Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Балаларға әсәй кәрәк, атай кәрәк бигерәк тә...

Ошо йәшемә хәтлем етеп, нимә ул атай мөхәббәте икәнен аңламағанмын.

Әсәй мөхәббәтен беҙ бала саҡтан әсәйҙәребеҙҙә күреп, китаптарҙа уҡып киноларҙа күреп белеп үҫәбеҙ..Ә бына атай мөхәббәтен..?
Эйе атайҙарҙа үҙ балаһын әсәләй күреп ярата икән ул. Әммә быны ул хәтлем күрһәтептә булмай..Ә бары күңелеңдән генә яратаһың, балаға саҡ ҡына бер ни булһа, ҡатын-ҡыҙҙар һымаҡ сар сорҙа килмәйбеҙ, ә күңелдән генә һыҙланабыҙ. Эйе ҡайһы саҡта ҡаты ла ҡыланып ташлайбыҙ, әммә күңелдән барыбыҙ үкенәбеҙ. Эххх бала бала күңелдәрҙе, йөрәктәрҙе ярып сыҡҡан йәнебеҙ бит улар..
Хәҙер инде үҙем атай булғас ҡына атай һөйөүен аңланым, уның нисек һәм ҡалай була икәнен..
Бала саҡта атайҙың мине нисек үсектереүҙәрен шаяртыуҙарын иҫләемдә һағынып һағынып ҡуям шул саҡтарҙы..Атайҙың эштән ҡайтыуын һағынып көтәһең, бына ул ҡайтып килә, йүгереп барып ҡосағына ырғыйһың, ул һине һауаларға ырғытып күтәреп ала..Аҙағынан бергә уйнарға саҡыраһың, ә ул һинең менән саҡ ҡына уйнайҙа( бәлки оҙаҡта уйнағандыр, беҙгә бала сағаларға һәр ваҡыт етмәй ине бит.) Ярар улым мин бит эштән арып ҡайттым бит тип гәзиткә, йә телевизорға төбәлеп ятар ине, эргәһендә мыжыһаҡ әсәйҙәрҙәндә эләгә ине йонсотма атаңды тип...
Хәҙер ошо сифаттарҙың барыһыла үҙемдә сағыла???? Эштән арып һағынып ҡайтаһың ғәиләңде. Ишектән инептә өлгөрмәйһең, береһе но но тип елкәгә ынтыла, икенсеһе йәшенеш уйнайыҡ тип ҡулдан бүлмәгә тарта. Хатта ҡайһы ваҡыт ихласлап ултырып һөйләшергәлә ваҡыт ҡалмай. Ә шулайҙа бала күңелен ҡалдырмайым тиеп уйнайһыңда уйнайһың инде. Эйе хәҙер генә аңланым мин нисек була икән ул атай һөйөү. Атайҙары бары күңелдән генә өҙөлөп ярата икән ул????????????
Бәйләнештә селтәренән алынды.
Читайте нас: