Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
26 Октябрь 2022, 16:49

Бәхетле булғың килһә...

Бел: беҙҙең ғүмеребеҙ бик ҡыҫҡа!

Бәхетле булғың килһә...
Бәхетле булғың килһә...
Һинең ғүмерең – ул бөгөнгө көн, уны матур итеп һәм файҙалы итеп үткәр.
*Файҙалы ғилем ал, күберәк уҡы – ҡайғыларың китер.

*Ҡыйыу бул, сөнки ҡыйыулыҡ шатлыҡ килтерә һәм үҙ-үҙеңә ҡарата ышаныслылыҡ булдыра.

*Асыу, көнсөллөк, күрә алмаусанлыҡ, һаранлыҡ кеүек һәм башҡа шундай яман тойғоларҙан йөрәгеңде таҙарт.

*Ашау-эсеүҙәге, һөйләшеүҙәге, ғәмәлдәрҙәге самаһыҙлыҡтан – файҙаһыҙ эштәрҙән һаҡлан.

*Бөгөнгө көн менән йәшә: үткәндәр тураһында күп уйлама – үткәнде ҡайтарып булмай, киләсәк хаҡында күп хыялланма – киләсәгең әле етмәгән. Һинең ғүмерең – ул бөгөнгө көн, уны матур итеп һәм файҙалы итеп үткәр.

*Үҙеңдән байыраҡ, дәрәжәлерәк булғандарға түгел, ә ярлыраҡ һәм көсһөҙөрәктәргә баҡ – булғанына шөкөр итеп, ғибрәт алыу өсөн.

*Хәл-ваҡиғаларҙың иң насар үҫеш алыуына ла әҙер бул, һәм, әгәр ҙә улар тормошҡа ашһа, һиңә ул тиклем үк ауыр булмаҫ.

*Асыуланма. Ғәфү итергә, рәхимле булырға өйрән. Бел: беҙҙең ғүмеребеҙ бик ҡыҫҡа!

*Һиңә килгән шатлыҡтың китеүенән ҡурҡма һәм әле килмәгән бәлә өсөн алдан ҡайғырма. Бөтә эштәреңде Аллаһҡа тапшырып, Уға тәүәккәллә.

*Артыҡ зиннәтле, мул тормоштан һаҡлан, ябай бул. Сөнки артыҡ байлыҡ һинең ваҡытыңды урлай, тәндең иркәлеге – йәнгә ғазап.

*Ҡайғы килдеме, уйлан: үҙең өсөн һәм кешеләр өсөн ниндәй файҙалы эш атҡара алаһың, баштан-аяҡ эшкә сум.

*Һиңә берәйһе яман һүҙҙәр әйтһә лә, был һүҙҙәр һиңә түгел, уға зыян. Шуға ла был турала күп уйлама.

Шәйх Әйд әл-Ҡарниҙың «Ҡайғырма!» китабынан.
 
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: