Даирә
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
26 Апрель 2023, 12:31

ТЕЛӘГӘНЕМ

Кешенең йәне үлемһеҙ, ул сабый хәлендә кире ҡайта, тиҙәр...

ТЕЛӘГӘНЕМ
ТЕЛӘГӘНЕМ

Кешенең йәне үлемһеҙ, ул сабый хәлендә кире ҡайта, тиҙәр. Мин дә берәй заман был яҡты донъяларҙан уҙырмын да яңынан бәпес булып донъяға тыуырмын, малай булып үҫермен, егет ҡорона инермен, кәләш алырмын, донъя көтөрмөн... Тик башҡорт балаһы булып ҡына ауаз һалһам ярар ине. Аллаһы Тәғәләнән бар теләгәнем шул! Сөнки был ғүмеремдә халҡым өсөн эшләйһе күпме изге эштәр башҡарылмай ҡалды, күпме хыялдар тормошҡа ашманы.
Ғүмер тигәнең бер күҙ асып йомған ара ғына икән дәбаһа. Алтмышыма аяҡ баҫып, етенсе тиҫтәмде ваҡлағанымды һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Әгәр яңынан башҡорт булып тыуһам, бар ғүмеремде, халҡым, был юлы ла һиңә генә арнар инем. Тик һин генә бар бул. Ҡурай моңдарың тынмаһын, бал ҡорттарың йүкә сәскәләренән шифалы бал йыйһын, далаларҙа башҡорт йылҡыларының кешнәгәне, сырҡырағаны бар тарафтарға яңғырап торһон, унан да бигерәк минең менән туған телемдә һөйләшеп, йәшел сиҙәмдәрҙә уйнарлыҡ малай, ҡыҙҙарың, мөхәббәтемде саф башҡортса аңлатырлыҡ еткән ҡыҙҙарың ифрат күп булһын. Аллаһы Тәғәләнән бар теләгәнем шул!
Тәлғәт ШАҺМАНОВ.

Фото асыҡ сығанаҡтан

Автор:
Читайте нас: