Даирә
+13 °С
Ясно
Аңлағанға – ишара
21 Января 2022, 17:21

АЙМЫЛЫШ (Хикәйә)

Вәлиәхмәт менән Айһылыу икеһе бер синыфта белем алдылар. Ә бер йыл элек ул икәү ныҡлап дуҫлашып алды, бәлки ошо дуҫлыҡ оло мөхәббәткә килтергәндер...

АЙМЫЛЫШ (Хикәйә)АЙМЫЛЫШ (Хикәйә)
АЙМЫЛЫШ (Хикәйә)

Һуңғы уҡыу йылында улар ауыл мәктәбенә бергәләп барҙылар, бергә ҡайттылар, уҡыу һәм имтихандар ваҡыттарында улар бер-береһенән ярҙам итештеләр. Икеһе лә тырыш йәштәр булды, шуға күрә “4”, “5” билдәләре уларҙың көндәлектәрендә даими урын алды. Был яҡтан икеһе лә бер тигеҙ тырыш һәм еңмеш ине. Бәлки, ошондай холоҡтар уларҙа бер-береһенә ҡарата ыңғай мөнәсәбәт тыуҙырыуға төп сәбәп булғандыр, тора-бара улар айырылмаҫ дуҫтар булып мәктәпте уңышлы тамамлап сыҡтылар. Тағы Вәлиәхмәттең гитарала уйнап йырлауы ҡыҙға бик тә оҡшай. Йыр әйтелеп бөтөлмәгән һүҙҙәргә ҡушымта булып серле яңғырыған кеүек тойолдо уға.
Вәлиәхмәттең атаһы, әсәһе һәм башланғыс синыфтарҙв уҡып йөрөгән ҡарындашы бар. Ғаилә хәлле генә йәшәй, йылҡы , һыйыр малы тоталар, трактор, йөк машиналары бар. Егеттең атаһы ғүмер буйы машина йөрөтөүсе булып эшләне. Үҙгәрештәр заманында бер кемгә кәрәкмәгән һәм эшкинмәгән “белорус”ты хужалыҡтан һорап алып ҡайтты, йүнәтеп сафҡа индерҙе. Ә алама ғына йөк машинаһын ҡулдан һатып алырға тура килде. Шул техникалар арҡаһында иркен мал тотоп, бесән әҙерләп йәшәйҙәр.
Айһылыу әсәһе менән икәүләп донъя көтәләр. Әсәһе элегерәк колхозда алдынғы булған һыйыр һауыусы ине. Иртәнге биштән эш башланһа, киске сәғәт 8-9-ҙа тамамлай торғайны. Дөрөҫөн әйткәндә, ал да, ялда булманы инде ул саҡтарҙа. Эйе, эше лә ауыр булды булыуын, ләкин аҡсаһы мул ине, эшләгән кешене күрҙеләр, орден-миҙалдар менән наградлап торҙолар. Ләкин үҙгәрештәр заманында күмәк хужалыҡ таралғас Айһылыуҙың әсәһе эшһеҙ ҡалды. Ярай әле шул арала пенсия йәшенең килеп етеп тороуы ҙур ҡыуаныс тыуҙырҙы, пенсия алыу артабан йәшәүгә ҙур өмөт тыуҙырҙы.
Айһылыуҙың ғаиләһе мал тотмай, шулай ҙа ҡош-ҡорт тотоп үҙҙәренә күрә бәләкәй генә булһа ла файҙаһын күрәләр. Барыһына ла билдәле: хәҙерге ваҡытта, капитализм морон төрткәндән һуң, ауылдағы ярты халыҡ мал тотоуҙан тыйылды, сөнки бесәнде һатып алып ашатыу үҙе ярты һыйыр хаҡына торошло. Ә икенсе яҡтан һәр кемгә миллиондан ашыу хаҡҡа торошло ауыл хужалығы техникаһын һатып алырға хәленән килмәй.
Ун бер йыл ваҡыт “һә” тигәнсә үтеп китте, сығарылыш кисәһенән һуң артабан ҡайҙа барып морон төртөү мәсьәләһе килеп баҫты.
Сираттағы осрашыу ваҡытында Вәли Айһылыуҙан ҡайҙа уҡырға йыйыныуы тураһында белергә тырышып һорау бирҙе.
- Мин эргәләге ҡалаға барып институттың сит телдәр факультетына имтихан бирергә уйлап йөрөйөм. Моғайын инеп булыр ул, тигән фекерҙәмен.
- Улайһа мин дә шул уҡ ҡалаға барып шоферҙар курсында уҡып алам да эшләп һиңә ярҙам итермен. Стипендияң әллә була, әллә юҡ, булһа ла тамаҡтан артмаясаҡ ул. Ә һин уҡып бөткәс өйләнешербеҙ, йәме!
- Уҡыу бөткәсме? Ярай. Тик биш йыл оҙаҡ ҡына ара, һыуынышып китмәһәк ярар ҙа ул. Һин армияға барырға тейешлегеңде онотма.
- Армия хеҙмәте хәҙер бер йылға һуҙыла, - тип яуапланы Вәлиәхмәт, - атайым әйткәнсә – өйрәнеп өлгөрмәйһең, ҡайтырға дембель етте, тип сумка тултыра башлайһың...
Ниһәйәт, ике йәш кеше теләктәренә тулыһынса иреште: Айһылыу институтҡа инде һәм уҡыу йортоноң дөйөм ятағына урынлашты. Вәлиәхмәт шоферҙар курсын тамамлап эш башланы, баш механиктың еңел машинаһына шофер булырға тәҡдим яһанылар, ризалашты. Уға ла автопарктың ятағынан урын табылды. Тиҙҙән армияға алынды, Уссурийск ҡалаһына эләкте. Армияның үҙ тәртибе бар. Мәҫәлән, кеҫә телефонын йыйып алалар ҙа каптеркала тоталар, тик шәмбе көнө уны алып тороп яындарың менән һөйләшә алаһың.
Сираттағы һөйләшеү ваҡытында Вәлиәхмәт һөйгәненең уҡыуы менән ҡыҙыҡһынды, ял көндәре нисек үтеүен һорашты. “Һин унда ниндәйҙер егеттәр менән танышып, минән һыуынып ҡуйма”, -тип уйынлы-ысынлы бәләкәс кенә хәүефен асып һалды.
- Ул турала уйлама әле, үҙең тураһында һөйлә! Хеҙмәтең нимәнән ғибәрәт? – тип һораны Айһылыу.
- Минең шофер булып эшләп алғанды белеп ҡалдылар ҙа шунда уҡ часть начальнигын ташыусы еңел машинаға ултырттылар. Эш иртә менән командирҙы алып килеүҙән башлана.
Айһылыу тағы Уссурийск ҡалаһы һәм уның климаты менән ҡыҙыҡһынды.
- Был ҡала әллә ни ҙур түгел, - тип яуапланы Вәлиәхмәт. -Хәрбиҙәрҙән башҡа 150 мең тирәһе кеше йәшәй. Бында муссон елдәре йыш була. Әйтеүҙәренсә йәй йылы, тик ныҡ ямғырлы икән, сөнки Япон диңгеҙе һәм Тымыҡ океан яҡын урынлашҡан...
Эйе, бер ҡараһаң бер йыл хеҙмәт иткәндәр өсөн оҙаҡ ваҡыт түгел, өйрәнеп бөтөүгә дембель килеп етә.
Армиянан һуң ул ауылға ҡайтып әйләнде лә тағы шул уҡ автопаркка эшкә урынлашты.
- Һиңә бер тәҡдим бар, - тип хәбәр һалды Вәлиәхмәт Айһылыуға. – Тыңла мине!
- Йә әйт! Тәҡдимеңде ишетәйем, - тип Айһылыу уның күҙҙәренә ҡараны.
- Был ҡалала атайымдың бер ҡарындашы йәшәй икән. Шуның адресын атайымдан алып, барып етеп хәлен белеп сыҡтым. Бер үҙе йәшәй. “Берәй ҡыҙ баланы квартирға индерер инем, исмаһам, күңеллерәк булыр ине, хаҡын ярты-йорто түләһә лә ярай”, - тигән хәбәр һалды. Шунда күсеп сығырға тәҡдим итәм. Йәшәү хаҡын үҙем түләп торормон. Риза бул! Айырым йорт ятаҡтан күпкә уңайлы бит инде, - һүҙен бөтөрҙө.
- Нисәнсе ҡатта йәшәй?
- Икенсе ҡатта.
Оҙаҡ уйламаны Айһылыу, ризалашты һәм баяғы квартираға күсенеп килде һәм йәшәп алып китте.
Квартира хужаһы Гөлзәминә апай иллене үткән, бер ваҡытта ла кейәүгә сыҡмаған һәм бала тапмаған ҡатын-ҡыҙ булып сыҡты. Һаулығы әллә ни ныҡ түгел икән, йөрәк баҫымы юғары икән, шуға еңелтә ауырып көн күрә. Әле бөгөн, ял көнө, иртә менән баҫымы ныҡ күтәрелеп китеп, тиҙ ярҙам машинаһын саҡыртырға тура килде. Машина тиҙ килеп етте, шәфҡәт туташы баҫымды үлсәп алды, энәһен сәнсте һәм дауаханаға алып китеү мотлаҡ, тип әйтеп һалды. Гөлзәминә апайҙы ярҙам машинаһына ултыртып адылар, Айһылыуҙы оҙата барыусы булараҡ ултыртмайынса ҡуҙғалып киттеләр.
Йәш ҡыҙ өйҙә ултырып оҙаҡ сыҙаманы, “сауҙа үҙәгенән апайыма витаминлыраҡ йәшелсә-емеш һатып алайым да балнисҡа барып әйләнәйем”, - тип кейенеп алды, сығып ишеген бикләне. Баҫҡыстан йүгерә-атлап төшөп барғанда, ошо тирәлә урамда көн күргән өйһөҙҙәрҙең береһе, аҡса һорап юлына арҡыры торҙо. Ҡабаланып барған Айһылыу, үҙенә юл асыу маҡсатында, уны этеп ебәрҙе, тегенеһе, хәлһеҙ булғандыр инде, ҡолап китте, баҫҡыс буйлап тәгәрәне лә тап ошонда үлемен тапты. Быны аңлаған Айһылыу илай-илай Вәлиәхмәткә шылтырата башланы.
- Тыңлайым Айһылыу. Нишләп илайһың? Нимә булды?
- Уй Алла! Вәлиәхмәт, миңә нишләргә! Кеше ышанмаҫлыҡ эш ҡылдым, мин кеше үлтерҙем бит. Яҙмышым селпәрәм килеп тора. Нишләргә белмәйем.
- Бушты һөйләп торма әле! Аңлат! Ни булды? Тағы тыныслан!
Ҡыҙ үҙенсә аңлатып бөтөр-бөтмәҫтән Вәлиәхмәт йәһәтләп шунда барырға йыйынды, Айһылыуға бер ҡайҙа ла китмәҫкә ҡушты. Ярай әле уға ла эшкә барырға түгел ине.
Тиҙ килеп етте Вәлиәхмәт, унда бер килке халыҡ тора ине инде, Кемдер полицияға хәбәр итеү арҡаһында улар килеп еттеләр. Вәлиәхмәт енәйәтте тулыһынса үҙ өҫтөнә алды, бәлки, ултыртмаҫтар тип уйлап ҡуйғайны. Ләкин төпкә төшөп тикшереп тороусы табылманы, беренсел документтар нигеҙендә уны өс йылға ултырттылар.
Ул арала Гөлзәминә апай дауахананан сыҡты, бындай ваҡиғалар әйләнешенә бик ҡайғырҙы ул, ауыр булған саҡтарҙа ла бер-берегеҙҙән һыуынмағыҙ, тип Айһылыуға һәр ваҡыт аҡыл өйрәтер булды.
Мөмкинлек булған саҡтарҙа Айһылыу Вәлиәхмәте менән осрашырға йөрөр булды. Егет бынан ҡотолоп сыҡҡандан һуң өйләнәсәген асыҡ итеп аңғартты, ҡыҙ ҙа риза ине, әлбиттә.
Шул арала Айһылыу уҡыуын уңышлы тамамланы, тик эшкә урынлашыу мәсьәләһендә быға тиклем күҙ алдына килтермәгән ҡыйынлыҡтар тыуҙы. Юғары белемле йәш белгескә бер мәктәптә лә эш табылманы. Эшһеҙ, аҡсаһыҙ күпме йәшәргә була? Уҙа барһа, аҙна-ун көн, артабан асыға башлайһың бит инде...
“Аптырап ултырыуҙан файҙа юҡтыр” – тип уйлап алды ла йәш белгес төрлө гәзиттәрҙән эшкә саҡырыу иғландарын уҡый башланы. Һинең уйыңа бөтөнләй тап килмәгәндәре бихисап, сөнки күберәк белем әллә ни кәрәкмәгән эштәргә ваканциялар күп ине. Вахтер, лифтер, иҙән йыйыусы, дворник кеүек эштәргә күңеле тартманы. Шулай ҙа бер иғлан ул иғтибарға алды. Ҡалалағы билдәле булған бер төҙөлөш ойошмаһына секретарь-референт кәрәк икән.
Шунда барҙы Айһылыу, кадрҙар бүлегенә инде, уның мөдире генераль директорына шылтыратты һәм ҡыҙға шунда инеп осрашып, һөйләшеп сығырға ҡушты.
Айһылыу “Генеральный директор Журавлев А. И.” тип яҙылған бик ҙур бүлмәгә килеп инде, иҫәнләште. Ҡиммәтле йыһаздарҙан торған иркен бүлмәлә уны яҡынса ҡырҡты үткән урта буйлы йыуантыҡ кәүҙәле, тыңҡыш танаулы, яҫы битле кеше ҡаршыланы уны, һорауҙар бирҙе, хәл тороштарын һорашты, белеме тураһындағы дипломын ҡат-ҡат әйләндереп ҡараны. Шунан һуң былай тине:
- Сит телдәр белгесе булырға уҡып сыҡҡанһың икән. Бик һәйбәт, белем алыу кәрәк, әлбиттә. Тик минең белеүемсә беҙҙең яҡтарҙа уҡытыусының бер ставкаһы өсөн түләү 12 меңдән да артмай. 36 сәғәт уҡытып ҡына ул 24 мең эш хаҡы алыуға ирешә ала ул. Ә миндә эшләгән секретарь-референттың эш хаҡы уҡытыусыныҡынан биш-алты тапҡырҡа күберәк. Сит телде белеүең һиңә тик ыңғайлыҡ ҡына өҫтәй. Тағы эштән тыш минең ҡайһы бер теләктәрҙе үтәүгә өҫтәлмә хаҡ буласаҡ. Риза булһаң ай һайын йөҙ мең тирәһе аҡса һинең кеҫәңдә урын аласаҡ. Нисек ҡарайһың? Ризаһыңмы?
- Эштән тыш булған эштәрҙе аңлап етмәйем...
- Уныһы минең менән ҡуша командировкаларға сығыуҙы, төрлө предприятиеләр менән һөйләшеү алып барыуҙы, тағы, тураһын әйтәйем дә ҡуяйым, минең менән һирәк-һаяҡ интим бәйләнешкә кереүҙе аңлата.
- Миңә фекеремде тупларға бер-ике көн кәрәк булыр, сөнки, беренсенән, һуңғы һүҙҙәрегеҙ оҡшамай миңә, икенсенән, эш тәртибен белеп етмәйем бит әле.
- Бер-ике көн көтөп ултырырға теләгем юҡ минең. Йә хәҙер үк риза булаһың, ғариза яҙаһың һәм иртәгә эш башлайһың, йә башҡа был тирәлә күренеп йөрөмәйһең. Был урынға атлығып торған эшһеҙ йәш ҡыҙҙар бик күп, осо-ҡырыйы юҡ. Эш тәртибенә килгәндә, уны менән эш барышында танышырһың.
Эшкә төшөүгә ризалыҡ бирергә тура килде Айһылыуға. “Йә эшһеҙ ас ятаһың, йә намыҫыңды һатып булһа ла тамаҡ туйҙыраһың. Капитализм осоронда өсөнсө юл юҡ”- тигән фекергә килде ул.

Шулай итеп Айһылыу яңы эшкә сумды, өр-яңынан ҡиммәтле кейемдәргә төрөндө, аҙыҡтың да ҡиммәтлеләрен алып ҡайтты, күп тапҡыр ресторандарҙа тамаҡ туйҙырҙы. Шефтың ҡатыны һәм институтта уҡып йөрөгән ҡыҙы бар икәнен офистағылар уға ҡат-ҡат еткерҙеләр, тик ул ғаилә ағзаларынан ситтәрәк йөрөһәң – башың һауыраҡ булыуы уға ҡояшлы көн кеүек асыҡ ине. “Был хәл-ваҡиғала, әлбиттә, иң ҙур гонаһ шефтың үҙендә бит”, - тип үҙен тынысландырҙы ул. - Үҙенең дә ғәйебе бар, тик уны аңлау менән ни файҙа.”
Ошо эш арҡаһындамы, әллә башҡа сәбәптәнме Вәлиәхмәт менән телефон аша һөйләшеүе һирәгәйҙе. Һуңғы осрашыуға барғанда ара алыҫ, эштән дә ебәрә һалмайҙар тип башҡа килеп йөрөй алмаҫын аңғартты ул Вәлиәхмәткә.
Тотҡонда ултырыусы Айһылыуының уға булған мөнәсәбәтенең һыуына башлауын төҫмөрләй башлағайны инде, тик нишләптер төпкә төшөп һорашҡыһы килмәне. Икенсе яҡтан ҡыҙҙың тиҙ арала ялтыр һәм ҡиммәтле кейемдәргә төрөнөүе уны бер аҙ аптыратҡандай булғайны, тик тағы был турала һүҙ ҡуҙғатҡыһы килмәне.
Ыҡҡа килгән ҡыҙҙы генераль директор гел үҙенә тартты, уның эшенән ҡәнәғәт булды. Өс-дүрт ай үттеме-юҡмы осрашыу бүлмәһе булыр, тип уға, һөйәркәһенә, квартира һатып алып бирҙе. Хәҙер инде Айһылыу иркен бүлмәлә, мул тормошта йәшәй башланы, ашап-эсеү, кейенеү ҡалалағы ҡайһы бер бай ҡатындарҙыҡынан кәм түгел ине инде. Ресторандарға йөрөү йышайҙы, хәҙер төрлө темаға арналған корпоротив йыйылыштыр ҙа, ҡунаҡлыҡтар ҙа күп ваҡыт унһыҙ үтмәне.
Ниһәйәт, Вәлиәхмәтте мөҙҙәтенән алда төрмәнән сығарҙылар. Ҡалаға килеп ингәс тә ул Айһылыуға шылтыратты, иреккә сығыуы тураһында һөйләп алды, уның торған адресын һораны. Ҡасан барырын әйтте
- Минең яңы адресты һорама, Гөлзәминә апайҙарҙа осрашырбыҙ, һинең менән ныҡлап аңлашмайынса булмаҫ – тип яуап бирҙе Айһылыу дорфа ғына тауыш менән һәм шунда уҡ телефонын һүндерҙе.
Был осрашыу шатлыҡ килтермәне. Айһылыу үҙенең хәлен аңлатырға тырышты, хужаһы Алексей Ивановичтың һөйәркәһе булып йөрөүен, ләкин уны ярата алмауын, уны ташлап Вәлиәхмәткә килергә әҙер икәнен аңғартты. Ләкин Вәлиәхмәт уны тыңлап бөтмәне, ҡаты ғына тауыш менән:
- Барыһын да аңланым. Һиңә ышанып йөрөүем бушҡа булған икән. Ошо сәғәттән алып икебеҙ араһындағы мөнәсәббәтте юҡ тип һана. Беренсе аймылыш төрмә менән бәйле булһа, икенсеһе – һинең тәртибең менән бәйле. Ике аймылыш та һинең арҡаңда килеп сыҡты, - тип үпкәһен белгертте.
- Вәлиәхмәт! Тыңлап бөтөр мине...
- Юҡ! Тыңлап бөтөргөм килмәй. Сығып кит! Башҡа мине күрергә тырышма! Сыҡмаһаң - типкеләп сығарам!
Айһылыуға сығып китерҙән башҡа юл ҡалманы. Байлыҡҡа алданып үҙен һәм Вәлиәхмәтте бәхетһеҙ итеүен яңы тулыһынса аңланы ул. Эйе, бер юлы ике кәмәгә ултырып йөҙөп йөрөп булмай икән. Ә бит ул Вәлиәхмәтте ярата ине, хәҙер ҙә ярата. Бынан һуң нишләргә ҡала? Тота килеп башыңды ташҡа ороп булмай бит инде.
Шулай ҙа Вәлиәхмәткә шылтыратып хәл–әхеүәлен белешмәйсә булдыра алманы. Әлегә шул билдәле булды: Вәлиәхмәт, ваҡытлысалыр инде, апаһында йәшәп ята, төрлө һылтау табып, элекке урынына эшкә алмағандар. Шул арҡала егет кеше эш эҙләү менән мәшғүл икән. Был мәсьәлә буйынса Айһылыуға ярҙам итешеп ебәрергә кәрәк ине лә бит, тик ҡайһылай итеп ярҙам итергә – шуны белмәй борғоланды
Шул арала офиста уйламағанда бер яңылыҡ ҡупты. Алексей Ивановичтың шоферы Гриша бер боролошта хужаһының машинаһы менән барғанда алда барған машинаға төкөй, сөнки тегенеһе кинәт тормозға баҫҡан була. Шеф Гришаны саҡыртып алып уға өс көн араһында ғариза яҙып эштән китергә ҡушҡан.
- Алексей Иванович! Һиңә хәҙер яңы шофер кәрәктер инде, - тип һүҙ башланы Айһылыу шефты күреү менән.
- Эйе, кәрәк. Был урынға килерҙәй берәйһе бармы әллә?
- Бар. Минең ике туған ағайым шофер, исеме Вәлиәхмәт. Әлегә эшһеҙ ята. Бәлки шуны алырһың?
- Эшләй алырҙаймы һуң? Холҡонда ниндәй етешһеҙлектәре бар.
- Шәп шофер ул. Холҡона килгәндә әйтеп ҡуяйым: берәү менән һуғышып китеп төрмәлә ултырып сыҡты - тип алдашты ул.
-Йәш ваҡытта йоҙроҡ төйнәшеү була инде ул. Ярай, килһен, һөйләшербеҙ.
Айһылыу йәһәтләп Вәлиәхмәткә шылтыратты, хәлде аңлатты, нисек һөйләшергә, танышырға өйрәтте, шеф менән хәҙер үк осрашырға саҡырҙы.
- Хәҙер һин минең ике туған ағайым булып йөрөйәсәкһең, шуны онотма, берәү менән һуғышып төрмәлә ултырҙы, тип әйттем, шуны ҡабатла. Моғайын, төпкә төшөп тикшеренеп йөрөмәҫтәр әле...
Ярай әле тегенеһе оҙаҡ уйлап торманы, килеп етте, етәксе менән һөйләште һәм иртәгәһе көнө яңы эшкә сығып шефтың машинаһын ремонтҡа алып китте һәм шул уҡ көндө йәмшәйгән урындарын төҙҙәттереп алып та килде.
Бына шулай итеп Вәлиәхмәт “лексус ЕС” маркалы еңел машинаға атланып алды. Уңайлыҡтары күп кенә булған иркен, матур дизайнлы “ат” уға бик оҡшаны, тауышы ла сыҡмай ғына эшләй, үҙе әллә ҡайҙан ялтырап тора. Машина тиһәң дә машина. Ҡайһы саҡта Айһылыу менән шефты ресторанға алып бара, көтөп ала, ике туған ағаһы булараҡ һүҙ йөрөтә, күберәген өндәшмәй. Эш әллә ни ауыр түгел, эш хаҡы ла насар түгел. Шеф менән элемтә ике режимдә бара: кеҫә телефоны һәм машинаға ҡуйылған рация аша.
Бер көнө иртә менән эшкә алып барып хужаһын еткереүе булды уныһы:
-Хәҙер өйҙән барып ҡыҙымды ултыртып ал һәм уҡыу йортона алып барып еткер, уның машинаһы боҙолдо, ремонтҡа ҡуйҙыҡ, - тине.
Машинаға ҡурсаҡ һымаҡ кейенгән һауалы “фифа” ултырыуын көткәйне Вәлиәхмәт, ләкин көткәне тап килмәне. Киреһенсә ябай, ләкин бөхтә итеп кейенгән, балдаҡ кейеп, алҡа һымаҡ әйберҙәрен таҡмаған студент килеп ултырҙы, ҡайҙа барырға кәрәклеген әйтте.
Һөйләшеп киттеләр, исеме Снежана икән. Төҙөлөш институтының “ҡала биләмәһе дизайнеры” факультетында белем ала, ярты йылдан дизайнер һөнәрен алып сығырға һәм эш башларға тейеш.
Яңы шоферҙың холоҡ-фиғеле Снежанаға бик оҡшаны: яғымлы, тыныс холоҡло йәш кеше икәнен төҫмөрләне, машина ишектәрен асып-ябып йүгереп йөрөй. Был шоферға Хоҙай төҫөн дә йәлләмәгән икән. Студент ҡыҙыҡай, үҙе лә һиҙмәй ҡалды, шикелле, руль артындағы йәш кешене беренсе күреүҙән үк нишләптер оҡшатты, яйлап “ҡармаҡларға” кәрәк быны тигән уй тыуҙы унда, сөнки, беренсенән, факультетта бер егет заты ла юҡ, ә, икенсенән, кистәрен дискотека-фәләнгә йөрөмәй ул, ваҡытын өйҙә уҙғара, ынйы-мәрйен теҙеү менән шөғөлләнә. Шуға күрә ҡасан ул ниндәйҙер тиҫтер булған йә булмаған егеттәр менән аралаша алһын инде!
Күп тә үтмәне ике йәш кеше ныҡлап дуҫлашып алды, ҡасан осрашһалар ҙа һүҙҙәре беректе, күңелдәре бер-береһенә тартылды.
- Атайың ҙур урында эшләһә лә, һин, Снежана, үҙеңде ябай тотаһың, ундайҙар хәҙерге ваҡытта бик һирәк, - тип һүҙ башланы бер көн Вәлиәхмәт.
- Мин әсәйемдең тәрбиәһендә үҫтем. Әсәйем ошонда төҙөлөшкә килеп, архитектор булып эшләп йөрөгәндә, прораб вазифаһындағы атайым менән таныша. Өйләнешәләр. Әйткәс әйтәйем инде: был донъяла мине яратҡан тағы берәү бар, ул әсәйемдең атаһы, минең ҡартатайым. Ҡартатайым Минстройҙа министр урынбаҫары булып эшләй, кадрҙар мәсьәләһе менән шөғөлләнә. Ҡартатайым арҡаһында эш баҫҡысы буйынса атайым өҫкә тиҙ күтәрелде. Һаулығы ҡаҡшау арҡаһында әсәйем күптәнән эшләмәй инде.
- Оһо! Тик ҙур кешеләр уратып алған икән дә баһа үҙеңде!
- Туҡта! Гәпләшеүҙе шаярыуға бормай тор әле, Вәлиәхмәт. Һинең менән етди һөйләшерлек тема бар.
- Тема өйләнешеү буйынса булһа – мин ни һәр саҡ әҙер.
- Юҡ! Ул турала түгел әле. Бында икенсе мәсьәлә ҡалҡып тора. Тик был һөйләшеү икебеҙ араһында ғына ҡалырға тейеш, яраймы.
- Ярай. Аңланым.
- Һин ғәҙеллекте яратаһыңмы?
- Эйе.
- Ғәҙеллек өсөн тырышҡанда миңә ярҙам итәһеңме?
- Эйе, ярҙам итермен.
- Улайһа тыңла! Атайымдың уйнаш итеүе арҡаһында әсәйем ауырыуға һабышты. Әле һинең ике туған һеңлең менән уҡмашып алған икән. Миндә ошо ғәҙелһеҙлекте бөтөрөү планы бар: мин әсәйемә был турала еткерәм, ул бола ҡуптарасаҡ һәм быны ҡартатайыма еткерәсәк. Ҡартатайым барыһын да минән һорашасаҡ. Мин ысын хәлде әйтермен, ә һинән һораһалар минең һүҙҙе һөйләрһең. Ул саҡта атайым вазифаһынан бушатылып прораб булып ҡаласаҡ, сөнки кадрҙар менән эш итеү ҡартатайҙың ҡулында. Ә Айһылыуға мул ғына аҡса тоттороп ситкә тибербеҙ...
Барыһы ла Снежана уйлағандан текәрәк килеп сыҡты. Александр Иванович ревизия йомғаҡтары буйынса эшенән бушатылды, көйөп китеп дауаханаға ятты. Тик унан сыға алманы, инфаркт арҡаһында был яҡты донъя менән хушлашты. Айһылыу арыу ғына аҡса тотоп ауылға ҡайтты, бында ул ҡош-ҡорт фермаһы асыуға әҙерлек башланы. Тиҙҙән ул шефтан ауырлы булып ҡалғанын һиҙеп ҡалды, был хәл уны ҡыуандырҙы ғына.
Снежананы атаһы урынына тәғәйенләнеләр. Вәлиәхмәт менән Снежана өйләнештеләр, күп тә үтмәне ул да ауырға ҡалды. Ул, ҙур компание етәксеһе булараҡ, ирен прораб һөнәрен алырға тип уҡырға ебәрҙе, сөнки яңы эштә уға, йәш етәксегә, ныҡ терәк кәрәк ине.
Эйе, тормош ағышын туҡтатып булмай, ҡайһылай ғына булһа ла ул, йә ташҡын йылғалай боларып, йә тыныс аҡҡан шишмәләй юл алып артабан китә. Өҙөлгән ғүмер балаларҙа дауам итә. Шулай булған һәм шулай дауам итәсәк.

Борис Хәйретдинов

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас