Әгәр ҙә әңгәмә ваҡытында кеше нимәлер йәшергән йә әйтеп бөтөрмәгән кеүек тойолһа, ул кешенең күҙенә тура ҡарағыҙ. 90 % осраҡта һеҙ теләгән информация өҫкә ҡалҡып сығасаҡ.
Кемдер һеҙгә ҡысҡыра башланы икән, бер һүҙ ҙә өндәшмәгеҙ. Бер нисә минуттан уның асыуы һүреләсәк, һәм ул үҙен ғәйепле тоя башлаясаҡ. Ғәфү үтенеп ҡуйыуы ла ихтимал.
Әгәр ҙә һеҙҙе кемдер тәнҡитләргә йыйына икән, мәҫәлән, директорығыҙ, мотлаҡ уның ҡаршыһына, йә булмаһа янына ултырырға кәрәк.
Ныҡ тулҡынланған осраҡта һағыҙ сәйнәү ярҙам итә. Тик кеше алдында сығыш яһар алдынан һағыҙығыҙҙы ташларға онотмағыҙ.
🔶 Имтихан биргән ваҡытта уҡытыусыны үҙегеҙҙең иң яҡын дуҫығыҙ йә туғанығыҙ тип күҙ алдына килтерһәгеҙ, тулҡынланыуығыҙ кәмер. Тыныс тауыш менән яуап биргән кеше теманы яҡшы белгән кеүек тойола.
🔶 Күмәк кеше араһында, мәҫәлән, ҡунаҡта йәиһә эштә, көлкөлө хәл килеп тыуһа, һәр кем үҙенең күңеленә яҡын кешегә ҡарап көлә. Берәй ваҡыт ипләп кенә күҙәтеп ҡарағыҙ әле.
🔶 Осраған бер танышығыҙға һаулыҡ һорашҡанда исеме менән өндәшеп, мөләйем йылмайыу бүләк итһәгеҙ, ул кеше лә һеҙҙе осратҡан һайын үҙе лә ихлас йылмайып һаулыҡ һораша башлар.
🔶 Оҡшатып йөрөгән кешегеҙҙең иғтибарын йәлеп итергә теләһәгеҙ, уның яурыны артында урынлашҡан әйбергә текләп ҡарағыҙ. Ул кеше һеҙҙең күҙгә ҡараясаҡ. Шул ваҡытта уның да күҙенә яғымлы итеп ҡарарға өлгөрөп ҡалығыҙ.
🔶 Сығырығыҙҙан сығыр хәлгә етеп барғанығыҙҙы аңлау менән күҙҙәрегеҙҙе йомоп, тәрән итеп тын алығыҙ. Шунан 10 ға тиклем яйлап ҡына һанағыҙ. Ярҙам итә.
🔶 Кеше менән һөйләшкәндә тик уның күҙенә генә ҡарап һөйләһәгеҙ, ул һеҙҙең менән осрашырға ашҡынып торасаҡ. Гипноз тигән төшөнсәне һәр кем яҡшы аңлайҙыр.
🔶 Башҡарған эшегеҙ өсөн хаҡ һорағанда 20 % ҡа артығыраҡ һорағыҙ. Халыҡ һатыулашырға ярата. Һирәк кенәләр әйтелгән сумманы бер һүҙһеҙ түләй. Күп осраҡта хаҡты төшөрөүҙе талап итәләр. Шуға күрә, 20 % ташлама яһаһағыҙ ҙа, үҙегеҙ теләгән сумманы ала аласаҡһығыҙ.
🔶 Бер ҡасан да, бер кемгә лә тауыш күтәрмәгеҙ. Шул ваҡытта ғына һеҙ үҙ баһаһын, үҙ эшен белгән кеше булып күренерһегеҙ. Кешеләрҙең һеҙгә ихтирамы ла артыр.