Даирә
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
4 Октябрь 2022, 11:10

Һәр ваҡыт һалам йөрөтәм!

-Үҙең һалам йөрөтәһең, тағы минән балаң алдына һалам түшәп тороуымды һорайһың. Улайһа бына ҡара! - тигән дә Аллаһ тауҙай һалам хасил итеп ергә һипкән. Ҡатын улының нисек һалам араһына бата барыуын күргән. Үҫмер һалам ҡулсаһын йырырға теләп берсә үрһәләнә, берсә өмөтһөҙлөккә бирелә, тей. Ахыр сиктә, ул кеҫәһенән шырпы сығарған да һаламға төрткән. Теге гөлт итеп ҡалған, тирә-йүнде төтөн баҫҡан.

Һәр ваҡыт һалам йөрөтәм!
Һәр ваҡыт һалам йөрөтәм!

Бер ваҡыт Аллаһы Тәғәләгә бер ҡатын килгән. Арҡаһындағы ауыр тоҡто саҡ-саҡ күтәреп тора икән үҙе.
- Арыныңмы, һылыу? - тип борсолоуын белдергән Аллаһ. - Тоғоңдо төшөрөп тор, бер аҙ ултырып ял ит.

- Рәхмәт, мин оҙаҡҡа түгел. Бер нәмә генә һорайым да кире йүгерәм. Мин юҡта өйҙә бер-бер хәл булһа — ғүмерҙә үҙемде ғәфү итә алмам.

- Үҙеңә нимәне ғәфү итә алмаҫһың һуң? - тип ҡыҙыҡһынған Аллаһ.
- Балам менән берәй бәлә була ҡалһа... Әле лә һиңә баламды Һаҡлай күр бер үк тип һорарға килеп ултырыуым.

- Мин былай ҙа бар эшем шул бит инде. Әллә берәй тапҡыр шикләнергә сәбәп бирҙемме?

- Юҡ та ул... Тормошта бит төрлө ҡурҡыныс хәлдәр, кире йоғонтолар, насар күренештәр күп. Ә баламдың шундай ваҡыты — бөтәһен дә үҙе күреп, татып, тотоп ҡарағыһы килә. Ә мин бәлә-ҡазаға юлыҡмаһын, ауыртынмаһын-һыҙланмаһын, кеше яуызлығына тарымаһын тип борсолам.

- Берҙе ауыҙы бешһә, икенсе тапҡыр өрөп ҡабырға яҡшы булыр ине. Ауыртыу нимә икәнен үҙ тиреһендә тойоп ҡарарға тейеш бала, - тигән Хоҙай. - Ниңә уның үҙ тәжрибәһе булыуына ҡаршыһың?

- Юҡ, минең балам тик яҡшы нәмәләр генә күреп, бәхетле йәшәргә тейеш. Уны аңһыҙ һәләкәттәрҙән һаҡлау өсөн бына ошолай тоҡ менән һәр ваҡыт һалам йөрөтәм. Ул ҡоларға мөмкин ерҙә түшәй һалып ебәрәм.

-Үҙең һалам йөрөтәһең, тағы минән балаң алдына һалам түшәп тороуымды һорайһың. Улайһа бына ҡара! - тигән дә Аллаһ тауҙай һалам хасил итеп ергә һипкән.

Ҡатын улының нисек һалам араһына бата барыуын күргән. Үҫмер һалам ҡулсаһын йырырға теләп берсә үрһәләнә, берсә өмөтһөҙлөккә бирелә, тей. Ахыр сиктә, ул кеҫәһенән шырпы сығарған да һаламға төрткән. Теге гөлт итеп ҡалған, тирә-йүнде төтөн баҫҡан.

Улым!!! – тип үҙәк өҙгөс итеп ҡысҡырған әсә. – Көт, мин ярҙамға барам.

- Нимә, тағы ла һалам ташламаҡсы булаһыңмы? – тигән Аллаһ Тәғәлә. – Белеп ҡуй: ата-әсәләр һаламды күберәк түшәгән һайын, баланың унан Ҡасыу теләге көслө була. Килеп сыҡмаһа, ул бына шулай ғүмерен әрәмгә “яндыра” башлай. Ул бит һыҙланыуҙың нимә икәнен белмәй...
Һин арҡаңда һалам тоғо тип уйлайһың, ысынында ул – проблемалар тоғо. Унда һинең бөтә Ҡурҡыуҙарың, Хәүефтәрең, Борсолоуҙарың ята.
Шуларҙы күтәреп йөрөтөп тағы-тағы энергияң менән көсәйтәһең... Шуға һинең арҡаң бөкөрәйгән, йөгөң ауырайғандан-ауырая...

- Шунан мин улым тураһында хәстәрләргә тейеш түгелме? Һинме шундай хәбәрҙәр һөйләйһең, Аллам?

- Теләгәнсә хәстәрлә балаңды. Тик борсолма, ҡурҡма, хәүефләнмә. Улары бит минең бурыс. Миңә лә эш ҡалдыр! Ҡамасаулама!..
Телеграмм каналынан

 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: