Даирә
+15 °С
Облачно
Аңлағанға – ишара
2 Февраля 2022, 11:51

Ваҡыт етмәй тибеҙ ваҡыт етә…

Ваҡыт етмәй тибеҙ ваҡыт етәҠош телендәй сәләм бирергә.Ваҡыт бит ул, беҙҙең ҡулыбыҙҙаКәрәк бүлә генә белергә.Ваҡыт етә, ғүмер үтеп китәБеҙ һиҙмәйбеҙ ваҡыт үткәнен.Кемдер кемде ғүмере буйы көтәВаҡыт табып килеп киткәнен. Замира Бикбулатова һуңғы йылдарҙа кешеләрҙең ваҡыт етмәй, бер нимәгә өлгөрөп булмай, тип зарланыуҙары бигерәк йышайҙы. Айырыуса, бындай һүҙҙәрҙе йәштәрҙең ауыҙынан йыш ишетергә тура килә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ваҡыт етмәй тибеҙ ваҡыт етә…Ваҡыт етмәй тибеҙ ваҡыт етә…
Ваҡыт етмәй тибеҙ ваҡыт етә…
Ни эшләп ҡапыл ғына ваҡыт етмәй башланы һуң әле? Әйҙәгеҙ, был һорауға бергәләп яуап эҙләп ҡарайыҡ. Минеңсә, беҙҙең күп ваҡытыбыҙҙы Интернет киңлектәре “йота”. Иртән тороп, күҙҙе асыу менән иң элек телефонды ҡулға алып, ватсапты, инстаграмды, “Бәйләнештә”ге яңылыҡтарҙы ҡарап сыҡмайынса постелдән тороу юҡ. Ашап ултырғанда, хатта, кеше менән һөйләшеп ултырғанда ла шул телефонды ҡапшап ҡына торабыҙ. “Сыңҡ” иткән һәр тауышҡа күҙ һалмайынса үткәрергә түгел, мотлаҡ ҡарарға кәрәк. Шулай булмай ни, эшебеҙ ҙә телефонға бәйле бит хәҙер. Бөтә яңылыҡтар, күрһәтмәләр ватсаптағы эш төркөмөнә килә. Әҙ генә ҡарамайынса торһаң, берәй кәрәкле мәғлүмәтте белмәй ҡалыуың бар. Шулай булғас, хәҙерге заман йәштәренә телефонға ла ваҡыт бүлергә, башҡа эштәрҙе лә бер юлы башҡарырға өйрәнергә кәрәк.
Ваҡытым булманы тип, хатта ата-әсәйеңә, туғандарыңа шылтыратмай ултырыу дөрөҫ түгеллеге менән килешәһегеҙҙер, моғайын. Күршеләрҙең хәлен инеп белергә лә әлеге лә баяғы шул ваҡыт етмәй китә. Дөрөҫөн әйткәндә, хәҙер күршеләрҙе лә ҡөрьәндән-ҡөрьәнгә, ҡунаҡтан-ҡунаҡҡа ғына күрергә тура килә.
Барыһына ла өлгө булырлыҡ шундай бер танышым бар. Ул көн һайын иртән һәм кис бер үк ваҡытта ата-әсәһенә һәм ҡайны-ҡәйнәһенә шылтыратып хәлдәрен белешә. Минеңсә, был бик дөрөҫ һәм сауаплы ғәмәл.
Беҙҙең былай эшлекле булыуыбыҙҙан балалар күберәк ыҙалана. Шундай миҫалды ғына килтерәйек, ҡыҙ бала атаһы эргәһенә килә.
- Атай, әйҙә, туп уйнайыҡ.
- Ҡыҙым, арыным, ял итәм. Бар телевизорҙан йәнһүрәт ҡарай тор.
- Әсәй, минең ҡурсағыма күлдәк тегеп бир әле.
- Мин ашарға бешерәм. Мә, телефон уйна.
Шулай итеп, беҙ балаларыбыҙҙы ла үҙебеҙҙән ситләштерәбеҙ. Ә бит уйлап ҡараһаң, уларҙың ошондай матур бала саҡтары бер миҙгел генә! Күҙ асып күҙ йомғансы, үтә лә китә.
Элеккерәк быуын кешеләре беҙҙең балалар менән уйнарға ваҡыт булманы, эштән башыбыҙ сыҡманы, тиер. Эйе, беҙҙең заманда һәр өйҙә 5-6-шар бала үҙ-ара уйнап, бер-береһен ҡарашып, атай-әсәһенә бар хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашып үҫте. Хәҙер бит балаларға түгел, өлкәндәргә лә эш юҡ, бар эштәрҙе автомат машиналар алмаштырҙы, һыу ташырға, кер йыуырға, һыйыр һауырға, мал ҡарарға түгел. Үҙебеҙгә лә эш булмағас, балалар нимә эшләргә тейеш? Иң ҡурҡынысы, уларҙың көндәр буйына әлеге лә баяғы шул телефондарына текәлеп ултырыуҙары.
Бар ул ҡайһы бер ғаиләләр, үҙҙәренең дә, балаларының ла ваҡытын дөрөҫ бүлгән. Мәктәптән һуң ул һәм ҡыҙҙарын төрлө түңәрәктәргә йөрөтәләр, шул арала үҙҙәре лә спорт залында шөғөлләнеп алырға өлгөрәләр. Ял көндәрендә бергәләп саңғы, конькиҙа шыуалар, йәйҙәрен һыу инергә, төрлө иҫтәлекле урындарға сәйәхәткә йөрөйҙәр.
Балаларҙы телефон, компьютерҙан, телевизорҙан арындырып, саф һауаға алып сығыу, буш ваҡыттарын дөрөҫ итеп үткәрергә өйрәтеү, ни тиһәң дә, ата-әсәнең туранан-тура бурысы булып ҡала.
Ҡыҫҡа ғына ғүмерҙәрҙә атай-әсәйебеҙгә, туғандарыбыҙға, ғаиләбеҙгә
ваҡытыбыҙҙы дөрөҫ бүлеп, үкенмәҫлек итеп йәшәйек!
Ынйы Сәлихова.
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас