Даирә
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
10 Ноябрь 2022, 10:23

Һыу эсә беләһеңме?

Һыу эсеүҙең дә үҙенең ҡағиҙәләре бар икән.

Һыу эсә беләһеңме?
Һыу эсә беләһеңме?

1. Һыуҙы ашаған ваҡытта эсергә ярамай! Сөнки ашҡаҙан һуты тарҡатыла.Уны йә ашауға тиклем 40 минут ҡалғас, йә ашағандан 1,5 сәғәт үткәс ярай.

2. Һыуыҡ һыуға ҡарағанда йылымыс булғаны күпкә файҙалыраҡ. Һалҡын һыу эсәктәге ферменттарҙы "туңдыра" Шулай уҡ һалҡын һыу ҡан сосудтарын ҡыҫа һәм лимфаның оттогына һәм ҡандың әйләнешенә насар йоғонто яһай.Ә был инде үҙ сиратында беҙҙең организм кәрәкле мәтдәләрҙе алып бөтөрмәне тигән һүҙ.

3. Һыуҙа йотомлап ҡына эсер кәрәк. Әгәр ҙә бер стакан һыуҙы бер тында эсһәң, ул организмда үҙләштерелеп өлгөрмәй, ә тиҙ арала сығарыла һәм бөйөрҙәргә артыҡ көсөргәнеш булып тора.

4. Һыуҙы торғас та эсһәң, эске органдарҙы йыуа, эсәктәрҙең эшмәкәрлеген көйләй, организмды уята.

5. Һыуҙы тик ултырып ҡына эсергә, тороп эсһәң ул буштан-бушҡа сығарыла, ә ултырып эскән осраҡта ҡанға һеңә.

Бына ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе ай дауамында тотҡан осраҡта һөҙөмтәләре күҙгә күренер! Тире һәм ирендәр дымлыраҡ, сәстәр ялтырабыраҡ китер!
Иң мөһиме организмда энергетик көс артыр!

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: