йыйылған “шеше” һытылды. Улына ул ауылынан нисек сығып китеү сәбәбен асыҡтан-асыҡ һөйләп бирҙе.

– Атай, минең дә тамырҙарымдың ҡайҙан икәнлеген белгем, туғандарымды күргем килә. Ни өсөн һуң быға тиклем “етем үҫтем” тип алданың? Киләһе аҙнала эштән ял алам, бергәләп тыуған яғыңа ҡайтайыҡ, олатай-өләсәйҙән ғәфү үтенәйек, – тине.

Улының һүҙҙәре Хәлилдең йөрәгенә ҡеүәт өҫтәп ебәрҙе. Үҙе лә һиҙмәҫтән, дәртләнеп әҙерләнә башланы.

Ата-әсәһенә, туғандарына бүләк-күстәнәстәрҙе йәлләмәй күп итеп тейәне... Юл алыҫ булһа ла, көслө кисерештәр солғанышында уның йыраҡлығын, ауырлығын тойманы Хәлил.

Бына ауылға инеп, үҙҙәренең урамы яғына ла боролдолар. Тыуған йортона яҡынлашҡан һайын йөрәге нығыраҡ типте. Өй ишеге асыҡ. Тәмле генә итеп бала саҡтағы икмәк еҫе танауға килеп бәрелде. Әсәһе бешергән икмәктән дә тәмлерәк ризыҡ ашағаны булдымы икән ул? Шул тиклем танһыҡ ине өйҙә бешкән ауыл икмәге.

Аш-һыу бүлмәһендә яңы мейестән алынған икмәктәрен таҫтамал менән ҡаплап йөрөгән әсәһен күреп, ирҙең күңеле тулды:

– Әсәй, һаумы... Ғәфү ит мине, әсәй, – тине лә түҙмәй йүгереп барып әсәһен ҡосаҡлап алды. Нисәмә йыл буйы тулышҡан күңеле күҙ йәштәре булып аҡты.

– Улым, балаҡайым... Ҡайттыңмы? Көтмәгән көнөм, уйламаған сәғәтем булдымы икән? Әле икмәк бешергәндә лә, улым бәләкәй сағында икмәктең ҡайырыһын ярата ине, тип иҫләп алғайным, – һағыныуы сиккә еткән әсә оҙаҡ ваҡыт улын ҡосағынан ебәрмәне.

Ул арала Тимур, өләсәһенә сәскә гөлләмәһен бүләк итеп, саф башҡортса өндәште:

– Өләсәй, бына һин яратҡан рауза сәскәләре, – тиеүенә әсә йөрәге тағы ла иреп китте.

- Атайың менән генә күрешә алманығыҙ бит, улым. Былтыр яҡты донъянан китеп барҙы, шул тиклем ныҡ көткәйне һине. Үлем түшәгендә ятҡанда ла һораны, ҡаты итеп әйткән һүҙҙәре өсөн һинән ғәфү үтенде. Донъя шулай үкенесле шул, балам, – әсәһе күҙ йәшен тыя алмай йәнә улын ҡосаҡланы.

Ҡала күстәнәстәре менән сәй эсеп алғас, күмәкләшеп зыяратҡа атаһының ҡәберенә барҙылар. Ҡайтыуҙарына, хәбәрҙе ишетеп, туғандары ла өйҙәренә йыйыла башланы. Тыуған ауылында, тыуған йортонда яҡындары менән осрашыуға сарсап йәшәгәнен шунда ғына ныҡлап аңланы Хәлил.

Тыуған нигеҙҙә йоҡо ла шул тиклем татлы, тәмле булды. Ә төшөндә атаһын күрҙе. Барса туғандар йыйылған йортҡа ап-аҡ ҡына кейемдә атаһы килеп инде. Йөҙө шул тиклем шат, ҡәнәғәт. Улының эргәһенә үтте лә арҡаһынан йомшаҡ ҡына ҡағып сығып китте...

Күңел рәхәтлеге кисереп уянды йоҡоһонан Хәлил.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Автор:
Читайте нас: