Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
20 Март 2023, 11:02

Йөрәктең тутығын нисек бөтөрөргә?

Тимерҙе тутыҡ ҡаплап алған кеүек үк, йөрәкте лә тутыҡ ҡаплап алыуында шик юҡ.

Йөрәктең тутығын нисек бөтөрөргә?
Йөрәктең тутығын нисек бөтөрөргә?

Ибн әл-Ҡәййим әйткән:

Тимерҙе тутыҡ ҡаплап алған кеүек үк, йөрәкте лә тутыҡ ҡаплап алыуында шик юҡ. Йөрәктең тутығын Аллаһты иҫкә алыу менән бөтөрәләр. Аллаһты иҫкә алыу йөрәкте көҙгө һымаҡ ялтыратҡансы таҙарта. Әгәр ҙә Аллаһты иҫкә алыу онотолһа, тутыҡ йөрәккә кире ултыра башлай. Аллаһты иҫкә алыу киренән тергеҙелһә, йөрәк ҡабаттан таҙара.

Тутыҡ йөрәкте ике сәбәп буйынса уратып ала:

1. Гонаһтар сәбәпле.
2. Аллаһты иҫкә алмау сәбәпле.

Йөрәкте таҙартыу ике нәмә менән башҡарыла:

1. Истиғфар (Аллаһ Тәғәләнән ғәфү үтенеү)
2. Зекер әйтеү.

📖Әл-Үәәбилүс-Сәййиб.
80-се бит.

Иманлы ғаилә

Автор:
Читайте нас: