1. Оҡшай икән - әйт
2. Оҡшамай икән - әйт
3. Кемделер һағынғанһың икән - шылтырат
4. Аңлашылмай икән - һора
5. Осрашҡың килә икән - саҡыр
6. Бер ҡасан да бәхәсләшмә
7. Һине аңлаһындар тиһәң - аңлат
8. Ғәйеплеһең икән – был турала әйт һәм үҙеңде аҡлама.
9. Һәр кемдең үҙ фекере бар икәнен онотма, һәм был фекерҙең йыш ҡына һинеке менән тура килмәүе бар.
10. Үҙеңэә оҡшамаған кешеләр менән аралашма.
11. Был тормошта иң мөһиме - мөхәббәт, ҡалған барыһы ла – ығы-зығы.
12. Проблемалар – һәр кемдең башында.
13. Тирә яҡ мөхит уҫал да, изге лә түгел. Ул битараф.
14. Һәр ваҡиғанан ҡәнәғәтлек алырға тырыш.
15. Һинең башҡа ғүмерең булмаясағын һәр ваҡыт иҫеңдә тот.
16. Бәйләнсек булма.
17. Һин бер кемгә лә бер нимә лә тейеш түгел.
18. Бер кем дә һиңә бер нимә лә тейеш түгел.
19. Донъяны, тирә-яҡ мөхитте өйрәнеүгә ваҡыт һәм аҡса йәлләмә.
20. Һәр ваҡыт үҙеңә ышан.
21. Әгәр кәйефең насар икән, һин үлгәс, бының да булмауы тураһында уйла.
22. Бөгөнгө көн менән йәшә, сөнки кисәгеһе үтеп китте, ә иртәгәнең булмауы ла мөмкин.
23. Бөгөн – иң яҡшы көн тип йәшә.
+21 °С
Болотло






