

“Бөгөн бауырым сəнсə əле”, – тип əйткəненə ир иғтибар ҙа итмəне. Ҡырҡ йəшкə еткəн кешенең ауыртмаған ере бармы ни инде ул? Ҡатыны һəйбəт булған икəн. Ҡəүи быны Хəлиҙəне ерлəп ҡайтҡандан һуң бер аҙна үткəс аңланы. Ике бала менəн тол ҡалғас, кистəрен тупһаға яңғыҙ сығып ултырыр ҙа, ҡатыны хаҡында уйлар ине. Ə ҡатыны иҫəн саҡта уның барын да, юғын да, ҡəҙерен дə белмəне, ə бəлки, белергə лə телəмəгəндер, эш-мəшəҡəт мөмкинлек тə бирмəне, буғай. Хəйер, белмəне тип, аҡса-фəлəн ҡатынында ине, нимə алһа ла, ирҙəн рөхсəт кəрəкмəне. Ир етəксе урында эшлəй, хеҙмəт хаҡын да, башҡа килемен дə мул ала, өйҙə аҡса етмəү мəсьəлəһе тикшерелмəне. Ҡəүи эштəн ҡайтыуға тəмле аш-һыу əҙер, балалар, картуф, йəшелсə баҡсалары ҡарал ған, күлдəк-салбар үтеклəнгəн. Ир өндəшмəй, ашай ҙа китеп юғала, төн уртаһында арып ҡайта. Ҡатын һөйлəшмəй, тыныс ҡына ғаилə, донъя йөгөн һөйрəй. Бəлки, ул уларға ҡəнəғəт тə булмағандыр, иркəлəү һəм наҙ, иғтибар ҙа кəрəк булғандыр, кем белə?.. Ир өсөн был ожмах мəңгелек кеүек ине. Ҡатыны үлеп, беренсе тапҡыр аш бешереп, табаҡ-һауыт, кер йыуғас, бала ҡарауҙың ни икəнен белгəс, аңланы – ҡатыны алтын булған, уның ҡəҙерен генə белмəгəн икəн. Ирҙең күңелендə əллə ниндəй бер һыҙланыу яралды, ваҡыт-ваҡыт был донъяның кəрəкһеҙлеге, ҡатыны артынан теге донъяға киткеһе килде. Йəшəүҙең мəғəнəһе, донъяның ҡыҙығы бөттө. Əммə балалары Ҡəүиҙе күңел һеҙ уйҙарынан айнытты. Улар өсөн тормош көтөргə кəрəк ине. Йылға яҡын бер үҙе йəшəне, бер йылдан һуң бер матур ҡатын менəн танышты. Осрашып йөрөнөлəр, əммə ҡатын ауылға килеп, һыйыр һауып, 30 сутый баҡсаны эшкəртерлек, ике балаға наҙ бирерлек түгел ине. Шуға улар бер-береһенəн əкренлəп һыуынды, сөнки былай осрашып йөрөүҙең артабан мəғəнəһе булманы. Ə бына Фəриҙə менəн бөтөнлəй икенсе хəл булды. Ҡəүи уны бер танышына ҡунаҡҡа барғас осратты. Урындары йəнəш тура килде. Беренсе һүҙҙəре үк ирҙең мейеһен томаланы. “Ҡəүи, ҡəҙерлем, ана теге салфетканы алып бирегеҙ əле”, – тине сибəр ҡатын матур акцент менəн. Йə, Хоҙай, 20 йыл ҡатын менəн йəшəп, “ҡəҙерлем” һүҙен ишеткəне юҡ ине Ҡəүиҙең. Ул салфетканы ғына алып бирҙе, ҡалғанын Фəриҙə үҙе эшлəне, тəмле ризыҡтарҙы ирҙең алдына өйҙө, ара-тирə “яңылыш ҡына” түше менəн уның иңбаштарын “тарап” уҙҙы. Ҡəүиҙең һушы китте. Төндə был ҡатынды оҙатып ҡуйғанын саҡ хəтерлəй, башы томан эсендə ине. Ҡапҡанан инеп киткəндə Фəриҙə быны шундай итеп ҡосаҡлап үпте, яҡындағы телефон бағанаһы булмаһа, ир ауған булыр ине. Булһа ла була икəн ҡатындар. Икенсе, өсөнсө кистəн һуң Ҡəүиҙең был ҡатын менəн мəңге бергə йəшəгеһе, ожмах эсендə йөрөгөһө килде. Ə ҡатындың ире – “ужым быҙауы” Себерҙə икəн. Ике балалары бар. Əммə мөхəббəткə кəртə юҡ, былар өйлəнеште. Фəриҙə Ҡəүиҙең өйөнə йəшəргə килде. Фəриҙəнекелəр башта ирҙə ҡалһа ла, уларҙы ҡарау Ҡəүи иңенə төштө, бында үҙенең дə ике балаһы бар ине. Ысынлап та, улар һəйбəт кенə йəшəп китте. Йəш ҡатын иртəн Ҡəүиҙе үбеп уята, эшкə киткəндə тəҙрəнəн тулы аҡ ҡулдарын болғап оҙатып ҡала. “Ҡəҙерлем”, “Һөйөклөм” тигəн һүҙҙəрҙе аҙым һайын ҡабатлай. Бер-ике айҙан һуң был һүҙҙəр дежур һүҙҙəргə əйлəнеп китте, ҡолаҡты яра башланы. Əммə уртаҡ улдары тыуғас, һөйөнөп бөтə алманылар. Бала тирəлəй үҙҙəре лə сабый кеүек йүгереште. Ике арала ҡара бесəй ҡасан йүгерə башланы икəн? Ҡəүи былар хаҡында əле лə уйлана. Үҙ ҡыҙының бойоҡлоғон күреүҙəн башланды, буғай. Ҡыҙы кисен тупһала бик күңелһеҙ ултыра ине. – Ни булды, ҡыҙым? Ҡыҙ өндəшмəне. Унан əкрен генə: “Фəриҙə апай əрлəне”, – тине. Шунда ғына Ҡəүи аңланы – үҙенең шəхси бəхетен уйлап, улы менəн ҡыҙын онотҡан бит. Йəш ҡатын уларға бөтөнлəй иғтибар итмəй башлаған. Малайы, ярай, көн буйы үҙе янында йөрөй, ə ҡыҙ бала гел үгəй əсəһе янында. Уға нисек икəн? Икеһе лə үҫкəн инде. Үҙ көндəрен үҙҙəре күрə. Шулай ҙа əсə йылыһы етмəй шул. Фəриҙə быларға əсəй булырға телəмəне, биҙəнеп-төҙəнеп түрə бисəһе булып йəшəй бирҙе. Үҙ балалары ире янында ҡалһа ла, уларҙы онотманы, ə Ҡəүиҙең балалары баҡсала эшлəне, мал ҡараны, һауыт-һаба йыуҙы. Ир быларҙы һуң аңланы. Улы менəн ҡыҙының моңһоу күҙҙəрен күргəс, айнып китте ул. Фəриҙə менəн ныҡлап һөйлəшергə ине лə һуң, ихтыяры етмəне. Ə бына Фəриҙəнең балалары өсөн аҡса ҡыҙғанманылар: икеһе лə Ҡəүиҙең аҡсаһына түлəүле юғары белем алды, башлы-күҙле булды. Дөрөҫ, Ҡəүиҙең үҙ балалары ла уҡып, һөнəр алып сыҡты, ғаилə ҡорҙо. Уларҙың тиҙерəк үҙ ҡыуыштарын булдырғылары килгəндер инде. Сөнки тыуған йортҡа юлды үгəй əсəй бик тиҙ япты. Көндəрҙəн бер көндө ирҙе эшенəн алдылар, хеҙмəт хаҡы ла, башҡа килеме лə бөттө. Шул көндəн үк Ҡəүи Фəриҙəнең һəм уның балаларының үҙенə ҡарата һыуынғанын тоя башланы. Иртə таңдан кискə ҡəҙəр иргə ҡарата дəғүəлəр артты. Ике арала һүҙлəшеү китте. Ауырыу иргə тəрбиə, тыныслыҡ кəрəк ине. Өлкəн йəштəге ир өсөн ауыр көндəр башланды. Ул хəҙер йыш ҡына беренсе ҡатынын иҫенə төшөрə, уның менəн үткəн һəр минуты алтын булған, ҡəҙерен белмəгəнмен икəн, тип уйлай башланы. Дөрөҫөн əйткəндə, йəшəгеһе килмəгəн саҡтары ла күп була, күҙҙəренə йəш килə. Əммə үҙенең өс балаһы барлығы ғына тота кеүек. Ə бер көндө Фəриҙə айырылышыу хаҡында һүҙ ҡуҙғатты. Улай ғына ла түгел, өйҙө, байлыҡты бүлешергə кəрəк, тине. Эшлəмəгəн, килеме булмаған ҡатын Ҡəүи йыйған байлыҡты бүлешəсəк. Иҫəплəп ҡараһаң, бөгөн-иртəгə өлкəн йəштəге ир урамда тороп ҡалырға ла мөмкин бит. Ə йəш ҡатынға, уның балаларына киткəн аҡса елгə осто шул. Ҡайҙа хаталандым, тип уйлай Ҡəүи, яҙмышмы, яңылышмы был ғибрəтле тормош? Байлыҡ, аҡса алғы планға күскəн был заманда һөйəркə тотоу ҙа, ҡатын алмаштырыу ҙа ҙур яңылыҡ түгел. Йəш, көслө ваҡытта биҙəнеп-төҙəнеп урамда баҫып торған йəш ҡатын, кухняла, бала янында мəж килеп, үҙен-үҙе ҡарарға ваҡыт та тапмаған ҡатындан яҡыныраҡ, мөхəббəте лə көслөрəк кеүек тə ул... Ҡартайғас, көсөң бөткəс, һин ундайҙарға кəрəкмəйһең икəн...
https://iuruzan.ru/articles/m-ni-t/2021-03-23/ya-myshmy-ya-ylyshmy-2383381