Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
5 Ғинуар 2023, 21:10

Тәүге ҡатыны ҡыуылып ҡайтып ингәс...

Бер мәл ирем уға хатта аҙыҡ-түлек тә ташый башланы. Ошонан һуң түҙемлегем шартланы...  

Тәүге ҡатыны ҡыуылып ҡайтып ингәс...
Тәүге ҡатыны ҡыуылып ҡайтып ингәс...

Шулай килеп сыҡты: мин – икенсе ҡатын. Әсәйем бала саҡтан, нисек тә беренсе ҡатын булырға тырыш, тип үҫтерҙе. Имеш, беренсеһе — Хоҙайҙан, икенсеһе... Тик мөхәббәт булған ерҙә ни эшләйһең инде? Кәбирҙе осраттым да башымды юғалтып ғашиҡ булдым. Ул — бик изге күңелле кеше. Тырыш, аҡыллы, сабыр, йомарт. Бөтә яҡшы сифаттарҙы үҙенә йыйған.

Матур итеп дуҫлаштыҡ, һәр ваҡыт бергә булдыҡ. Эш туйға табан бара башлағас, ул сере менән уртаҡлашты. Баҡһаң, ҡасандыр өйләнгән булған икән. Эйе, үҙе шундай яҡшы булып та, утыҙҙы үткәнсе яңғыҙ йөрөүе тәүҙә аптыратҡайны шул. Ә ул айырылып та өлгөргән икән. Етмәһә, улы ла бар. Тик ҡатыны хыянат иткән һәм улын алып, икенсе бай ир артынан сит илгә сығып киткән. Улар араһында бәйләнеш өҙөлгән. Ҡатыны үҙе тураһында ла, улы хаҡында ла ошоға тиклем бер тапҡыр ҙа белдермәгән.

Мин, ул саҡта йәш һәм ғашиҡ ҡыҙ, быға әллә ни иғтибар итеп торманым. Әсәйем генә, уның менән таныштырып, кейәүгә сығам тигәс, шиктәрен белдереп ҡараны, тик мин ишетмәнем дә.

Матур итеп туй үткәрҙек. Иптәшем фатирын тәүге ҡатынына ҡалдырып киткәс, ипотекаға үҙебеҙгә фатир алдыҡ та һәүетемсә генә йәшәп киттек. Бер йыл да үтмәне, ҡыҙыбыҙ тыуҙы, тормошобоҙ бөтөнләй түңәрәкләнде. Кәбир бик яҡшы атай ине, сабыйҙы ҡарашты, хатта төндәрен тора ине. Эш хаҡы ла беҙҙең ҡала өсөн һәйбәт, бер ауырлыҡһыҙ ипотека ла түләйбеҙ, барлыҡ кәрәк-яраҡты ла алабыҙ.

Ҡыҙыма өс йәш тулғас, үҙем дә эшкә сыҡтым. Әллә ни аҡсалы урын булмаһа ла, күңелемә ятты. Шулай тыныс ҡына йәшәп ятҡанда башыбыҙға бәлә төштө: Кәбирҙең тәүге ҡатыны иренән айырылып ҡайтты. Ҡайтыу менән иремә шылтыратты. Улы янына тағы бер бала тапҡан икән. Ә ире уны бер тинһеҙ ҡыуып ҡайтарған.

Иремдең өйләнгән, балалы булыуын белгәс, туҡтар тип уйлағайным, тик был ҡатын бөтөнләй шашып китте. Көн дә шылтыратып илаулай башланы. Бер көн Кәбир барып уның һәм балалар менән осрашты. Иремдең ғәйепле төҫтә ҡайтҡанын күргәс, барыһын да аңланым: ҡатын беҙҙең тормошто боҙорға тырыша.

Юҡ, хыянат тураһында һүҙ бармай. Ирем ул яҡтан тәртипле һәм принципиаль кеше. Мине яратҡанын да беләм. Эш шунда: был ҡатын беҙҙең аҡсаны һура башланы. Тәүҙә улына алиментҡа бирҙе. Уныһына ҡаршы түгел инем: балаһы булғас, ҡарарға тейеш. Тик бер ҡайҙа ла эшләп өйрәнмәгән ҡатын минең ирҙә аҡса моҡсайын ғына күрҙе. Тәүҙә беҙ уның фатиры өсөн түләнек. Аҙаҡ машинаһына бензин ҡойоу ҙа иремдең бурысына әйләнде. Уға аҙыҡ-түлек тә ала башлағас, түҙемлегем шартланы.

Беҙ ирем менән икәүләп эшләп ипотека түләүебеҙ етмәгән, теге ҡатындың барлыҡ сығымдарын да яба башланыҡ. Ә ул ике балаһы менән өйҙә ята. Әйткәндәй, улы уҡый, ҡыҙы — балалар баҡсаһында. Әммә уның эшләгеһе килмәй. Сәбәбен табып ҡына тора. Икенсе иренән иһә бер тин аҡса юҡ. Кәбиргә бер нисә тапҡыр әйтеп ҡараным, тик ул мине ишетмәй.

- Унда минең балам йәшәй, машинала йөрөй, ашай, нисек мин уның ауыҙынан өҙәйем? Мин уны ташлай алмайым, - ти.

Икенсе йыл ошондай хәлдә йәшәйбеҙ. Теге оятһыҙ ҡатын ҡасан теләй шунда шылтырата. Кәрәк булһа, саҡыртып ала. Хатта минең иремдән булмаған балаһына берәй нимә кәрәк булһа ла, Кәбиргә йомош ҡуша. Ә ул тыңлай. Беҙҙе ҡалдырып китә, беҙҙән өҙә, ә уға ярҙам итә. Аҡса менән проблемалар башланды. Минең эш хаҡым тулыһынса ипотека түләүгә китә. Ә иремдеке – теге ғаиләгә. Аҡсаһыҙ ултырған саҡтарыбыҙ күбәйҙе.

Әле күптән түгел генә икенсе бала тураһында хыяллана инек, хәҙер был турала ла оноторға тура килә. Үҙебеҙгә аҡса етмәгәндә, ҡайҙа инде тағы бер бала...

Әсәйем, айырыл, икебеҙ ҡыҙымды ҡарарбыҙ, ти. Тик мин иремде яратам. Был хәлде түҙер әмәлем дә ҡалманы. Нисек кенә бынан ҡотолорға? Икенсе бай иргә сығып ҡына китмәһә, минең ирҙең өҫтөнән төшмәҫ шул. Ә ике бала менән ялҡау ҡатын кемгә кәрәк булһын инде?

Ысынлап та, икенсе ҡатын булыуы еңел түгел икән шул. Әсәйем хаҡлы булған да бит...

(Ишембай ҡалаһында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: