Яҡшы ирҙең ҡатыны тыныс була... Йәш күренә... Күп йылмая... Өй эсендәге эштәрҙе лә яратып ҡына башҡара... Үҙен бөтөрмәй, ире менән ял итергә, кистәрен ҡултыҡлашып ҡайҙалыр барырға ваҡыт таба... Бөтәһе лә был кеше ҡатындан уңған тип һоҡлана. Ә был ирҙең ҡаҙанышы икәнен күптәр уйлап та еткермәй. Ә башҡа ирҙәр уларға көнләшеп ҡарай. Ниңә минең ҡатыным шундай түгел икән тип уйлай. Ниңә икәне ап-асыҡ билдәле: ҡатын-ҡыҙҙы ла затлы машинаң кеүек һаҡларға һәм ҡәҙерләргә кәрәк.
...Һәр оло йәштәге сибәркәй янында ҡулын ҡыҫыуға лайыҡлы ир-егет була. Әлбиттә, яңғыҙаҡ матур ханымдар ҙа, бәхетһеҙ никахта ла үҙҙәрен һаҡлай белгәндәр ҙә бар, ләкин улар һирәк. Кәләште йәштән һаҡлар кәрәк – шул ваҡытта уға бер ҡасан да әбей (ҡарсыҡ) тип әйткең килмәҫ.
Рәхимә Мусина.