Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
26 Октябрь 2022, 16:40

Шәкәр диабетына килтереүе бар.

Уларҙы шунда уҡ эсергә кәрәк.

Шәкәр диабетына килтереүе бар.
Шәкәр диабетына килтереүе бар.

Күп кеше һуттарҙы сәләмәтлек өсөн файҙалы тип иҫәпләй, магазиндарҙан, супермаркеттарҙан тетрапакеттарҙағы һуттарҙы һатып ала. Тик тәбиғи, яңы ғына өҙөлгән йәшелсәнән, еләк-емештән һығып алынған һут ҡына файҙалы, тип иҫәпләй белгестәр. Уларҙы шунда уҡ эсергә кәрәк.

Беҙ магазиндарҙа һатып алған тетрапакеттарҙағы һуттарҙы концентраттарҙан, өҫтәмәләрҙән эшләйҙәр, уларҙа сахароза, фруктоза, глюкоза һәм тиҙ үҙләштерелеүсе углеводтар бар, тик тәбиғи пектин һәм энзимдар ғына юҡ.

Пектин беҙҙең организмыбыҙҙы зарарлы матдәләрҙән таҙарта, холестеринды кәметә, ашҡаҙан-эсәк, ашҡаҙан аҫты биҙе, бауыр сирҙәрен еңергә ярҙам итә. Пектинһыҙ һутты сәләмәтлек өсөн файҙалы тип атап булмай. Магазинда һатылған һуттарҙың күбеһендә шәкәр, лимон кислотаһы һәм башҡа кәрәкмәгән матдәләр тупланған. Ғәҙәттә, был эсемлектәр концентрацияланған һуттан әҙерләнә, уларға һыу ҡушыу эсемлектең тәмен һәм сифатын боҙа. Етештереүсе йыш ҡына ярлыҡта уның тулы составын күрһәтергә “онота”.

Белгестәр әйтеүенсә, бындай һуттарҙы йыш эсеүҙең шәкәр диабетына килтереүе бар. Әгәр көн дә өсәр стакан алма һуты эсәһегеҙ икән, икенсе төркөм шәкәр диабеты менән сирләү хәүефе 15 процентҡа артасаҡ. Һуттарҙа теш эмален боҙоусы кислота булыуын да онотмағыҙ, тип иҫкәртә диетологтар.

Әлбиттә, Ер шарында йәшәгән бөтә халыҡты тәбиғи һут менән тәьмин итеү мөмкин түгел. Магазиндарҙан тетрапакеттарҙағы һуттарҙы һатып алғанда уларҙың составына күҙ һалырға онотмағыҙ.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: