Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
27 Октябрь 2021, 17:08

БӘЛӘГӘ ТАРЫҒАН ҠАТЫН (хикәйә)

Тап ошо урында Амур менән Зәлиә балалар хаҡында һөйләште. Баҡ тиһәң, Амурҙың кеше балаларына ҡарата үҙ фекере бар икән: “Балалармы? Бәй, уларҙың атаһы бар бит, ул ҡарарға тейештер”.

БӘЛӘГӘ ТАРЫҒАН ҠАТЫН (хикәйә)
БӘЛӘГӘ ТАРЫҒАН ҠАТЫН (хикәйә)

Көҙгө, ямғырлы кис. Япраҡтар, осоп килеп, тәҙрәгә йәбешә. Еүешләнгән ағас ботаҡтары тәҙрәгә һуға. Туҡ! Туҡ! Туҡ! Илһам балаларына әкиәт уҡый. Өсөнсө әкиәтте уҡығанда дүрт йәшлек Зилә йоҡлап китте. Тағы берәүҙе уҡығас, Тайфур ойоно. Илһам утты һүндерҙе, балаларҙың өҫтөнә яҡшылап япты. Бөгөн ҡатыны Зәлиә ҡайтмаясаҡ. Уның бер әхирәтенең тыуған көнө. Күптән бындай байрамдарҙа ҡатнашҡаны юҡ.

 
Көҙгө, ямғырлы кис. Япраҡтар, осоп килеп, тәҙрәгә йәбешә. Еүешләнгән ағас ботаҡтары тәҙрәгә һуға. Туҡ! Туҡ! Туҡ! Илһам балаларына әкиәт уҡый. Өсөнсө әкиәтте уҡығанда дүрт йәшлек Зилә йоҡлап китте. Тағы берәүҙе уҡығас, Тайфур ойоно. Илһам утты һүндерҙе, балаларҙың өҫтөнә яҡшылап япты. Бөгөн ҡатыны Зәлиә ҡайтмаясаҡ. Уның бер әхирәтенең тыуған көнө. Күптән бындай байрамдарҙа ҡатнашҡаны юҡ. Илһам үҙе рөхсәт итте: “Эсергә тура килһә, руль артына ултырып мәшәҡәтләнмә”, – тип киҫәтеп ҡуйҙы. Илһам менән Зәлиә Өфө эргәһендәге ҙур ауылдарҙың береһендә йорт төҙөп керҙеләр. Етеш йәшәйҙәр, икеһенә лә кредитҡа машина һатып алдылар. Ауыл менән ҡала араһы 20 километр – ҙур айырма түгел. Илһам беренсе тапҡыр ғаилә түшәгенә яңғыҙы ятты һәм ҡапыл һиҫкәнеп ҡуйҙы. Бәлки рөхсәт итмәҫкә булғандыр? Ул ҡатынын сикһеҙ ярата һәм уға ышана. Ҡатынының яратыуын да шик аҫтына ҡуймай.
Зәлиә һуңғы биш-алты йылда беренсе тапҡыр ресторанда ҡунаҡ була. Ресторан тулы халыҡ. Күңелле музыка. Һәр өҫтәл артында – ят кешеләр. Зәлиә тәүҙә үҙен уңайһыҙыраҡ тойҙо. Ана, әхирәттәре ниндәй сағыу, асыҡтан-асыҡ кейенгәндәр. Ул ғына бер үҙе әхирәттәренә һыйынып ултыра һәм күҙгә салынмаҫҡа тырыша. Иң күрмәлекһеҙе булғас, ни хәл итәһең инде. Стресты кәметәм, тип Зәлиә бер-ике коньяк уртланы. Иғтибар итмәҫтәр, тип өмөт иткәйне, иң тәүҙә уны бейергә саҡырҙылар. Өҫтәл аша ғына ирҙәр ултырған икән, шуларҙың береһенең күҙенә салынған Зәлиә. Уны бейергә саҡырған ир – Амур исемле. Иғтибарлы. Яңғыҙ икән. Ошонда уҡ фатиры бар.
Зәлиә тәүҙә уға иғтибар ҙа итмәне. Ул шуға өйрәнгән, сит-ят ирҙәр уның өсөн абруй түгел. Уның Илһамы бар. Илһам эргәһендә ул үҙен ышаныслы һәм яҡлаулы тоя. Ләкин бөгөн Илһам юҡ. Саҡ ҡына “төшөрөп” алған Зәлиә күпмелер ваҡытҡа юҫығын юғалтҡан һымаҡ булды. Етмәһә, Амур үҙе лә визиткаһын һоноп, артабан осрашыуҙарға иҫәп тота бит әле.
Юҡ, юҡ, тәүге көндә бер нимә лә булманы. Хатта Амур үҙе лә уңышҡа иҫәп тотмағайны, шикелле.
Иртәгәһен – эш. Иң тәүҙә Зәлиә шылтыратып, иренең, балаларының хәлен белде. Бөтәһе лә теүәл һәм үҙ урынында. Ғәҙәттә, ресторандағы кисәләрҙән һуң унда булған уңайлы һәм уңайһыҙ ваҡиғаларҙы оноторға, элекке күнегелгән тормошто дауам итергә ынтылалар. Тәүҙә Зәлиә менән дә шулай булды. Төшкә ҡарай кеҫә телефонында ят номер барлыҡҡа килде. Зәлиә ҡыҙыҡһынып ҡына яуап бирҙе. Хатта тәүҙәрәк Амурҙың кем икәнлеген иҫкә төшөрә алмай торҙо: “Кем тиһегеҙ? Ә, кисәге егетме?”
Ҡыҫҡаһы, төшкө ашты бергә ашарға булдылар һәм Зәлиә, үҙе лә һиҙмәҫтән, кисен тағы осрашырға вәғәҙә биреп өлгөрҙө. Ә ниңә ят һәм бығаса таныш булмаған ир менән күңел асмаҫҡа? Һеҙ нимә уйлайһығыҙ!? Ниндәй хыянат тураһында һүҙ булһын? Зәлиә ирен ярата, унан башҡа йәшәй алмай, балалары өсөн йәнен бирергә әҙер. Ә бына Амур менән бер-ике тапҡыр ултырып ашаған икән, артыҡ бер нәмә лә булмаҫ.
Бәлә шулай килде. Кисә генә ғаилә бәхете өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер торған ҡатын усаҡ йылыһына килеп, алданған күбәләк һымаҡ, ҡанаттарын көйҙөрҙө. Амурҙың аҙмы-күпме иғтибары, йылы һүҙҙәре йәш ҡатындың башын тамам әйләндерҙе. Хатта әхирәттәре шуға иғтибар итте, Зәлиә йәшәреп киткәндәй булды. Үҙен ҡарай башланы. Ҡатын беренсе тапҡыр үҙен бәхетле тойҙо. Һөйөү ул кисерештәр, хис-тойғолар ғына түгел. Ул ниндәйҙер емерткес бәлә һымаҡ. Ҡатын үҙе лә һиҙмәй ҡалды, Амурға ғашиҡ булды. Иң аяныслыһы шул, өйөндә ике балаһы һәм ире уны ышанып көтә. Ана үтә, бына үтә, тип өмөтләнеп йөрөгән ҡатын һөйөү упҡынына үҙенең нығыраҡ батҡанын ғына тойҙо.
Иң тәүҙә һәләкәтте, үҙгәрештәрҙе Илһам тойҙо. Ҡатын кемгәлер оҡшарға тырышып кейенә башланы. Һәр ваҡыт ҡайҙалыр ҡабалана, һуңлап аптыратты. Өйҙә балаларға иғтибар кәмене. Ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәр етди һынауға дусар булды. Эш шуға барып етте – Зәлиә өй йыйыштырыу, кер йыуыу, ашарға бешереү һымаҡ көндәлек мәшәҡәттәрҙе үҙенә өҫтәлмә йөк итеп ҡарау сигенә етте. Нисә ҡарама, ҡулында телефон, ирен генә түгел, балаларын да күрмәй. Туҡтауһыҙ нимәлер яҙа һәм ҡабул итә. Ғазаплана һәм ауыр уйҙарға күмелеп, бер нөктәгә ҡарап ултыра.
Бындай үҙгәрештәр Илһамда ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо уятты. Мөнәсәбәт асыҡлау әллә ни ҙурҙан булманы. Зәлиә менән Илһам, икеһе лә тыныс һәм ипле кешеләр, ҡысҡырышып, үҙ-ара мөнәсәбәт асыҡлап торманылар. Шуны ғына көткән Зәлиә ваҡ-төйәк әйберҙәррен йыйып алды ла, кире ҡалаға китте һәм Амурҙың ишеген ҡаҡты. Хатта уны Амурҙың һуңғы арала һыуына башлаған һымаҡ тойолоуы ла туҡтатманы. Ир, йылмайыу һәм шатлыҡтан бигерәк, аптыраныу менән ишекте асты.
Зәлиә үҙенең хәл иткес аҙымға барыуын, күсенеп килергә йыйыныуын йәшермәне.
Тап ошо урында Амур менән Зәлиә балалар хаҡында һөйләште. Баҡ тиһәң, Амурҙың кеше балаларына ҡарата үҙ фекере бар икән: “Балалармы? Бәй, уларҙың атаһы бар бит, ул ҡарарға тейештер”.
Шулай итеп, бер йыл ыңғыр-шыңғыр үтеп китте. Тайфур – беренсе класта уҡый, Зилә балалар баҡсаһына йөрөй башланы. Илһамға улын мәктәптән алыу, ҡыҙын балалар баҡсаһына алып барып, ҡарау өсөн кеше ялларға тура килде. Ә Зәлиә, әлбитттә, балаларҙы тәрбиәләүҙә ҡатнашырға теләй. Шәмбе, йәкшәмбе – уның көндәре. Ашыҡ-бошоҡ, ҡабалан-ҡарһалан килеп китә. Ләкин балалар ҡәнәғәт түгел. Илһам да балаларҙы уйлай һәм ғаиләне ҡотҡарыу юлдарын эҙләп ҡарай. Илһам, аптыраған көнөнән, Зәлиәгә ҡайтырға рөхсәт итә. Бик ауыр булһа ла, ғәфү итергә әҙер, ҡабул итергә риза, ләкин Зәлиә Илһамға һәм балаларына түгел, Амурға өҫтөнлөк бирә. Йәнәһе, унан башҡа йәшәй алмай. Ярата, унан башҡа тормошон күҙ алдына ла килтермәй. Зәлиә, ирекһеҙҙән, сит иргә ҡарата булған мөхәббәтенең ҡорбанына әйләнә. Ул барыһына ла риза, тик Амур менән генә булырға теләй. Ләкин Амурҙың үҙенең шәхси тормошона ҡарата үҙ маҡсаттары бар. Уға ике балалы ҡатын нимәгә кәрәк? Зәлиә ирҙең унан туйғанын, нисек тә ҡотолорға тырышҡанын һиҙә.
Амурға ярҙамға әсәһе Мәрйәм апай ашыға. Нисек инде, егет кеше, уның берҙән-бер күҙ терәп торған улы ике балалы ҡатынға тормошон бәйләп, үҙен бәхетһеҙ итергә тейеш әле? Ә Зәлиәнең үҙ маҡсаты бар. Амур уға: “Яратам!” – тине, өйөнә саҡырҙы. Мәрйәм апай тиҙ генә бирешә торғандарҙан түгел. Ул ҡайҙандыр Илһамдың адресын тапҡан, уның менән оҙайлы һөйләшеүҙәр алып барған. Зәлиәнең ҡәйнәһе менән дә һөйләшеп өлгөргән. Ә Зәлиә нимә эшләй инде? Ул, әлбиттә, ике ут араһында. Был – һөйөү түгел, бәлә, бәхетһеҙлек һәм йүгәнһеҙ хис-тойғоноң тәьҫире. Иң һуңғы этапта Мәрйәм апай Зәлиәнең әсәһе Рәғиҙә апайға барып етә. Ә Рәғиҙә апай был хаҡта бер ни ҙә белмәй. Ҡыҙы бер ниндәй мажараларға тарымаған һәм бәхетле йәшәй, тип уйлай. Беҙ бында берәүҙе лә ғәйепләргә һәм кәңәш бирергә йыйынмайбыҙ. Иң һуңғы һөйләшеүебеҙ Илһам менән булды. Уның тураһында беҙгә, бер нисә ҡыҙ менән танышып ҡараған, ләкин Зәлиә менән сағышырғандан һуң кире уйлаған, тинеләр. Иң һуңғы итеп Илһамдан һораным:
– Кемде ғәйепләйһең? – тинем мин уға.
– Үҙемде, – тине ул, йәшле күҙҙәрен миңә төбәп.
– Ҡуйығыҙсы, һеҙҙең ниндәй ғәйебегеҙ булһын?
– Нисек булмаһын, тыуған көнгә барырға бит мин рөхсәт иттем. Әгәр шунда ебәрмәгән булһам, ғаиләм бындай бәләләргә тарымаҫ ине.
 
автор Р. Ғәлимов
 
 
Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас: