Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Тупһа"ғыҙ ныҡ булһын

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек.    

"Тупһа"ғыҙ ныҡ булһын
"Тупһа"ғыҙ ныҡ булһын

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек.    Улы Исмәғил өйләнгәс, Ибраһим ғәләйһис-сәләм уның хәлен белергә Мәккәгә килә. Йорт ишеген килене аса.– Исмәғил ҡайҙа? – тип һорай Ибраһим ғәләйһис-сәләм.– Ул беҙгә ризыҡ табырға китте, – тип яуаплай ҡатын.– Ә нисегерәк йәшәп ятаһығыҙ һуң? – тип ҡыҙыҡһыныуын белдерә Ибраһим ғәләйһис-сәләм.– Насар, бик насар, – тип һөйләй башлай килене. – Гел мохтажлыҡ кисерәбеҙ...Ибраһим ғәләйһис-сәләм зарҙы тыңлап бөтә лә улына сәләм әйтергә һәм ишегенең тупһаһын алмаштырып ҡуйырға ҡушып ҡайтып китә.Ире ҡайтҡас, ҡатыны уға барыһын да еткерә. Уныһы: “Тимәк, атайым килгән. Ул миңә һине айырырға ҡушҡан”, – ти ҙә кәләшен ҡайны-ҡәйнәһенә алып барып ҡалдыра... Исмәғил икенсегә өйләнгәс, Ибраһим ғәләйһис-сәләм йәнә килә. Ишекте килене аса. – Исмәғил ҡайҙа?– Ул беҙгә ризыҡ табырға китте.– Ә нисегерәк йәшәп ятаһығыҙ һуң?– Шул ҡәҙәр һәйбәт. Барыһы ла бар, әл-хәмдү лил-ләһ!Ибраһим ғәләйһис-сәләм улына сәләм әйтергә һәм ишегенең тупһаһын нығытып ҡуйырға ҡушып, ҡайтырға юллана. Ҡатыны иренә барыһын да еткерә. “Был кеше – атайым. Ул миңә һинең ме­нән араны нығытырға, бер ҡасан да айырылмаҫҡа ҡушҡан”, – тип белдерә ире, ҡыуанысын йәшерә алмайынса.  

Фото:Stroiteh-msk.ru  

Автор:Дилбәр Ишморатова

Автор:
Читайте нас: