Даирә
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
25 Ғинуар 2023, 10:08

ИР ӘҘӘБЕ

Ир һәйбәт икән – ҡатын яҡшы.

ИР ӘҘӘБЕ
ИР ӘҘӘБЕ


✔Ҡатынығыҙҙың ҡайғылы мәлендә лә, шатлыҡлы ваҡытында ла гел янында булығыҙ, уны ихлас күңелдән яратығыҙ.

✔Хәләл ефетегеҙҙе төрлө зиннәт менән биҙәргә ынтылмағыҙ, ә изге, мәрхәмәтле күңелен ҡатырмай һаҡлағыҙ. Шул саҡта йортоғоҙҙа ырыҫ-бәрәкәт булыр.

✔Ҡатынығыҙға донъя һәм дин ҡанундарын өйрәтегеҙ. Тура юлдан йөрөүенә һәр ваҡыт булышлыҡ ҡылығыҙ. Аң-зиһенен яҡты, рухын сәләмәт тотоу өсөн тырышығыҙ.

✔Гелән шәфҡәтле, асыҡ йөҙлө булығыҙ. Ҡатынығыҙҙың ихлас мөхәббәтенә хыянат итмәгеҙ. Үҙегеҙгә булған хөрмәтен юҡҡа сығармағыҙ.

✔Ғаиләгеҙ ағзалары ашау-эсеү, кейем-һалым алыу йәһәтенән мохтажлыҡ кисермәҫкә тейеш - тейешле аҡса табығыҙ.

✔Ҡатынығыҙҙы көсө етмәҫлек эш менән ыҙалатмағыҙ. Золом ҡылмағыҙ, ҡул күтәрмәгеҙ. Уны ҡол, тик һеҙҙе риза итеү өсөн яратылған кеше тип иҫәпләмәгеҙ.

✔Һәр ваҡыт сабыр, миһырбанлы булығыҙ. Ҡатынығыҙҙы асыу һәм көс менән түгел, шәфҡәтлелек менән еңегеҙ.

✔Бәғзе ҡатындарҙың алдаҡсы, хәйләкәр, мәкерле булыуының төп сәбәбе ирендәлер. Шуға иң тәүҙә үҙегеҙ яҡшы булығыҙ, ошо өлгөлә ғаилә ағзаларын тәрбиәләгеҙ. Ир һәйбәт икән – ҡатын яҡшы.

Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВтың нәсихәттәренән.

Автор:
Читайте нас: