Даирә
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кәрәкмәгән малай

“Мин һине әсәй тип атамаясаҡмын!” – тине ул, һауаланып.  

Кәрәкмәгән малай
Кәрәкмәгән малай

“Мин һине әсәй тип атамаясаҡмын!” – тине ул, һауаланып.

Ғәзимә кибеттән өйөнә ҡайтып килә ине. Аяҡ аҫты тайғаҡ. Шуға ла ул ҡапҡа төбөндә торған ҙур “джип”ҡа шунда уҡ иғтибар итмәгән. Күргәс тә ҡойолоп төштө: элекке ире килгән, бына ул машинанан сыға ла башланы... Онотола яҙған ҡурҡыу хисе ҡабат тоҡан­ды, тубыҡтары ҡалтырап китте...

 Ире үҙенең ҙур һәм ҡупшы коттеджынан Ғәзимәне ҡыуып сығар­ғанға тиҫтә самаһы йыл үткән. Ул хәҙер икенсе ҡалала йәшәй. Ғәзимә элекке ирен күптән күргәне юҡ ине. Әле осрашҡас та, был кеше менән үҙенең нисек меҫкен һәм һәр саҡ ҡурҡып-ҡалтыранып йәшәгәнен иҫләп, йәне өшөп китте.

Элекке ире уға бер нисә метр еткәс туҡтаны, аяҡтарын айырып баҫып, уға хас тәкәббер ҡарашы менән байҡап алды:

– Шулайҙыр тип күҙ алдына килтергәйнем дә – хәйерсе әбейгә оҡшап ҡалғанһың, – тине ул, мыҫ­ҡыллы йылмайып. – Күрәһең, яңы ирең дә хәйерсе, машинағыҙ юҡ, аҙыҡты йәйәүләп ташыйһың... Силәгенә күрә ҡапҡасы табылған, тимәк. Ярай, мин уның өсөн кил­мәнем. Ике йыл элек бала тапҡан­һың тип ишеткәйнем, ә өлкән улың да бар икәнен оноттоңмо ни?

Былай ҙа юғалып ҡалған Ғәзимә тағы ла нығыраҡ ҡаушай төштө. Айырылышҡанда ире малай тура­һында оноторға ҡушҡайны бит һәм күрешеүҙе лә тыйҙы. “Уны күрергә маташһаң, төрмәгә ултыртам, сәбә­бен табырмын!” – тип янаны ул. Ултыртыуы ла мөмкин, уның бөтә урында таныштары-дуҫтары бар, быныһын Ғәзимә белә.

– Телефон аша һөйләшергә рөх­сәт итәм, улайынса боҙа алмаҫһың тип уйлайым. Ә улымды мин ысын егет итеп үҫтерәсәкмен, минең һымаҡ бизнесмен буласаҡ! – тине ул ун йыл элек.

– Ҡыҫҡаһы, күптән түгел өйлән­дем. Алекс яңы ҡатынымды яратмай, төрлөсә ҡыйырһыта, – тине элекке ир бөгөнгө осрашыуҙа. – Шуға уныһы ла шарт ҡуйҙы: “Йә мин, йә ул!” – ти. Ә минең уны юғал­та­һым килмәй, ул, һинән айырмалы, шәп ҡатын. Һиңә лә әсәй булыуыңды иҫкә төшөрөргә, улың­ды тәрбиәләү эшенә тотонорға ва­ҡыт. Ул әле машинала ултыра. Алекс, сыҡ машинанан! Сыҡ тинем бит!

Автомобилдән ҡабаланмай ғына ун өс йәш тирәһендәге үҫмер сыҡ­ты.

– Атай, һин мине ысынлап та ошо аласыҡта йәшәтергә итәһеңме, йортҡа ла оҡшамаған... Ошо ҡатын янында ҡалдыраһыңмы? – тине ул, бер кем менән дә иҫәнләшеп тормайынса. – Мин бында йәшәй алмайым. Ә минең секциялар? Был ҡаласыҡта ундайҙар юҡтыр ҙа...

– Секциялар тураһында онотор­ға тура килер, – тип ҡырт киҫте атай кеше. – Әсәйеңдең улар өсөн түләргә аҡсаһы юҡ.

Ул малайының әйберҙәрен алып ергә ҡуйҙы ла, йәһәтерәк машина­һына ултырып, китеп тә барҙы. “Джип” боролоп оло юлға төштө, ә әсәй менән улы һаман аптырап, бер-береһенә ҡарап торалар ине. Һуңғы йылдарҙа уларҙың хатта телефон аша аралашыуы ла туҡта­ғай­ны, сөнки әсәһе шылтыратҡанда тәүҙә балаларса бер ҡатлылыҡ менән хәбәрен һөйләгән малай тора-бара тупаҫ яуап биреүгә күсте, артабан телефонды бөтөнләй алмай башланы... Быныһы атаһының әсәйгә ҡаршы ҡотортоуы һөҙөмтәһе икәнен аңлай ине Ғәзимә.

– Әйҙә, Алмас, әйберҙәреңде ал да өйгә инәйек, – тине ул улына.

– Ни эшләп мин һиңә Алмас булайым, мин – Алекс! Хәтереңдә тот – Алекс!  – тип ҡысҡырҙы үҫмер.

– Ярай һуң, Алекс булғас Алекс, – тип көрһөндө ҡатын.

– Таныш бул, Юлай, был минең улым Алекс. Ул беҙҙең менән бергә йәшәйәсәк, – тине Гәзимә өйгә ингәндә бәләкәй ҡыҙын күтәреп ҡаршы алған иренә.

Юлай Ғәзимәнең тәүге ника­хының әсе тарихын белә ине. Элекке иренең улдары менән күрешергә рөхсәт итмәүе лә уға күптән бил­дәле. Ә ни эшләп хәҙер малайҙы кире ҡайтарғандар? Быныһын ул ҡатыны менән икәүҙән-икәү ҡалғас ҡына ентекләп һорашырға булды, ә хәҙергә шулай ғына тине:

– Ярай, шулай кәрәк икән, йәшәйек бергә. Үт, Алекс, хәҙер киске аш ашарбыҙ, шунан кемгә ҡайҙа йоҡларға икәнен хәл итербеҙ.

Үҫмер аяҡ кейемен дә һалма­йынса үтергә ынтылғас, Ғәзимә уны туҡтатты.

– Нимә, мин һеҙҙә бында ялан аяҡ йөрөргә тейешме әллә? – тип һуҡранды Алекс модалы кроссовкиларын сискәндә. Ул йортто ҡарап йөрөгән арала Гөлсимә иренә элекке хәләл ефете менән осрашыуын, уның Алексты килтереп ташлап китеүен һөйләне. Юлай үҙ фекерен әйтергә лә өлгөрмәне, кухняға Алекс килеп инде.

– Нимә, һеҙ ысынлап та мине ошонда йәшәтергә уйлайһығыҙмы? – тине ул ярһыған төҫтә. – Ике ге­нә бүлмәгеҙ бар, икеһе лә бәләкәй! Атайымдың йортондағы минең бүлмә генә лә һеҙҙең бөтә йор­тоғоҙға ҡарағанда ҙурыраҡ! Һеҙ бәпесегеҙ менән бергә йоҡо бүлмәһендә булаһығыҙ инде, ә мин ҡайҙа йоҡларға тейеш?

– Залдағы диванда ятырһың, – тип иңбашын һикертте Юлай. – Башҡа вариант юҡ.

– Урталағы бүлмәлә ятырғамы? Юҡ инде! Һеҙ балағыҙ менән залға күсәһегеҙ, ә мин – йоҡо бүлмәһенә, бигерәк бәләкәй, шулай ҙа айырым бүлмә.

– Улым, әйҙә бер аҙ йәшә әле, шунан уйлашырбыҙ, килеү менән талаптар ҡуйма...

– Улым тип әйтмә миңә! Мин дә һине әсәй тип атамаясаҡмын. Һин минең өсөн – Ғәзимә.

– Ярай. Әйҙә, бәхәсте туҡта­тайыҡ та ашап алайыҡ.

– Ошо ус аяһындай ғына кухняламы? Беҙ бында һыябыҙмы һуң? Ә ашарға нимә бар? Кәтлит менән макаронмы? Беҙ ундай нәмәне этебеҙгә лә ашатмайбыҙ! Юҡ, кәрәкмәй миңә макарон! Исмаһам, кейгән кейемдәрегеҙ ҙә йүнле түгел, төҙөлөштә эшләгән йөк ташыусы­ларҙыҡы һымаҡ. Ярай, бөгөнгә диванда ятырмын, иртәгә иртән миңә йомортҡалы бекон эшләрһең!

– Беҙҙә бекон юҡ, бәлки, ғәҙәт­тәге йомортҡа ғына ҡурып бирермен? – тине Ғәзимә аҡланған төҫтә.

Иртән дә Алекс асыулы төҫтә ине:

– Диванығыҙ уртала йәмшек, төнө буйы йоҡлай алмай сыҡтым! – тине ул. – Етмәһә, минең аша бәҙрәфкә йөрөйһөгөҙ, балағыҙ туҡ­тауһыҙ мыжый, йәшәй алмайым бындай йортта! Был өй ишаратын һатығыҙ ҙа кеше йәшәрлеген алы­ғыҙ, минең дә үҙ бүлмәм булһын унда!

– Бик еңел генә килеп сыға һи­нең­сә... – тип көлөмһөрәне Юлай. – Беҙҙең ул тиклем аҡсабыҙ юҡ.

– Тимәк, һин – йүнһеҙ хәйерсе... Ысын ир кеше аҡса таба алырға тейеш, – тип мыҫҡылланы малай. Шунан әсәһенә ҡараны:

– Үҙеңә йүнле ир ҙә таба ал­маныңмы? Минең атайҙан һуң ни өсөн ошо хәйерсе менән йәшәргә булдың? Ҡара, нисек кейенгән. Әллә төҙөлөштә йөк ташыусымы ул?

Ғәзимә иренең ысынлап та төҙөлөштә эшләүен, тик йөк ташыусы булып түгел, ә бригадир вазифаһында икәнен әйтергә уҡталды ла өндәшмәне – бригадир ҙа, был малайҙың ҡарашынса, хәйерсе кешеләрҙең береһе бит инде...

... Алекстың был йортта йәшәй башлауына айҙан ашты. Ул тирә-яғындағыларҙың барыһын да мыҫҡыллауҙан туҡтаманы. Мәктәп­тә лә класташтары менән һыйыша алмай ине, сөнки уларға, элек үҙе элита мәктәбендә уҡығас, түбәнһетеп ҡараны.

Юлайҙың эштән һуң кис өйгә ҡайтаһы ла килмәй ине хәҙер. Баштараҡ ул малай тора-бара өйрәнер, уларҙың һәйбәт ҡарашын аңлар, үҙе лә аҡрынлап тәртибен ыңғай яҡҡа үҙгәртә барыр тип өмөт итһә, хәҙер быға ышанмай ине. Атаһы малайҙа ун йылдан ашыу әсәһенә һәм ярлы кешеләргә ҡарата нәфрәт тәрбиәләгән.

Бер көндө Юлай эштән һуң иптәштәре менән һыра һатҡан барҙа әҙерәк төшөрөп алды. Өйгә мөмкин тиклем һуңыраҡ ҡайтырға теләй ине ул. Иҫерек тә түгел, тик Алекс быны шунда уҡ һиҙҙе.

– Ә-ә, был хәйерсе алкаш та икән етмәһә! Ғәзимә, һинең мине ошонда йәшәтергә мәжбүр итеүең генә етмәгән, был эскесе менән бер һауаны һуларға тейешме ни мин?

– Туҡтайһыңмы-юҡмы һин? – тип ҡысҡырҙы сығырынан сыға башлаған Юлай. – Беҙҙең менән йәшәйһең икән, беҙҙе ихтирам да итергә бурыслыһың!

– Ә нимә өсөн һине ихтирам итергә? Тиндәр генә алып эшләп йөрөйһөң! Һиңә аяҡ һөртөргә генә була.

Юлай, малай янына килеп, һуғырға ҡулын күтәрҙе. Үҙенең нимә эшләргә йыйынғанын да аңламай ҡалды, шикелле.

– Нимә эшләтә алаһың һин ми­не? – тине Алекс уға аҫтан өҫкә табан ҡарап. – Һуғып ҡына ҡара, ата­йым һине иҙеп ташлаясаҡ! Ул һинең кеүектәрҙе кешегә лә һанамай!

Ирен беренсе тапҡыр шундай хәлдә күргән Ғәзимә уны ҡосаҡлап алды ла йоҡо бүлмәһенә әйҙәне. Уныһы стена яғына ҡарап ятты һәм ҡуҙғалманы. Иртән эшкә лә барманы, Алекстың мәктәпкә киткәнен көтөп алды ла, шунан ғына ҡатынына һүҙ ҡушты:

– Ғәзимә, һинең менән һөй­лә­шеп алырға ине. Мин башҡаса былай йәшәй алмайым. Һинең улың янында мин үҙемде, ысынлап та, бер хәстрүш итеп тоя башланым. Эйе, беҙ бай йәшәй алмайбыҙ әлегә, ләкин бер-беребеҙҙе ярата, ябай ғына әйберҙәргә лә шатлана инек. Ә хәҙер? Ҡара – нимәгә әй­ләнде тормошобоҙ... Аңлайым: һи­нән улыңдан баш тартыуҙы талап итергә хоҡуғым юҡ, шуға үҙем китәм.

... Бер нисә көндән Ғәзимә электричкала килә ине инде, ул әле генә улын ҡабат атаһына алып барып ташланы. Малайҙың ҡулына үҙе яҙған ҡағыҙҙы тотторҙо һәм атаһының коттеджы ҡапҡаһы янында ҡалдырып китте. Яҙмала уның улын ҡабат ҡабул итмәйәсәге, кәрәк булһа, әсәйлек хоҡуғынан баш тартасағы тураһында әйтелгәйне.

Ире һәм ҡыҙы янына ҡайтып барғанда Ғәзимәгә ауыр уйҙар тынғы бирмәне: “Мин – насар әсәй. Үҙ улымдан баш тарттым... Ә нимә эшләй ала инем һуң?”

-  Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Фото:rbk.ru

Автор:
Автор:
Читайте нас: