Даирә
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
17 Апрель 2023, 15:55

Ирмен тигән ысын ир быларҙың береһен дә бер ҡасан да эшләмәйәсәк!

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй...

Ирмен тигән ысын ир быларҙың береһен дә бер ҡасан да эшләмәйәсәк!
Ирмен тигән ысын ир быларҙың береһен дә бер ҡасан да эшләмәйәсәк!


1) Аҡыл ултырған ысын ир-егет бер ҡасан да ҡатын-ҡыҙҙың битенә бәреп, уны кәмһетерлек, бигерәк тә уның буй-һыны, йөҙ-ҡиәфәтенә ҡағылышлы насар мәғәнәле һүҙҙәр әйтмәйәсәк.

2) Аяғында ныҡлы баҫып торған, характеры ултырған ир ҡатынын ҡыҙғанмай. Үҙ-үҙенә ышанмаған кеше башҡаларҙа ла шикләнә. Ҡыҙғаныу - хәләл ефетеңде ихтирам итмәү, уның ышанысһыҙ икәнен дәлилләп маташыу.

3) Аҡыллы ир һәр һүҙгә сыпраңламай. Ир ҡатын-ҡыҙҙан һалҡын ҡанлы, көслө рухлы, тыныс һәм сабыр булыуы менән айырылып тора. Бындай ир булған ғаиләлә талаш-тартыш, ғауға кеүек йәмһеҙ күренештәргә урын юҡ.

4) Һәр ир-егеттең төп бурысы - ололарҙы, көсһөҙҙәрҙе, ярҙамға мохтаждарҙы ҡурсалау. Тәү сиратта үҙ ата-әсәһенә хөрмәт күрһәтергә тейеш ир кеше. Ата-әсәнең үтенесе ирҙең үҙ ғаиләһенән алдараҡ үтәлә.

5) Ауырлыҡтар килеп тыуғанда ҡатын-ҡыҙ итәге аҫтына йәшенмәй ысын ир-ат. Кемделер ғәйепләү, мөнәсәбәт асыҡлау, өҫтәл һуғып ҡысҡырыу урынына тыныс ҡына ҡыйынлыҡтарҙан тиҙерәк ҡотолоу юлын эҙләйәсәк.

6) Көслө ир-егет бер ҡасан да үҙенең уңышһыҙлыҡтарында кешене ғәйепләмәйәсәк. Ғәйеплене эҙләп ваҡытын бушҡа әрәм иткәнсе яңынан баш ҡалҡытып, яңы ысулдарын табып, эшен яйға һалыу юлын табасаҡ.

7) Ирмен тигән ир үҙенән көсһөҙҙәргә ҡул күтәреү түгел, тауыш та күтәрмәҫ. Ҡурҡаҡ ирҙәр генә өй эсендә батша.

8) Арыған хәлдә лә ир кеше ҡатын-ҡыҙ алдында арыным тип әйтмәҫ. Мыжыҡлыҡ ирҙәргә хас сифат түгел. Балаларға ла 5 йәшкә тиклем генә мыжырға рөхсәт ителә ҡайһы бер алға киткән илдәрҙә.

9) Ир-ат аҡсаға мохтаж булырға тейеш түгел. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, буш ваҡытында ҡырын төшөп телефон йә пульт тотоп ятыу урынына матди хәлен яҡшыртырға ынтылһа, үҙе лә аяғында ныҡлы баҫып торор, ата-әсәһенә лә ярҙам итер, ғаиләһендә лә лайыҡлы ир һәм атай булыр ине.

10) Ҡатынының ыңғайына ғына йөрөгән ир йә ялҡау, йә мыжыҡ, йә ҡурҡаҡ, йә көсһөҙ. Үҙен ирмен тип һанаған ирҙең үҙ фекере булырға тейеш. Ҡатындың һәр үтенесен йүгереп йөрөп үтәү, әмер көткән ҡол кеүек ҡатындың күҙҙәренә ҡалтыранып ҡарап тороу - мөхәббәт һәм ихтирам итеү билгеһе түгел. Ир ғаиләлә "быҙау" булһа, ғаиләнең нигеҙе юҡ тигән һүҙ.

Автор:
Читайте нас: