Даирә
+24 °С
Ямғыр
Аңлағанға – ишара
14 Октябрь 2022, 11:58

Ҡабаҡ тураһында хәҙистәр

Әнәс ибне Мәлик (радыйАллаһу ганһе): “Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу галәйһи вә сәлләм) ҡабакты ярата ине”, – тип әйткән.

Ҡабаҡ тураһында хәҙистәрҠабаҡ тураһында хәҙистәр
Ҡабаҡ тураһында хәҙистәр

🌙Әнәс ибне Мәлик (радыйАллаһу ганһе): “Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу галәйһи вә сәлләм) ҡабакты ярата ине”, – тип әйткән.

🌙Җәбир ибне Тарикъ Әл-Әхмәси әйткән: “Бер ваҡыт мин Аллаһтың Илсеһе галәйһиссәләм янына керҙем һәм унда ҡабаҡ күреп унан: “Был нимә?” – тип һораным. Ул һорауыма: “Беҙ уның менән үҙ ризығыбыҙҙы арттырабыҙ”, – тип яуап ҡайтарҙы.

🌙Пәйғәмбәребеҙ галәйһиссәләм былай тип әйтә торған булған: “Йә Ғәйшә, ризыҡ әҙерләгән ваҡытта һин уға күберәк ҡабаҡ һал, сөнки ул һағышлы йөрәкте нығыта!”

🌙Шулай уҡ тағын бер хәҙистә Әбү Талут (радыйАллаһү ганһе) былай тип әйткән: “Мин Әнәс ибне Мәлик янына керҙем. Ул: “Аллаһының илсеһе яратып ашағанға күрә, һин миңа бик ҡәҙерле ризыҡ”, – тип әйтә-әйтә ҡабаҡ ашай ине”.
 
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас