Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

"Кейәүгә сығырға икеләнәм..."

Беҙ егетемдең ата-әсәһендә ҡунаҡта саҡта атаһына нимәлер оҡшаманы һәм ул ҡатынына шул тиклем яман итеп ҡысҡырҙы. Ҡатыны, бахыр, бер ни ҙә өндәшмәне.

“Миңә 29 йәш. Уҡып һөнәр алып, арыу уҡ ҡына эшләп ташланым. Тиңдәштәремдең күбеһе ғаиләле булып бөттө, балалары ла бар.
Һуңғы ваҡытта мин дә ғаилә ҡороу тураһында ныҡлап уйлана башланым. Ярты йыл элек бер егет менән таныштым. Беҙ бер йылғылар булып сыҡтыҡ, уның да ғаилә ҡорорға етди уйы бар.
Күптән түгел егетем ата-әсәһе менән таныштырыу өсөн үҙҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Улар Өфөгә яҡын районда йәшәй. Ата-әсәһе менән танышҡас, беҙгә – минекеләр янына ла ҡайтырға тейеш инек. Туй тураһында ла һөйләшә башлағайныҡ.
Тик... мине бер нәмә һағайтты. Беҙ егетемдең ата-әсәһендә ҡунаҡта саҡта атаһына нимәлер оҡшаманы һәм ул ҡатынына шул тиклем яман итеп ҡысҡырҙы. Ҡатыны, бахыр, бер ни ҙә өндәшмәне. Әллә минең алда эште ҙурға ебәргеһе килмәне, әллә шулай иҙелеп йәшәп өйрәнгәнме икән? Шул тиклем насар күренеш булды был. Егетем һуңынан атаһы өсөн ғәфү үтенде, әлбиттә. Шулай ҙа күңелдә көйөк ҡалды.
Әгәр уларҙың ғаиләһендә ҡатыныңа ҡысҡырыу, кәмһетеү ғәҙәти күренеш икән, шундай тәрбиә алған егетем дә атаһы кеүек ҡыланмаҫмы? Матур итеп ғаилә ҡороу, балалар үҫтереү хаҡында хыялланам. Әммә күңелгә шик төштө... Нимә эшләргә икән миңә?”
(Юлиә исемле ҡыҙҙың яҙмаһы).
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Key-g-si-ir-a-ikel-n-m-811187/
Фото: fb.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Читайте нас: