Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
15 Ноябрь 2022, 20:25

Изгелеге өсөн ...бер тәрилкә аш

Илау тауышы килгән сүп-сар өйөмө аҫтынан баланы ҡаҙып алғандан һуң саф һауаға алып сыға, тынысландырырға теләп, ҡулдарында бәүетә...  

Изгелеге өсөн ...бер тәрилкә аш
Изгелеге өсөн ...бер тәрилкә аш

“Салауат ерендә” гәзитендә баҫылған ғибрәтле лә, һабаҡ та булырлыҡ хәл-ваҡиға күптәрҙе уйландырыр тип уйлайбыҙ. Ҡасаба буйлап эшһеҙ, берәҙәклек иткән ирҙең бындай батырлыҡҡа һәләтле булыуын, миһырбанлыҡ күрһәтеүен бер кем хатта уйлап та ҡарамаған.

Шулай ҡасаба буйлап йөрөп ятҡанында, ир  ҡайҙалыр сабый илағанын ишетеп ҡала.  Тауыш сыҡҡан яҡҡа ыңғайлап барып, ҡарауһыҙ ҡалған буш өйҙәр эргәһенә барып сыға.   Илау тауышы сыҡҡан сүп-сар өйөмө аҫтынан баланы ҡаҙып сығарғандан һуң саф һауаға алып сыға, тынысландырыу өсөн уны ҡулдарында бәүетә.  Аҙаҡ полицияны һәм ашығыс ярҙамды саҡырта.

Изгелекле, шәфҡәтле ҡылығы өсөн  уны  полиция бүлегендә ҡайнар аш менән һыйлайҙар. Полиция хеҙмәткәрҙәре бының менән генә сикләнергә уйламай, ирҙе яҡындағы аҙыҡ-түлек магазинына  йөк тейәүсе итеп   урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәтмәксе.  Бына шундай ғибрәтле ваҡиға. “Аҡыллыға – ишара”, тигәндәй, һәр кем үҙенсә  һығымта яһағандыр. Йәшерен-батырын түгел, берәҙәктәрҙе күреү менән йыш ҡына танау сирып, ситкә тайпылабыҙ, ә уның бысраҡ кейеме аҫтында кешелеккә хас матур сифаттары булыу ихтималлығын күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Ирҙең изгелеге үҙенә әйләнеп ҡайтып, тормошонда аҙ ғына булһа ла һынылыш буласағына ышанаһы килә...

Фото: “Салауат ерендә” гәзите.

 

 

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2022-11-15/izgelege-s-n-ber-t-rilk-ash-3030667
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: