– Үҙемдең башымдан үткән ундай ҡайғы – һеңлемдең вафатынан һуң һаман иҫемә килә алмай, үҙемә урын тапмай йәшәйем... – көрһөндөм. Тик Вадим мине ишетмәне, үҙ ҡайғыһы ҡайғы ине:
– Ул ғаиләлә икенсе бала булып, ағайым дан һуң, тыуған. Әсәйемдең һөйләүенсә, уны оло ауырлыҡ менән тапҡан – апайым башы менән түгел, арты менән донъяға килгән. Күрәһеләрен һиҙеп, тыуғыһы килмәгән кеүек, шулай бит?! Тыуғанда аяғы ла зәғифләнгәйне, кендек бауына ҡыҫылып, гипоксия ла булған, шуға апайым сирләшкә генә ине... Әсәйем, инде башҡа балаларыбыҙ булмаҫ, тип йөрөгәндә, миңә ауырға ҡалған. Ун ике йәшкә өлкән апайым мине ҡарап ҡына йөрөттө, иркәләп кенә үҫтерҙе, уны ныҡ яраттым. Һәйбәт ине бигерәк. Атай-әсәй эштән бер ҙә бушамағанда, бөтә өй хәстәре апайым елкәһендә булды, шул иҫәптән мин дә. Ябыҡ апайым, сатанлап атлаһа ла, бар эшкә лә өлгөрҙө. Мин белгәндән баш ауыртыуына зарланды. Ҡыҫып бәйләһәм, әҙерәк тыма, тип, башына яулыҡты шаҡарып бәйләп ҡуя торғайны. Миңә ун йәштә ул кейәүгә сыҡты. Мине лә яратыусы булыр икән, тип һөйөнгән апайым теүәл бер йыл бәхетле йәшәп ҡалды. Үҙе шулай тине. “Миңә бер йыллыҡ ҡына бәхет бүленгән”, – тип һыуыҡ мунсала битен ике усы менән ҡаплап, илап ултыр ғаны һаманғаса күҙ алдында. Унда ла ҡаҡса ғына апайым башына шаҡарып яулыҡ бәйләгәйне. Башың ауыртамы, тип һорағайным, мине бер ҡулы менән үҙенә тартып, ҡосаҡланы: “Башым да, башҡа ерем дә ныҡ ауырта, ҡустыҡайым. Их, һөйләр ҙә инем хәлемде, аңламаҫһың шул”. Ә һин барыбер һөйлә, тип ныҡыштым. “Атай-әсәй аңламағанды...” – тип ҡул һелтәне... Атай-әсәйем уны көсләп кире кейәүенә ҡайтарҙы. Күп тә үтмәне, апайымдың ғүмерен ҡыйҙы диуанаһы.
– Эй, аллам... – белмәгән-күрмәгән ят ҡатындың яҙмышы тетрәндерҙе.
– Аҙаҡ, үҫкәс, белдем: апайым бер йыл эсендә ауырға ҡалмағас, ҡәйнәһе, сатан сирләшкәне алдың да, бала табырға эш кинмәҫ ул, тип улын ҡатынына ҡаршы ҡотортҡан. Әсәһе шулай утҡа май һирпкән һайын улы апайыма бәйләнгән, кәмһетергә тотонған һәм эсеп туҡмай башлаған. Ире беренсе тапҡыр ҡул күтәргәс тә апайым өйгә ҡайтып килгән, башҡа унда бармайым, тип. Уныһын йүнләп хәтерләмәйем. Балалығыма барып, артыҡ иғтибар бирмәгәнмендер. Әммә еҙнә йөҙ һыуын түгеп, башҡа улайтмам, ҡайт инде, тип артынан инәлеп килгәс, атай-әсәйем апайымды өгөтләп кире ебәргән. Тыныс ҡына бер-ике аҙна йәшә гәндәрме-юҡмы, еҙнә эсеп иҫереп, айырыу са ҡотороп, апайымды ныҡ типкеләгән. Ҡоймос һөйәген, аяғын һындырғансы. Тора алмай ятҡан апайыма “Тиҙ ярҙам” да саҡырмаған хайуан. Иртән эшкә сығып киткән. Тракторсы ине ул. Һауылмай, көтөүгә ҡыуылмай кәртәлә баҡырып торған һыйырға һиҫкәнеп, күршеһе инһә, апайым кеше ҡарағыһыҙ булып иҙәндә туҙырап ятҡан...
Беҙгә хәбәр иткәс, әсәй менән дауаханаға хәлен белешергә барҙыҡ. Өйгә алып ҡайтығыҙ, бирмәгеҙ мине уға, тип илағанын ап-асыҡ иҫләйем, сөнки ап-аҡ мендәрҙә йөҙө ҡурҡыныс булып күгәреп ятҡан, бер күҙе шешенеүҙән юғалған апайымды танымай, тертләп ҡурҡҡайным. Тауышы ла сипылдап ҡына сыға ине. Нәҙек бармаҡтары бер туҡтауһыҙ күҙ йәшенә шыр еүеш ҡулъяулыҡты бөтәрләне – шул күҙ алдынан китмәй тик тора. Апайымды икенсе кешегә алмаштырғандар кеүек тойолдо. Уға ҡушылып, үкереп илағы килде хатта. Апайымды аяныс хәлгә еткергән еҙнәне барып туҡмар ҙа инем, йәшем бәләкәйерәк. Аға йыбыҙ ситтә йәшәй, үҙ ғаиләһе бар. Хәйер, дөрөҫөн әйткәндә, ағай беҙҙе яҡлап йөрөр кеше түгел. Унда электән беҙҙең ҡайғы юҡ: һигеҙҙән һуң уҡырға сығып киткән дә, әсәйем әйтмешләй, ҡырҡылған икмәккә әйләнгән. Уға ҡатынының ғаиләһе яҡыныраҡ.
Ҡайтышлай еҙнә осраны. Беҙгә ҡурҡып ҡарап китте. Әсәйем уның менән ҡаты ғына һөйләште. Тик һөйләшеү менән генә кешене үҙгәртеп буламы һуң?!