Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
20 Март 2023, 11:16

«Ожмах дүрт төрлө ғөрүһҡа (төркөм) ғашиҡтыр»

Түбәндә улар тураһында мәғлүмәт бирәбеҙ.

«Ожмах дүрт төрлө ғөрүһҡа (төркөм) ғашиҡтыр»
«Ожмах дүрт төрлө ғөрүһҡа (төркөм) ғашиҡтыр»

Бер нисә көндән, 22 март, ҡояш байыу менән изге, гонаһтарҙан ҡотолоу, ғәфү ителеү айы – Рамаҙан айын ҡаршы алабыҙ, иншәаллаһ!. "Рамаҙан" һүҙе генә лә ысын мосолман кешеһенең күңелендә шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек хисе уята. Дини кешеләр изге Рамаҙан айын түҙемһеҙләнеп көтә. Был айҙа зекер үә тәсбих һәм Ҡөрйән уҡыу менән мәшғүл булырға кәрәк, сөнки ғәлимдәр: «Ожмах дүрт төрле ғөрүһҡа (төркөм) ғашиҡтыр»: тинеләр.
     Беренсеһе: Ҡөрйән уҡыусыға ғашиҡтыр, бигрәк тә был шәриф айҙа.
     Икенсеһе: телде ғәйбәттән һүҙ йөрөтөүҙән һәм башҡа ярамаҫ һүҙҙәрҙән һаҡланған кешегә ғашиҡтыр, айырыуса был шәриф айҙа.
     Өсөнсөһе: – астарға тағәм биргән кешегә ғашиҡтыр.
     Дүртенсеһе: — Рамаҙан айында ихлас күңел менән ураҙа тотоусыға ғашиҡтыр. ("Әбйәлил" сайтынан алынды, Назир Сабитов).

Иман нуры

Автор:
Читайте нас: