Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
20 Июнь 2022, 09:48

Туйҙа кәләшенә һуҡҡан кейәүгә ниндәй яза янай?

Журналистар был низағтың нескәлектәрен асыҡлаған. Баҡһаң, хәл 6 июндә Сурхандаръя өлкәһенең Толтугай мәхәлләһендә булған.

Туйҙа кәләшенә һуҡҡан кейәүгә ниндәй яза янай?
Туйҙа кәләшенә һуҡҡан кейәүгә ниндәй яза янай?

Уҙған аҙнала Үзбәкстанда туй мәлендә, конкурста кәләшенән еңелгәнгә ғәрләнеп, кейәү кеше ҡыҙҙың башына һуҡҡайны. Был туралағы видео интернетта ныҡ таралды.

Күптәрҙе артабан ни булғаны ҡыҙыҡһындыра. Кәләш барыһын да күтәрә һуғып никахты өҙгәнме, әллә яһилды ғәфү иткәнме?..

Журналистар был низағтың нескәлектәрен асыҡлаған. Баҡһаң, хәл 6 июндә Сурхандаръя өлкәһенең Толтугай мәхәлләһендә булған.

Туй мәлендә 19 йәшлек кәләшкә һәм 25 йәшлек кейәүгә кәнфиттәрҙең тышлығын тиҙлеккә сисергә кәрәк булған. Йөкмәтелгән эште беренсе булып кәләш атҡарып сыҡҡан. Әммә асыуланған кейәүҙән туҡмала яҙған.

Был низағ тураһында видеояҙма интернетта киң таралып, йәмәғәтселеккә билдәле булғас, тәртип һаҡлау органдарының күҙ уңынан да ситтә ҡалмай. Ваҡ хулиганлыҡ статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Кейәү менән профилактик әңгәмә үткәрәләр. Уға штраф йәки 15 тәүлеккә арест янай.

Үзбәкстандың Генераль прокуратураһында ирҙең ғәйебен таныуын һәм ҡатынынан ғәфү үтенеүен белдергәндәр. Кәләше уны ғәфү иткән.

Үзбәкстан Президентының ҡыҙы Саида Мирзиёева, бындай осраҡтар хаҡында өндәшмәй ҡалырға ярамай, балаларҙы артабанғы өлкән тормошҡа әҙерләү буйынса белем бирергә лә кәрәк, тип белдергән. Ә акробат Асаль Сапарбаева бындай кейәүҙәргә ҡаршы торорға булышлыҡ иткән һаҡланыу алымдарын видеоға төшөрөп, интернетҡа һалған.

Фото: topnews.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: