Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
15 Сентябрь 2022, 14:44

Балалар көлдөрә!!!

Хәҙер ауылдағы балалар ҙа башҡортса белмәй бит, шуға тегенән: “А где твоя бабушка?” – тип һорайым. Бала өндәшмәй. Урыҫсалап башҡа төрлө һорауҙар бирәм. Аптырағас, “Әллә һин русса белмәйһеңме?” – тип башҡортса һораным.Шунда ҡыҙыҡайҙың тел асылды...

Балалар көлдөрә!!!
Балалар көлдөрә!!!
  • Балалар көлдөрә!

    Улымды урамдан өйгә килеп инешләй “Урыҫ телен тышта төкөрөп ҡалдыр”, - тип ишек төбөндә төкөртөп өйрәткәнмен. Йәнәһе, уйын формаһында, балаға аңлайышлыраҡ булһын — өйҙә тик башҡортса һөйләшәбеҙ. Ул был ғәҙәткә күнегеп киткән, ҡайһы саҡ русса һүҙҙәре сығып киткәндә, “Ах, төкөрөп бөтөлмәгән бит!” - тип йүгереп барып төкөрөп килә. 

    Бер көн ҡунаҡтар килгәйне, араһында урыҫтарҙың шундай уҡ ҡыҙы бар. Балалар уйнап китте. Бер аҙ ваҡыттан был ҡыҙҙың әсәһе яныма килде.
    — Улығыҙ ҡыҙымды ишек төбөнән үткәрмәй аптырата бит, — ти.
    — Бәтәс, улым ни эшләйһең? – тип шелтәләйем.
    — Төкөртәм! Тик уның урыссаһы ныҡ күп эсендә, күпме төкөрһә лә бөтмәй ҙә бөтмәй, - тимәһенме .
    Ҡунаҡтар ҡайтҡас көлөштөк. Улыма урыҫтың урыҫсаһы ҡоҫһа ла бөтмәйәсәк икәнен аңлаттым.
    Зифа Толомбаева, Өфө ҡалаһы.

    * * *
    Башланғыс мәктәптә уҡыған улымдың класында башҡорт телен уҡыу һәм уҡымау хаҡында бәхәстәр ҡубып тора. Класта башҡортса аңламаған башҡорт балалары бар. Улым ҡайтып шул хаҡта һөйләй.
    — Данил “башҡортса уҡымайыҡ” тип әйтә ине, беҙ уны ҡурҡыттыҡ.
    — Нимә тип ҡурҡыттығыҙ?
    — Башҡортостанда башҡортса уҡығың килмәгәс, һиңә Урыҫстанға күсеп китергә тура килә тип.
    — Ҡурҡтымы һуң?
    — Эйе. Урыҫстанға барырға беҙҙең аҡсабыҙ юҡ, тине. Шуға башҡортса уҡырмын, тине. 
    Әлиә Рафиҡова, Баймаҡ ҡалаһы.

    * * *
    Үҙем ҡалала йәшәйем. Ауылға туғандарҙы күреп китергә тип ҡайттым. Апайымдарға барһам, өйҙә 7-8 йәштәрҙәге ҡыҙ бала ғына. Ейәнсәре булған икән.
    Хәҙер ауылдағы балалар ҙа башҡортса белмәй бит, шуға тегенән: “А где твоя бабушка?” – тип һорайым. Бала өндәшмәй. Урыҫсалап башҡа төрлө һорауҙар бирәм. Аптырағас, “Әллә һин русса белмәйһеңме?” – тип башҡортса һораным.
    Шунда ҡыҙыҡайҙың тел асылды: “Беләм, беҙ Магнитогорскиҙа йәшәйбеҙ”, - тей. “Улайһа ниңә яуап бирмәйең һуң?”- тип һорағайным, “Ике башҡортса кеше урыҫса һөйләшергә тейеш түгел”, - тип ауыҙымды яптырҙы ла ҡуйҙы был бала...

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: