Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
4 Декабрь 2021, 08:56

"Әсәйем мине һатырға теләгән..."

– Һинең ғәйебең менән ошондай хәл булғанын аңлап, ҡәбер эргәһендә ҡатып ҡалаһың. Бушлыҡ. Тән сымырлай, күҙҙәрҙә – йәш...

"Әсәйем мине һатырға теләгән..."
"Әсәйем мине һатырға теләгән..."

18 йәшлек Дәүләкән кешеһе бер көндә тормошо түңкәрелер тип уйлап та бирмәгән. Бәлә ағас башынан түгел, ә кеше башынан йөрөй...

Был хәл былтыр 13 апрелдә Кушнаренко районының Шәрип – Первушин автомобиль юлының 10-сы саҡрымында була – “ВАЗ-2106” автомобиле юлдан сығып оса. Аварияла 14 йәшлек пассажир ҡыҙҙың ғүмере өҙөлә, ә водитель ваҡиға урынын ташлап ҡаса. Әлбиттә, бер аҙҙан уның кемлеге асыҡлана – 18 йәшлек егет булып сыға. Уны барып тапҡанда үҙе лә иҫһеҙ ятҡан, тәнендәге йәрәхәттәренең авария эҙемтәһе булыуы шунда уҡ аңлашыла. Егетте дауаханаға оҙаталар. Уның водитель танытмаһы булмаған.

14 йәшлек ҡыҙҙың ғүмерен өҙгән аварияла ғәйепле Иван Федоров әле Өфө ҡалаһының Шакша биҫтәһендә урынлашҡан 5-се колония-ауылда язаһын атҡара. Уны Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 264-сы “Юл хәрәкәте һәм транспорт сараларын эксплуатациялау ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле һаҡһыҙлыҡ сәбәпле кеше үлеменә килтереү, уны ваҡиға урынында ҡалдырыу” статьяһы буйынса хөкөм итеп, 5 йыл 6 айға ултырталар. Шулай уҡ уға ҡыҙҙың туғандарына 800 мең һум күләмендә рухи зыянды ла ҡайтарырға тура киләсәк.

Журналистар менән осрашыу ваҡытында Иван аварияның ниңә булғаны, уға булышлыҡ иткән яҙмыш һынауҙары тураһында һөйләне.

Иван аҫрауға алынған ғаиләлә тәрбиәләнгән. Үҙ әсәһе малай тыуғас та: “Сығарып ташлағыҙ, ул миңә кәрәкмәй”, – тип әйткән. Сабыйҙы балалар йортона урынлаштырғандар, тик әсәһе нисектер кире алған.

– Ул мине һатырға тырышты, әммә енәйәтте аҙағына еткерә алманы. Был хәлдән һуң үҙен әсәлек хоҡуғынан мәхрүм иттеләр. Атайым вафат булды. Мин яңынан балалар йортона эләктем. Ярты йылдан һуң атайымдың ағаһы менән ҡатыны уллыҡҡа алды. Беҙ Дәүләкәндә йәшәй башланыҡ, – ти Иван.

Егет IX класты тамамлай, колледжға уҡырға инә, шул уҡ ваҡытта төҙөлөштә эшләй башлай.

Ивандың “С” категориялы водитель танытмаһы була, йәғни ул йөк транспорты менән генә идара итә алған. Колледжда тракторист-машинистҡа уҡыған. “В” категорияһы алырға ла күп ҡалмаған булған.

Егет 30 мең һумға “ВАЗ-2106” автомобиле һатып ала һәм ремонлай. Ҡала бәләкәй, шуға ла, машина менән идара итә белгәс, танытмаһыҙ ҙа йөрөп торорға мөмкин тип руль артына ултыра. Автомобиле лә теркәлмәгән була.

– 13 апрелде бер ваҡытта ла онотмаясаҡмын. Төндә дуҫтарым менән машинала йөрөргә сыҡтыҡ. Күптән күрешкәнебеҙ юҡ ине, шуға ла бергә ваҡыт уҙғарырға ҡарар иттек. Беҙ дүртәү инек – ике кеше артҡы ултырғыстарға ултырып, хәүефһеҙлек ҡайышын таҡты, ә беҙ 14 йәшлек балалыҡ дуҫ ҡыҙым менән алға ултырҙыҡ, әммә ҡайыштарҙы таҡманыҡ. Бөтәһе лә яҡшы булды, йөрөнөк, көлдөк. Артабан тағы ла елдерге килде һәм Первушин яғына юлландыҡ. Бәләгә осрарбыҙ тип уйланманыҡ та. Әммә боролошта машина тайып китте һәм мин идараны юғалттым – түңкәрелдек. Тиҙлек сәғәтенә 80 саҡрым ине, ләкин юл таңға ҡарай боҙлауыҡҡа әйләнгән булған. Машина ауҙарылған саҡта беҙ ҡыҙ менән кабинанан осоп сыҡтыҡ. Ҡайыш таҡҡан дуҫтар иҫән ҡалды, бер йәрәхәт тә алманы, – тип бәйән итте Иван.

Егет реанимацияла иҫенә килә. Табип булған хәл тураһында хәбәр итә. Дауаханала баш йәрәхәте һәм һынған таз һөйәге менән ай тирәһе ята. Шул ваҡытта һәләк булған ҡыҙҙың ғаиләһе менән хәлде көйләргә маташа.

– Беҙ уның менән бер мәктәптә уҡыныҡ, дуҫлашып йөрөнөк. Дауаханала саҡта атай-әсәйемдән ҡыҙҙың ата-әсәһе менән һөйләшеүҙәрен һораным. Үҙем сыҡҡас та уларға барып ғәфү үтендем, үкенгәнемде белдерҙем, ярҙам тәҡдим иттем, шул иҫәптән аҡсалата ла. Тәүҙә улар һөйләшергә лә теләмәне, бер аҙҙан тынысландылар. Тик судта бөтәһе лә башҡаса булды: ҡыҙҙың әсәһе: ”Ултыртығыҙ уны”, – тине. Ике ғаиләгә лә ҙур бәхетһеҙлек килде...

Иван авария булған урынды нисек ҡалдырып киткәнен иҫләмәй. Дуҫтарының һүҙҙәренсә, шул мәлдә үтеп барған күршеләре уларҙы яҡындағы баҡсасылар ширҡәтенә тиклем алып барған, аҙаҡ “Ашығыс ярҙам” саҡыртҡандар.

Иван һәләк булған ҡыҙҙың ҡәберенә лә барған.

– Һинең ғәйебең менән ошондай хәл булғанын аңлап, ҡатып ҡалаһың. Бушлыҡ. Тән сымырлай, күҙҙәрҙә – йәш. Бик ауыр. Ҡыҙға йәшәргә лә йәшәргә ине бит әле... – тип кисерештәре менән уртаҡлашты ул.  

Әлеге ваҡытта Иван колония-ауылда төрлө объекттарҙа эшкә йәлеп ителә, мәрхүмәнең ғаиләһенә килтерелгән зыянды яйлап түләй бара, шулай уҡ уға туғандары ла ярҙам итә.

– Ярты хеҙмәт хаҡы штрафты түләүгә китә. Иреккә сыҡҡас та эшләр урыным бар, бурысты бер йылда түләп бөтөрмөн, тип уйлайым. Язаны ғәҙел тип иҫәпләйем, мин бит кеше ғүмерен өҙҙөм. Тормошомдағы был хата донъямдың аҫтын өҫкә әйләндерҙе. Ҡай саҡта төндә ятҡанда ла шул көндө иҫләйем дә күҙ йәштәрем үҙенән-үҙе аға башлай. Бөтәһе лә һәйбәт булһын, тип теләйем. Әле яйлап үҙемә ҡайтам. Артабан нимә эшләргә, тип уйлайым. Сыҡҡас, ҡыҙын юғалтҡан ғаиләгә төрлөсә ярҙам итәсәкмен, улар баш тартҡан осраҡта ла, – ти Иван.

Егет олоғайған ата-әсәһе өсөн дә борсола, был хәл уларҙың һаулығын ҡаҡшатҡан, йөрәктәре сирле. Иван аварияға тиклем осрашып йөрөгән ҡыҙының ағаһы һәм апаһы менән һөйләшеп тора. Уның һүҙҙәренсә, фажиғәнән һуң бер тапҡыр ҙа руль артына ултырмаған, әле лә ҡурҡыуҙы еңә алырына шикләнә.  

Егеттең аварияла һәләк булған ҡыҙҙың ата-әсәһе алдында түбәндәге ғәфү үтенеү һүҙҙәре һәр кемде уйға һалһын ине:

“Ошондай хата ебәргәнем өсөн һеҙҙең алда ысын күңелдән ғәфү үтенәм. Сыҡҡас та һеҙгә ярҙам итәсәкмен. Үҙемдең ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкмен. Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. Һеҙгә ауыр, ҡыйын булғанын аңлайым... Яҡын кешегеҙҙе юғалттығыҙ. Үҙем яҡын кешемде юғалтҡас, быны аңлайым. Мине ғәфү итегеҙ. Һеҙҙең өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкмен”.

Ғәҙәттә, ошондай авариялар тураһында мәғлүмәт биреү менән генә сикләнәбеҙ, ә бит һәр ваҡиға артында кешенең, ғаиләләрҙең шәхси фажиғәһе, селпәрәмә килгән яҙмыштар, төҙәтелгеһеҙ хаталар, намыҫ ғазабы тора.

Ошондай ваҡиғалар, ғибрәтле хәлдәр руль артына ултырғандарҙы уйландырһын ине, төҙәтелгеһеҙ хаталарға юл ҡуймайыҡ.

Юлығыҙ имен булһын!

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: “Башинформ” һәм Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы.

Автор:Рәмилә Мусина

https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2021-12-03/s-yem-mine-atyr-a-tel-g-n-2606132

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: