Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
6 Ғинуар 2023, 20:21

Үрмәксене үлтерергә ярамай, тиҙәр...

“Бала саҡтан үрмәксене үлтерһәң, әсәйең үлә, тип ҡурҡыттылар. Ау баҫҡан өйҙә йәшәге лә килмәй бит әле. Нимә эшләргә?” – тип яҙа төркөмдәшебеҙ.

Үрмәксене үлтерергә ярамай, тиҙәр...
Үрмәксене үлтерергә ярамай, тиҙәр...

“Оҙайлы ҡышҡы ял осоронда өйҙә генераль йыйыштырыу эшләп алырға булдым. Ни эшләптер быйыл бигерәк үрмәкселәр күп, мөйөш һайын тиерлек ау үреп бөткәндәр. Быға тиклем улай уҡ булмай торғайны. Тик бер һорау борсой: бала саҡтан үрмәксене үлтерһәң, әсәйең үлә, тип ҡурҡыттылар. Ау баҫҡан өйҙә йәшәге лә килмәй бит әле. Ошоғаса унда-бында бер күренгән үрмәксене һепертке йәки еүеш сепрәк менән алып, тышҡа сығарып ташлай торғайным. Әле ҡыш, тышҡа сығарып ташлаһаң да үләлер инде ул.

Һеҙ ошондай хөрәфәттәргә, ырымдарға ышанаһығыҙмы? Үрмәксе ауына ҡаршы нисек көрәшәһегеҙ?” тип кәңәш һораған Рәйлә исемле төркөмдәшебеҙ. Уға ниндәй кәңәш бирерһегеҙ? Бәлки, был бөжәккә ҡаршы ҡулланған һөҙөмтәле ысулдар менән уртаҡлашырһығыҙ. 

Фото: fb.ru

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: