Даирә
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
3 Декабрь 2022, 17:33

Хыянатты ғәфү итәләрме?

Бер көн ҡатындың телефонында йөрәкле смскалар күреп ҡалдым. Тынғылыҡ бөттө. Бер шәмбе ҡатын әхирәтенең тыуған көнөнә тип сығып китте. Элек тә шулай йөрөп ҡайта ине әхирәттәре менән, иҫем дә китмәй ине, уйламай ҙа инем...  

Хыянатты ғәфү итәләрме?
Хыянатты ғәфү итәләрме?

Пандемия ваҡытында ҡунаҡтар һирәгәйеп киткәйне. Үҙебеҙ ҙә саҡырмай башлағайныҡ. Бөтәһе лә шулай йәшәне бит инде. Миңә был уңай ине, сөнки эштән арып ҡайта инем. Ағай Сибайға новосельеға саҡырғас, баш тартып булманы. Кеше күп ине. Шул саҡ ҡатынымдың миңә таныш булмаған ир менән нисектер серле итеп ҡарашыуына иғтибар иттем. “Мәктәп йылдарынан танышбыҙ” тип кенә ҡуйҙылар.

Бер көн ҡатындың телефонында йөрәкле смскалар күреп ҡалдым. Тынғылыҡ бөттө. Бер шәмбе ҡатын әхирәтенең тыуған көнөнә тип сығып китте. Элек тә шулай йөрөп ҡайта ине әхирәттәре менән, иҫем дә китмәй ине, уйламай ҙа инем. Ҡайтҡас та йоҡлап китте. Был юлы телефонына смска килеп төшкәс, алып уҡыным. Унда “Мөхәббәтебеҙҙең ун йыллығын билдәләү ун минуттай ҙа булманы. Әйҙә, иртәгә тағы осрашайыҡ”,-тип яҙылған ине.

Иҫем китеп ултырҙым. Унан ҡатынды һелкетеп уятып алып һораша башланым. Айнығып та етмәгәсме, әллә ҡапыл белгәндән ҡурҡыпмы, шунда уҡ һөйләп бирҙе. Ҡунаҡта осрашҡан баяғы ир менән ун йыл йөрөйҙәр! Ул ирҙең дә ғаиләһе, балалары бар. Минең ҡатын да, ул ир ҙә айырылырға уйламай. Әммә смскаларын уҡып иҫем китте – ундағы мөхәббәт! Аҙна һайын машинала осрашҡандар, мин командировкала булғанда, ул ир беҙҙең өйгә килеп йөрөгән. Ә тегенең ҡатыны ауылға киткәндә шунда осрашҡандар. Тәбиғәт ҡосағына сыҡҡандар, балыҡҡа, емеш-еләккә йөрөгәндәр. Ирле-бисәле кеүек ун йыл йәшәгәндәр! Ә минең башыма ла килмәне, һиҙмәнем дә. Минең дә ҡатыныма хыянат иткәнем булды бер-ике мәртәбә. Уныһы ла эскән баштан. Унан тәүбәләргә килеп, ҡатын һиҙеп ҡалмаһын тип күпме переживать иттем.

“Нимә етмәне һуң һиңә?”-тип һораным ҡатындан. “Һин миңә иғтибарһыҙ булдың. Мөхәббәтеңде тойманым. Ә ул мине шул тиклем ярата”,-тине.

“Әтеү сығып кит тә, бергә йәшәгеҙ”-тинем. Тубыҡланып тороп иланы “ҡыума” тип.

Хәҙер йәшәйбеҙ бергә. Тик минең ҡатынға ышаныс бөттө, һәр аҙымын тикшерәм. Теге иргә шылтыратып барыһын да белеүемде, башҡа ҡатыным менән осрашмауын талап иттем. Һүҙ бирҙе уныһы осрашмаҫҡа. Тик күңел тыныс түгел. Минең ҡатыныма тулыһынса ышаныуым уның хыянатына килтергәндер. Хәҙер мин уға ышанмайым бөтөнләй. Бер йылдан ашыу ваҡыт үтте. Ә мин һаман ярһыйым, ҡатынымды яратам да, күрә лә алмайым. Бындай осраҡта ғаиләне һаҡлап булырмы икән? Ышанмайынса нисек йәшәргә? Әллә ҡатынды ғәфү итеп яңылыштыммы икән?

В.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: