Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
26 Октябрь 2022, 16:56

Ҡайһыныһы файҙалыраҡ?

Унда ҡатнашмалар, микроэлементтар булмай.

Ҡайһыныһы файҙалыраҡ?
Ҡайһыныһы файҙалыраҡ?

Күп хужабикәләр ваҡланған аҡ “Экстра” тоҙона өҫтөнлөк бирә. Әммә был тоҙҙоң файҙаһы бик аҙ. Уны табынға ҡуйыр өсөн генә ҡулланырға мөмкин.

“Экстра” тоҙон тоҙ иретмәһенән яһайҙар, ул – таҙа натрий хлориды. Унда ҡатнашмалар, микроэлементтар булмай.

Таш тоҙҙо иһә тәбиғәт үҙе булдырған, уны, күмер һымаҡ, шахталарҙа сығаралар. Ундай калий, магний, кальций, тимер оксидтары һәм организм өсөн кәрәкле башҡа матдәләр күп.

Ваҡ тоҙҙо аҙыҡ әҙерләгәндә самалап һалыу ауыр. Бының өсөн эреһе яҡшы. Йәшелсә тоҙлағанда ла таш тоҙ ҡулланыу уңайлыраҡ.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: