Даирә
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
24 Ноябрь 2022, 19:42

Бала ҡоҙоҡҡа төшөп киткән...

"Секунд эсендә ҡапҡас әйләнде лә, балам аҫҡа осто... "  

Бала ҡоҙоҡҡа төшөп киткән...
Бала ҡоҙоҡҡа төшөп киткән...

Үткән йомала Стәрлетамаҡ ҡалаһында һауа һуларға тип сыҡҡан әсәле-ҡыҙлы бәләгә тарыған - күҙ асып-йомған арала  бала урамдағы ҡоҙоҡҡа төшөп киткән. Был хәл Щербаков урамындағы алтынсы йорт ҡаршыһында була. «Беҙ юл ситенән бара инек, машинларҙы үткәреп-үткәреп атланыҡ, сөнки йөрөргә тротуар юҡ ул урында. Шул мәл, әйтерһең дә, баламдың аяҡ аҫтында ер убылғандай булды, ҡысҡыра-ҡысҡыра ер аҫтына төшөп китте ҡыҙым. Секунд эсендә ҡапҡас әйләнде һәм    ул аҫҡа осто, артынан  ауыр ҡапҡас кире ябылды. Асырғанып барып уны асырға маташтым, үҙем ярҙамға саҡырам… Был мәлдә ҡоҙоҡтоң тәрәнлеген дә, унда һыу бармы-юҡмы икәнлеген дә белмәй инем…» - тип яҙған социаль селтәрҙә, ҡурҡыныс мәлде иҫенә төшөрөп, әсә кеше.

Бәхеттәренә күрә, шул ваҡыт полиция хеҙмәткәре машинала уҙып барған була. Денис Шәрипов йәһәт кенә бәләгә тарыусыларға ярҙамға ашыға. Баланы имен-аман  сығарып алалар, әле уның менән барыһы ла яҡшы.

«Бәлә аяҡ аҫтында, тип юҡҡа әйтмәйҙәр икән. Шуға ла өлкәндәр уяулыҡты юғалтмағыҙ. Беҙгә ярҙамға килгән Денис Шәриповҡа сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, - ти әсә кеше. - Урамдағы ҡоҙоҡ ҡапҡасын ныҡлап нығытмаусыларға ҡарата яза булыр, тип ышанам. Ғөмүмән, һәр кем үҙ эшенә яуаплыраҡ ҡараһын ине, был хәлде социаль селтәрҙә шуға бәйән итәм», - тип тә өҫтәгән ул.

Фото социаль селтәрҙән.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас в
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: