Даирә
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
3 Октябрь 2022, 13:23

ӨСЙӘН

Бала илай ҙа илай. Ниңә илағанын да белмәйбеҙ. Фельдшер килгәйне, ул да сәбәбен әйтә алманы. Шунан ҡәйнәм әбей килтертте. Иң беренсе әбей баланың эсен асып ҡараны, шунан ҡолағын эсенә ҡуйып тыңлап ҡараны. Аҙаҡ: "Өсйән был бала", - тине. "Ике йәнен үлтерергә кәрәк, берәүһе ҡалғас етәр. - Ике йәне - эт йәне, бер йәне генә - кеше йәне", - тине.

ӨСЙӘН
ӨСЙӘН
Диалекттарҙа осан, өсъян, очан атамалары осрай. Ышаныуҙар буйынса, ауырлы ҡатын эткә йәки башҡа йән эйәһенә типһә, уның балаһына өсйән була. Өс йәнле булһа, баланың бер йәне кеше, ике йәне эт йәне була, тиҙәр. Өсйән баланың эсе өскә бүленеп ята, ул күбә, ҡата, боғорлай. Өсйәнле бала ал-ялһыҙ илай. Ышаныуҙар буйынса, өсйәнде тик им-том менән генә йүнәлтеп, бөтөрөп була. Белорет районы Инйәр ҡасабаһынан Илһамова Зәйтүнә өсйән имләү тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне: ≪Бала илай ҙа илай. Ниңә илағанын да белмәйбеҙ. Фельдшер килгәйне, ул да сәбәбен әйтә алманы. Шунан ҡәйнәм әбей килтертте. Иң беренсе әбей баланың эсен асып ҡараны, шунан ҡолағын эсенә ҡуйып тыңлап ҡараны. Аҙаҡ: ≪Өсйән был бала≫, - тине. ≪Ике йәнен үлтерергә кәрәк, берәүһе ҡалғас етәр. - Ике йәне - эт йәне, бер йәне генә - кеше йәне≫, - тине. Эт йәне тураһында мин атайымдан да ишеткәнем бар ине. Шуға әбейгә ышанып дауалауын үтендем. Әбей бик ҡыҙыҡ дауаланы Илүзәне. Тәүҙә ул баланы сисендерҙе, өҫтәлгә һалды, ҡолағын ҡуйып эсен тыңлап ҡараны ла: ≪Ана шылды≫ - тине. Минән тыңлатҡанда: ≪Һөйләнәләрме?≫ - тине. Шунан әбей яланғас баланы күтәреп өҫтәлгә менеп баҫты. Артабан ул уҡына-уҡына баланың эсен өс тапҡыр өрлөккә тейҙереп алды. Шунан баланы өҫтәлгә һалды ла уның эсенә табаның
ҡором яғын 3 тапҡыр тейҙереп алды. Шулай уҡ ауырыған баланың яланғас эсенә 3 тапҡыр атаһының итеген тейҙереп алды. Шунан әбей баланы һыу индерҙе, һыу индергәндә 3 тапҡыр сайындырҙы. Им-том иткәндә әбей ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлап йөрөнө:
Бер - берҙән ҡайтһын,
Өс - осоп китһен,
Биш - биҙеп китһен,
Ете - елгә, ҡуҙға китһен.
Һыу индергәс, әбей баланың күлдәген ишеккә ҡыҫып-ҡыҫып алды. Ҡыҫҡан саҡта ул кемделер яман итеп әрләй һәм ошондай һүҙҙәрҙе ҡабатлай: ≪Эт йәне, сыҡ, кеше йәне ҡал! Эт йәне сыҡһын, кеше йәне ҡалһын. Ҡәһәр һуҡһын һине, эт йәне. һиңә бында нимә бар? Бар сыҡ, кит≫. Шулар балаға бермә-бер килеште. Бала йоҡлап китте. Әбей баланың эсен тағы ла тыңланы. Шунан ул: ≪Бөгөн бер йәне үлде. Икенсеһе бирешмәй
әле. Иртәгә уныһы ла үлер≫, - тине. Икенсе көн әбей тағы килде. Кисә башҡарған им-томдо тағы ҡабатланы. Бала бөтөнләй иламай башланы. Шунан әбей ҡолағын баланың эсенә ҡуйып оҙаҡ тыңланы. Мине бер нисә тапҡыр тыңлатты. Ул: ≪Тауыш бармы? Эсе шаулаймы? Тегеләр һөйләнәме?≫ - тине. Ҡабат-ҡабат тыңлап ҡараным мин, бер ниндәй ҙә тауыш булманы. Шулай итеп әбей балалағы ике эт йәнен дә үлтерҙе, тик кеше йәнен генә ҡалдырҙы. (3.Илһамова, Инйәр ҡасабаһы).
Учалы районының Батал ауылында өсйән имләгәндә күмер ҡулланғандар. Гөлнәфис Ағзамова: ≪Өсйән буһа, күмер менән төртөп имдәйҙәр≫, - ти. Имдәгәндә: ≪Ней тәртәң? Өсйән төртәм≫, - тип 3 тапҡыр ҡабатлайҙар һәм баланың эсенә 3 тапҡыр төртөп алалар≫. (Г.Ағзамова. Батал ауылы).
Өсйәнде өшкөрөп, олтораҡ менән төрткөләп, өшкөртөлгән һыу, сәй йоттороп, бысаҡ менән 3 урындан һыҙып, калуш, ир кешенең ойоғо менән һуҡыллап та әтмәлләйҙәр.
Бик ҡыҙыҡ ысул Дим буйы ауылдарында яҙып алынды. Дәүләкән районынан М.Насибуллина өсйән тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне: Ҡәйнәм бер көн: ≪Ҫинең бер кемең дә юҡ, яңғыҙсың≫, - тине. ≪Балаға өсйән сығыусан була. Өсйән булҫа, бала илай. Илаҫа, мына Әүәлдең наскийын кей ҙә балаға тип. Типкәндә кирегә һана ла төкөр≫, - тине. Ҡәйнәм өйрәткәнсе баланы мендәргә һала инем дә: ≪Туғыҙҙан, һигеҙҙән, етенән, тфү, тфү, тфү≫, - тип ике яҡҡа төкөрә инем. Бала тынысланып йоҡлап китә ине≫. (М.Насибуллина. Яңы Япар ауылы).
Ҡыҙыҡ материал яҙып алынған Илеш районы башҡорттарында. Улар өсйәнде очан тип атайҙар. Ауырыуҙың сәбәбен улар ҙа ауырлы ҡатындың эткә, бесәйгә тибеүе менән аңлата, һеңрән ауылынан Фәхретдинова Факия инәй һөйләүе буйынса, элек балаға өсйән/очан булһа, уның эсенә ҡандала ҡаны һөртөп, тараҡ, уҡлау менән эсенә
3 ерҙән төрткөләгәндәр. Им-том иткәндә түбәндәге әпсенде лә әйткәндәр:
Ней булған?
Очан булған.
Бетсен, китсен,
Жилгә очсын.
Ҡариҙел районы Яҡуп ауылынан Хөсәйенова Сәхипъямал инәй һөйләүе буйынса, өсйәнде (ул өсъян ти) йә игеҙ бала тапҡан ҡатын, йә игеҙ һыңары имләй алған. Им-том иткәндә түбәндәге әпсендәр ҙә ҡулланылған икән:
Ай ҡайтты, көн ҡайтты,
Өсъян ҡаста син дә ҡайт,
Име-томо шул былсын.
1234567,
7654321.
Берҙән ҡайт,
Ҡайҙан килсәң,
Шуннан ҡайт.
Дим буйы башҡорттарында осан һүҙе лә осрай. Шишмә районы Суҡраҡлы ауылы инәйҙәре һөйләүе буйынса, эс төшөп ауыртһа, уны осан тиҙәр һәм үрҙә килтерелгән әпсендәргә оҡшаш әпсен әйтеп, өс төрлө әйбер: орсоҡ, ҡайраҡ, энә менән имләйҙәр. Сағыштырығыҙ:
Май кеүек эреҫен,
Көл кеүек туҙҫын,
(Фәләндең) осаны
Эреҫен, туҙҫын,
Име-томо шул булҫын.
 
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: