

Йылдар үтеү менән күңел яралары төҙәлә, ҡайғы-хәсрәттәр онотола, тиҙәр. Бәлки, шулайҙыр. Әммә ғүмерҙә лә онотолмай, йөрәк түрендә бер ҙә һүнмәй торған ҡайғылар, үкенестәр бар был донъяла.
Ғаиләбеҙ бик ишле, туғыҙ бала инек. Һуғыш ваҡытында, 1942 йылда, ни бары ҡырҡ ике йәшендә әсәйебеҙ вафат булды. Иң кесебез, матур һеңлебез Асия, һигеҙ айлыҡ килеш әсәйһеҙ ҡалды. Тиҙ арала ике оло ағайыбыҙҙы һуғышҡа алдылар, улар артынан атайыбыҙ ҙа фронтка китеп барҙы. Беҙ, бала-саға, өйҙә ҡалдыҡ. Ни өсөндөр, беҙҙе балалар йортона ла урынлаштырманылар.
Ни хәлдә йәшәүебеҙҙе инде әйтеп тормайым. Һеңлебеҙ Асияға айырыуса ауыр булғандыр. Ул тәпәй ҙә йөрөп китә алманы, тора-бара, гел ултырып торғанғалыр, бөкрөһө лә сыҡты һәм, өс йәше лә тулмайынса, был яҡты донъянан китеп тә барҙы.
Алып ҡалып була ине Асияны рәхимһеҙ үлем тырнағынан, алып ҡалырға була ине! Әле ул бишектә ятҡанда, таҙа-һау ваҡытында, беҙгә Ҡышлау ауылынан бер апай килде. “Бирегеҙ был баланы миңә, үҙемдеке юҡ, тәрбиәләп үҫтерәм мин уны”, — тине. Шунда атайымдың һеңлеләре ҙур хата, аҡылһыҙлык, хатта, әйтер инем, иманһыҙлыҡ ҡылдылар. Телдәренә һалынып: “Бирмәйбеҙ, кеше ҡулына ҡарап үҫмәһен, беҙ уны үҙебеҙ ҡарайбыҙ”, — тинеләр. Бына ошо яуапһыҙ һүҙ сабый баланың яҙмышын хәл итте. Аҙаҡ теге апайҙар беҙгә кереп тә ҡараманылар. Ҡайҙа ул тәрбиәләү!
Шул ҡәһәрле йылдарҙа вафат булған һеңлем Асия гел минең күңелемдә. Уның ҡулдары менән иҙәнгә таянып ултырыуҙары, иҫ китмәле һөйкөмлө итеп йылмайыуҙары әле лә күҙ алдымда. Уны йәлләүҙәрем, һағынуҙарым, бөтмәҫ ҡайғыларым әле лә йөрәгемдә. Ҡайһы саҡта уны иҫән-имен үҫкән ҡыҙ бала итеп күҙаллайым. Ул беҙҙең арала йөрөй, тормошҡа сыға, үҙ балаларын үҫтерә, ул уларҙы һөйә, көлә-шатлана... Йә Аллам, йә яҙмыштар!
Хәсрәттәрем шуға көслө, матур һеңлем Асияның был донъяла йәшәмәй ҡалыуына мин иң беренсе итеп үҙемде ғәйепле һанайым. Ниңә үҙем ҡараманым, ҡулымдан ашатманым, ҡулдарыма күтәреп йөрөтмәнем?! Бына шуларҙы уйлайым да ҡайғыларым тағы, тағы яңара.
Кешеләр! Тирә-яҡтағыларға ғына түгел, үҙ туғандарығыҙға ла бик иғтибарлы, мәрхәмәтле, ярҙамсыл булығыз. Һуңынан үкенес ғазаптары кисермәҫһегеҙ.
Был яҙмам матур һеңлем Асияның изге рухына минең тарафтан бер ғәфү! Үтенеү, сәстәренән һыйпап һөйөү булып ирешһен ине!
Радик ФӘЙЕЗОВ.
Тулырак: http://syuyumbike.ru/news/otkrovenie/quotselemne-izge..