Даирә
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
27 Октябрь 2021, 20:26

Ташлама мине, әсәй! (Булған хәл)

Бер көндө туҡталкала автобус көткәндә, мосолман сырайлы оло ғына бер әбейгә хәйер биргәйне, һөйләшеп киттеләр. Яҡташ булып сыҡҡан ҡатындарҙың һүҙҙәре берегеп, үткәндәрен һөйләнеләр. Һәр кем үҙ тормошон һөйләне. Әсмәнең һөйләгәнен тыңлап, күҙҙәренә оҙаҡ ҡарап торғандан һуң яңы танышы: "Һин шундай ҙур рәнйеш алғанһың, балаңдың күҙ йәштәре ауырыуыңдың сәбәбе һыҙланыуыңда шунан",- тигәс Әсмәнең башына ҡылт итеп, балаһының күҙ йәштәре менән тубығына һарылып илағаны күҙ алдына килде. "Улың эргәһенә ҡайт, бәлки тыуған яҡтың һауаһы ла, шифалы үләндәре лә килешер, һуңынан тағы осрашырбыҙ",- тине...

Ташлама мине, әсәй! (Булған хәл)
Ташлама мине, әсәй! (Булған хәл)
 
 
Ауылдан шылтыратҡан Хәлиҙә һеңлеһенең әрнеп илауынан шаңҡып ҡалды Әсмә. "Ғәлимебеҙ, улың үлеп ҡалды бит апай, йылғала һыуға батып барған күрше ҡыҙын ҡотҡарам тип, баланы сөңгелдән сығарған, ә үҙе сыға алмаған",- тип үкһегән яҡынының тауышы, йөрәген ҡылыс менән телгәндәй булды.
Нисәмә йылдар элек юлға сыҡҡанда бәләкәй генә Ғәлименең тубығына һырылып: "Әсәй, ташлама мине!"- тип һыҡтап илағаны. Тағы бер йылдан ауылға ҡайтҡанында моңһоу ҡарашлы улының һүҙһеҙ генә килеп итәгенә һарылып илағаны, ә тағы ике йылдан ҡайтҡанында әсәһенә текләп ҡарап тороп, тышҡа йүгереп сығып киткәне, бер - бер артлы кино ленталары кеүек күҙ алдынан үтте.
Ата - әсәһенең иң өлкән ҡыҙы булған Әсмә ауылдың бөтмәҫ-төкәнмәҫ эшенә бешегеп, эшһөйәр булып үҫте. Урта мәктәпте тамамлағас бухгалтарҙәр әҙерләү курсында уҡып ҡайтты ла, совхоз эшенә күмелде, ситтән тороп юғары уҡыу йортона уҡырға инде.
Йәш саҡ дәртле, тиле саҡ. Ауылдашы, күршеһе Камилдың үҙенә тыныс ҡарай алмағанын йөрәге менән һиҙенә ине, үҙе лә уға битараф түгел. Бер көн клубта үҙен парлы бейеүгә саҡырған Камилдың һөйөү менән тулған ҡарашынан айырыла алманы. Медицина училищеһының һуңғы курсында уҡыған Камил аҙна һайын ауылға ҡайтты. Киләсәккә хыялдар ҡорҙо ике йәш йөрәк. Ҡулына диплом алғаста йәштәр өйләнештеләр. Камил тыуған ауылында фельдшер булып эшләй башланы. Бер йылдан мөхәббәттәренең емеше булып улдары Ғәлим тыуҙы. Ҡыуанып йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит. Ҡалала йәшәгән һеңлеләренең тыуған көнөнә барырға поезға ултырғайнылар. Тәмәке тартырға сыҡҡан Камил юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Тәүҙә бөтә вагонды, һуңынан поезды тып баҫтырып эҙләп тә ҡаранылар, һыуға төшкән кеүек юҡ булды ла ҡуйҙы. Өс көндән генә тимер юлсылар ҡанға туҙған йәнһеҙ кәүҙәне тимер юл буйынан табып алдылар. Тикшереү асыҡланыуынса, Камил көсләргә маташыусы иҫеректәрҙән йәш ҡыҙҙы ҡотҡарған. Үҙен иҫәнгерәтеп, бысаҡ менән сәнсеп, поездан ташлап киткәндәр.
Әле генә күпме хыялдар менән йәшәгән Әсмәгә йәшәүҙең йәме бөттө. Көнө-төнө күҙ йәштәрен түккән ҡыҙҙарын йәлләп ата-әсә ҡара ҡайғыға батты. Яңы тәпәй баҫырға маташып, имгәкләп йөрөгән Ғәлим генә яҡындарының әле береһен, әле икенсеһен ҡосаҡлап бәпәй телендә нимәлер һөйләне.
Контракт буйынса армия ла ҡалып, ялға ҡайтҡан Камилдың класташы Сәғит көндә Әсмәләргә килер булып китте. Килгән һайын йәш ҡатындың күңелен күрергә тырышты, балаға уйынсыҡтар алып килде.Тамсы ла ташты яйлап тишә, хеҙмәт иткән еренә киткән Сәғитте күмәкләшеп оҙатып ҡалдылар. Көндә шылтыратып хәлдәрен белешкән Сәғиткә өйрәнеп тә бөттөләр. Алты айҙан ялға ҡайтҡан Сәғит Әсмәгә тәҡдим яһаны. Теше-тырнағы менән ҡаршылашҡан ҡыҙҙы ата-әсәһе нисек ризалатҡындыр. Сәғит хеҙмәт иткән еренә Әсмә менән китте. Йәшәргә урын йүнәткәнсе тип, баланы олатаһы - өләсәһе менән ҡалдырҙылар. Хушлашҡанда теле асылып һөйләшә башлаған Ғәлимдең әсәһенә һарылып: "Әсәй, мине ташлама", - тигән һүҙҙәре йәш әсәнең ҡолағында әле булһа ла сеңләп тора. “Ҡоларымды белһәм, һалам түшәр инем, тигәндәй, белгән булһам баламды үҙем менән алып китер инем", - тип әрнегән көндәре күп булды Әсмәнең. Тубығын ҡосаҡлап илап ҡалған балаһын йәлләп күпме күҙ йәштәрен түкте, балаһының күҙ йәштәре түгелгән тубығы, йөрәге менән бергә сәнсеп - сәнсеп һыҙланы.
Йәшәргә өйҙәре булып, бер йылдан ауылға ҡайтҡандарында, өс айлыҡ ауыры булған Әсмәгә, Ғәлим һүҙһеҙ генә килеп, итәгенә һарылып иланы. Отпускалары тулып кире китергә булғанда Сәғит Ғәлимде үҙҙәре менән алыуҙан ҡырҡҡа баш тартты. Әсмәнең күҙ йәштәре лә ярҙам итмәне бала ауылда ҡалды.Хушлашҡанда тубығын ҡосаҡлап илаған баланы саҡ айырып алып ҡалдылар...
Ҡыҙы Лилиә тыуғас улы өсөн илауҙар кәмене. Яҙмышына күнеп бар һөйөүен ҡыҙына бирҙе. Тик сәнсеп торған тубығы ғына бер туҡтауһыҙ һыҙланы ла һыҙланы. Табибтар биргән дарыуҙарҙа файҙа килтермәне. Сәғит хәрби госпиталдә эшләгән профессорҙарға ла күрһәтеп ҡараны, дауалау ваҡытында ваҡытлыса ауыртыуы баҫылып торала ҡабаттан башлай.
Ике йылдан ауылға ҡайтҡандарында Ғәлим әсәһенә күҙ йәштәре тулған күҙҙәре менән берҙе һирпеп ҡараны ла, сығып йүгерҙе. Сатанлап артынан сыҡҡан әсәһенә башҡа әйләнеп тә ҡараманы.
Ата әсәһе мәрхүм булғас тыуған яҡҡа ҡайтыуҙа һирәгәйҙе. Ғәлим һеңлеһе Хәлиҙә ғаиләһендә йәшәне. Улының күҙ йәштәре тулы ҡарашы менән ҡарауы, тубығына һарылыуы бер ваҡытта ла онотолманы, төштәренә инеп йөҙәтте. Бәлки яйлап онотолорҙа ине, үҙәгенә үтеп һыҙлаған тубығы онотторорға бирмәне. Яйлап Сәғит тә Әсмәнән һыуынды. Мәңге һылтыҡлап атлаған, ауырыуға зарланған ҡатын кемгә кәрәкһен инде. Ғаиләһен ташлап оҙаҡламай йәш ҡатынға сығып та китте. Табибтар бөтөнләй аяҡһыҙ ҡалырһың тигәстәр, башҡа бала ла тапманы, Лилиәһе менән ғүмер итте Әсмә.
Бер көндө туҡталкала автобус көткәндә, мосолман сырайлы оло ғына бер әбейгә хәйер биргәйне, һөйләшеп киттеләр. Яҡташ булып сыҡҡан ҡатындарҙың һүҙҙәре берегеп, үткәндәрен һөйләнеләр. Һәр кем үҙ тормошон һөйләне. Әсмәнең һөйләгәнен тыңлап, күҙҙәренә оҙаҡ ҡарап торғандан һуң яңы танышы: "Һин шундай ҙур рәнйеш алғанһың, балаңдың күҙ йәштәре ауырыуыңдың сәбәбе һыҙланыуыңда шунан",- тигәс Әсмәнең башына ҡылт итеп, балаһының күҙ йәштәре менән тубығына һарылып илағаны күҙ алдына килде. "Улың эргәһенә ҡайт, бәлки тыуған яҡтың һауаһы ла, шифалы үләндәре лә килешер, һуңынан тағы осрашырбыҙ",- тине.
Улы менән осрашырға яҙмаған икән. Ауылға улын ерләргә юлға сыҡҡан Әсмәне поездан носилкаға һалып алып ҡайттылар, аяҡтар бөтөнләй хәрәкәтһеҙ ҡалғайны...
автор Әнүзә Мәжитова.
 
 
Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас: