Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
5 Сентябрь 2022, 11:39

Кем кемде һәм нисек һайлай?

Ҡатын-ҡыҙ ир-егетте, ә ир-егет гүзәл затты нисек һайлай һуң? Эйе, ысынлап та, кемгәлер оҙон буйлылар, кемеһенәлер йыуантыҡтар оҡшай. Берәүҙең күңеленә һарыҡай, икенсеһенекенә ҡараҡай хуш килә. Был турала ғалимдар ни ти икән?

Кем кемде һәм нисек һайлай?
Кем кемде һәм нисек һайлай?
Ирҙәр, ғәҙәттә, үҙҙәре ихтирам иткән ҡатын-ҡыҙҙы ярата. Ҡатын-ҡыҙ иһә үҙҙәрен һөйгән ир-егетте генә ихтирам итә ала.

Ҡатын-ҡыҙ ир-егетте, ә ир-егет гүзәл затты нисек һайлай һуң? Эйе, ысынлап та, кемгәлер оҙон буйлылар, кемеһенәлер йыуантыҡтар оҡшай, Берәүҙең күңеленә һарыҡай, икенсеһенекенә ҡараҡай хуш килә. Ғалимдар фекеренсә, һәр бер енес үҙенең буласаҡ партнерын ғәмәлдә төпкөл аң (подсознание) ҡанундары буйынса һайлай икән. Нисек, тиһегеҙме?

Сент-Эндрю университетында доктор Дэвид Фейберг етәкселегендә эшләгән ғалимдар бына ниндәй асышҡа юлыҡҡан – ҡатын-ҡыҙ фертиль, йәғни балаға уҙа торған йәш арауығында, түбән тауышлы ирҙәргә ғашиҡ булыусан. Бындай ир-ат гендарҙы бутау һәм һау-сәләмәт бала табыу өсөн ҡулай, имеш. Ғалимдар фекеренсә, түбән тауыш һәм тестостерон араһында ниндәйҙер урталыҡ булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта ирҙәр юғары тауышҡа эйә икән, был уларҙың хәстрәлекле атай буласағына ишаралай.

Ә ирҙәрҙең төпкөл аңы киң янбашлы, тулы күкрәкле ҡатын-ҡыҙҙы һайларға бойора – бындай гүзәл заттар сабыйҙы бер ҡыйынлыҡһыҙ табасаҡ һәм тамағын туйҙыра аласаҡ, йәнәһе.

Шулай итеп, төпкөл аңыбыҙ нәҫелде дауам итеү принцибына хеҙмәт итә һәм һау бала тыуыуын тәүмаҡсат итеп ҡуя. Әммә көндәлек тормошта осрап торған башҡа һайлауҙарҙа ҡатын-ҡыҙ әсәлек инстинктына таянһа, ир-ат рациональ фекерләүгә өҫтөнлөк бирә икән.

Был мәсьәләгә ҡарата белгестәр ни тиер? Һайлағанда ысынлап та мөпкөл аң тауышы көслөрәк яңғыраймы? Ҡолаҡ һалайыҡ әле.
 
 
 
Ләйсән Әбсәләмова, педагог-психолог:
 
 
Беҙ гел генә һайлау алдында торабыҙ. Ниндәй кейем алырға, ҡайҙа ял итергә, кем менән аралашырға... Шул уҡ ваҡытта һәр бер кешенең тормошонда мөһим һәм хәл иткес һайлау була – үҙ яртыңды табыу. Ғүмерлек юлдашын эҙләгәндә билдәле шарттар әһәмиәткә эйә. Социологтар фекернсә, ир-ат, тәү сиратта, ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы ҡиәфәтенә иғтибар итә – йөҙөнә, кәүҙәһенә, сәсенә, йылмайыуына... Эйе, йыш ҡына ирҙәр гүзәл заттың физик матурлығына ылығып бара, ә бына күңел байлығын, уның холоҡ күркәмлеген тейешенсә баһалап еткермәй. Бында боронғо ирҙәрҙең инстинкт сағылышы күҙәтелә физик яҡтан матур булған партнер, тимәк, көслө һәм сәләмәт. Унан тыуған нәҫел дә һаулығына зарланырға тейеш түгел. Шулай итеп, заман ирҙәренең камил ҡатын-ҡыҙ стереотибы түбәндәге үҙенсәлектәргә эйә: ул балаларҙы яҡшы тәрбиәләй алған, өйҙә йәмле мөхит тыуҙырған, һөйкөмлө, уңған хужабикә.
 
Ҡатын-ҡыҙҙарға килгәндә, улар, әлбиттә, ирҙәрҙең тышҡы матурлығына иғтибар итеүен-итә, шулай ҙа был ҙур йоғонто яһамай. Төпкөл аңы менән гүзәл зат сибәр ир-уҙаманды янында оҙаҡ тота алмаҫын аңлай һәм, ҡарамаҡҡа уртаса матурҙы һайлап, үҙен күңел ғазаптарынан һаҡларға тырыша. Улар өсөн иң мөһиме – ир-аттың матди хәле. Бында бер ниндәй ҙә хаслыҡ юҡ – ар-ат йәмғиәтебеҙҙә борон-борондан мал табыусы, үҙен һәм ғаиләһен ҡараусы булараҡ сығыш яһай.
 
Ҡатын-ҡыҙ ир-егеттең юғары интеллектын, эш һөйөүсәнлеген, юморға бай булыуын баһалай. Йәнә – уны аңлауын, яҡлауын, терәк булыуын...
 
Йыш ҡына кәүҙә-килбәт яғынан ҡапма-ҡаршы типтар бер-береһенә тартылыусан. Мәҫәлән, оҙон буйлы, олпат ирҙәр орсоҡтай ҡатындарҙы хуп күрә, ә бына күп кенә ҡыҫҡа буйлылар һәм йыуантыҡтар – һомғол һәм нескә билле гүзәлдәрҙе үҙ итә. Тулы кәүҙәле ҡатын-ҡыҙ оҙон, ябыҡ ирҙәргә күҙ һала. Был парадокс физиология ҡанундары менән аңлатыла: стандарт булмаған кеше, төпкөл аң закондарын буйһоноп, үҙенә ҡапма-ҡаршы партнерҙы һайлай һәм шул рәүешле киләсәк нәҫелдең буй-һынын тигеҙләргә тырыша.
 
Тағы бер үҙенсәлек: буласаҡ тормош иптәшен һайлағанда ҡатын-ҡыҙ бала саҡта уҡ (5-6 йәштәрҙә) нығынған стереотипҡа таяна. Был образ ошо ваҡыт арауығында ҡыҙыҡай эргәһендә ниндәй холоҡло кеше йышыраҡ булыуына ҡарап барлыҡҡа килә – ҡартатаймы, атаймы, ағаймы, тигәндәй... Был ирҙәр идеаль кеше стереотибы ҡыҫандарына һыймауы ла мөмкин.
 
Шул уҡ мәлдә, тикшеренеүҙәргә ышанғанда, күҙәләре оҡшаш парҙар ун процентты, ә холоҡ үҙенсәлектәре буйынса оҡшаштар ҡырҡ процентты тәшкил итә. Ғаилә ҡорғанда ҡыҙыҡһыныуҙарҙың тап килеүе лә мөһим. Социологтар шуны иҫбатлай – теге йәки был өлкәлә бер-береһе менән киҫешкән профессия вәкилдәре йышыраҡ ҡауыша.
 
Интеллектуаль яҡтан да тап килеү ғаилә тормошонда хәл иткес роль уйнай. Фекерләү ҡеүәһе юғарыраҡ, белемле партнер был йәһәттән күпкә ҡалышҡан икенсе яртыһынан яйлап һыуына, ти ғалимдар.
 
Йәр һайлауҙа мода ла ҙур йоғонто яһай. Мәҫәлән, бөгөнгө көндә нәҙек, оҙон буйлы һәм күпкә йәш ҡыҙҙарға өйләнеү киң таралған. Бер быуат элек иһә тулы кәүҙәле, көслө ҡатын-ҡыҙға өйләнеүҙе хуп күргәндәр – ундайҙарҙың итәк тултырып бала табырына, емертеп эшләрҙәренә өмөтләнгәндәр.
 
Ғаилә тормошонда енси мөнәсәбәт мөһим урын биләй. Ләкин сексуаль тартылыу нигеҙенә генә ҡоролған ғаиләләр ныҡлы булмай: ярһыу хистәр тора-бара һыуына һәм уларҙың урынына бер-береңде ихтирам итеү тойғоһо ҡала. Һәр хәлдә ҡалырға тейеш.
 
Бай һәм ярлы ҡатлам кешеләренең дә партнер һайлау үҙенсәлектәре бихисап. Мәҫәлән, мохтажлыҡ кисермәгән ғаиләлә үҫкән йәштәр, ғәҙәттә, үҙҙәре кеүек үк хәлле ғаиләнән сыҡҡандарҙы иш итә. Ә бына матди байлыҡтарын үҙ көсө менән йыйыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙы буласаҡ ирҙәренең ниндәй социаль баҫҡыста тороуы артыҡ ҡыҙыҡһындырмай. Был категорияға ҡараған ирҙәр үҙҙәренән түбән матди хәлдә булған ҡатын-ҡыҙға өйләнеүсән: уларға йә үтә шәп хужабикә, йә дуҫтарының күҙен ҡыҙҙырырҙай матур “тәтәй” кәрәк.
 
Нисек кенә булмаһын, бер-береһен тапҡан ике яртынан бер бөтөн яһалғанда ғына бәхетле ғаиләләр тыуа. Никахтар күктә ярала, ә ерҙә кешеләр... осраҡлы рәүештә генә тап булыша, тиҙәр. Әйҙәгеҙ, был бәхетле осраҡтарҙың йышыраҡ булыуын теләйек. Һеҙгә бәхет һәм уңышлы һайлау!
 

Ирле-ҡатынлы Рәзилә менән Айрат Рәжәповтар:
 
 
- Мин Айратты дыуамал холҡо өсөн һайланым. Эйе-эйе! Ғөмүмән, янып-һүнеп торған, шарылдағыраҡ кешемен мин. Ҡапыл ҡыҙып китәм, уҫал, тәккәбермен. Шуға ла кейәүгә сыҡмаҫ борон миңә үҙем һымаҡ холоҡло егеттәр ҡараманы. Ә бына мәмәй ауыҙҙар тынғы бирмә ине. Мин уларҙы шар ҙа шор килеп әрләйем, иҙәндең бер таҡтаһынан ғына йөрөтәм, зитҡа тейә башлаһалар, ҡыуып ебәрәм. Аҙаҡ яҡын килергә ҡурҡып йөрөйҙәр. Тәүҙә ҡыҙыҡ ине, аҙаҡ ялҡыта башланы. Ә бына Айрат менән мөнәсәбәттәр ҡырҡа айырылып торҙо. Һәр төрлө холоҡ күрһәтеүҙәрем, наянланыуҙарым бушҡа ғына булды, иҫе лә китмәне, тейешле иғтибарын да бүлмәне. Быға тиклем мин үҙемде тиҫкәре тип һананым, Айрат минән дә уҙҙырҙы – ҡайһы саҡта уны еңә алмай, илап та ҡуя торғайным. Шуда ғына мин унда шәхесте, улай ҙа түгел, ә ысын Ир-атты күрҙем. Тыныс, үҙ фекере бар, әйтһә, бер тапҡыр ғына әйтә...

Өйләнешергә тәҡдимде лә көттөрөп кенә яһаны. Әгәр ҙә Айратҡа түгел, баяғы мәмәйҙәргә сыҡһам, белмәйем, уларҙы күптән ҡурҡытып, өркөтөп бөткән булыр инем. Ә хәҙер ҡайһы ваҡыт теге йәки был хәләг Айрат ни тиер инде, тип борсолоп, шыртлап йөрөгән саҡтарым була.

Йәнә шул – ҡыҙыл ҡойроло яндырай, уҫал әтәстән өй тауығына әйләнә барам, шикелле. Нисектер, баҫылдым хәҙер, эске ярһыуым әллә ҡайҙа булды. Силәгенә күрә ҡапҡасы, тигәндәй, мин дә үҙ холҡома дауа тапҡанмындыр, тим.
 
 

Айрат:
 
Рәзиләне тәү күргәндән үк оҡшаттым. Үҙемдең әсәйемде хәтерләткәндәй була ул – шундай уҡ уңған, сағыу тауышлы, алсаҡ, көләкәс һәм бер аҙ уҫал. Атайым бәләкәй сағымдан өйрәтә килде – ҡатыныңды баштан уҡ буйлатма, юғиһә елкәңә менеп ултырырға ла күп һорамаҫ. Самаһын белеп кенә иркәләй һәм тыя бел. Ана шул ябай аҡыл ғаилә ныҡлығының нигеҙе. Ир кеше – мал табыусы, ҡатын-ҡыҙ – өй йылыһын һаҡлаусы.

Рәзилә өйҙә матур мөхит тыуҙыра белә: эштән ҡайтыуыма бөтә нәмә ялт итеп тора, аш-һыу еҫе аңҡый...

Шул уҡ ваҡытта кәләшемдең ҡайһы бер теләктәрен дә үтәргә, уны донъялағы иң бәхетле ҡатын итеп тойорға мөмкинлек тә бирәм. Ул аҡсаға ла, иғтибарға ла мохтаж түгел.
 
Былар ҡыҙыҡлы

  • Ҡатын-ҡыҙ, ирҙәр менән сағыштырғанда, белемгә ынтылып бармай.

  • Гүзәл заттың гардеробында, дөйөм алғанда, 11 пар аяҡ кейеме була. Ә ир-атта был һан өс мәртәбә аҙыраҡ.

  • Ҡатын-ҡыҙ журналдарҙағы рекламаға күберәк иғтибар итһә, ир кеше гәзиттә баҫылғанын өҫтөн күрә.

  • Сибәркәйҙәр ҡайһы театрға барыуҙы, ниндәй кинофильм ҡарауҙы, аҙыҡ-түлек һатып ала торған магазинды һайлай. Ир-атҡа машина, йорт электроникаһының маркаһын һайлау хоҡуғы бирелгән.

  • Ирҙәр хәл-ваҡиғаға дөйөм баһа ҡуя, ҡатын-ҡыҙ, киреһенсә, иғтибарын ваҡ-төйәккә бүлә.

  • Киҫкен хәл тыуғанда, ҡатын-ҡыҙ башын юғалта, аныҡ ҡына ҡарарға килә алмай, был осраҡта иһә көслө заттың күҙәтеүсәнлеге, һиҙгерлеге арта.

  • Ҡатын-ҡыҙҙың йөҙөндә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә егермегә яҡын ым сағыла. Ир-егеттәрҙә был һан икенән артмай – битарафлыҡ һәм ерәнеү.

  • Гүзәл зат ир-атҡа ҡарағанда ике тапҡыр аҙыраҡ сирләй. Шул уҡ ваҡытта улар, көслө зат менән сағыштырғанда, күберәк зарлана.

  • Ирҙәрҙә логика, дөйөмләштереү, абстракцияға ынтылыу, техник йүнәлеш, романтизм, уңыш ҡаҙаныуҙа мотивация, лидерлыҡҡа, новаторлыҡҡа, ҡатын-ҡыҙҙың беренсе ир-егете булыуға ынтылыу кеүек сифаттар ныҡ үҫешкән. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа анализ, интуиция, конкретлыҡ, гуманитар йүнәлеш, ҡулдар һиҙгерлеге, буйһона белеү, берҙән-бер һәм ҡабатланмаҫ зат булыу теләге көслө.

  • Ҡатын-ҡыҙ бер юлы ике-өс эште башҡара ала – телефонан ҡыҙыҡлы әңгәмә алып барырға, плитәләге ашты болғатырға, эргәһендә мыжып торған баланың башынан һыйпарға һ.б. Ир-аттың тойомлау һәләте бер конкрет мәсьәләге генә туҡталырға мәжбүр итә.

  • Ике енес тә йортҡа ингәндә үҙен төрлөсә тота. Нәфис зат бүлмәгә аяҡ баҫыу менән ундағы барлыҡ мебелгә, түшәмдәрҙең төҫөнә, картиналарға иғтибар иткәс кенә, үҙенә ултырырға урын һайлай. Ирҙәр иһә, тәү сиратта урынлашыр урын эҙләй, шунан һуң ғына уның эске торошона күҙ һала.
  • https://shonkar.com/articles/-m-m-aua/2019-08-12/kem-kemde-m-nisek-aylay-192959 
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: